Өсмөйөшлө хаттар һәм һалдат яҙмыштары…
Вложение | Размер |
---|---|
yunyy_zhurnalist.docx | 25.27 КБ |
Өсмөйөшлө хаттар һәм һалдат яҙмыштары…
Бөйөк Ватан һуғышы күп кешеләрҙең яҙмышын үҙгәрткән. Миллионлаған кешеләр яҡындарынан айырылған. Уларға бер-береһен юғалтмаҫ өсөн почта ғына ярҙам итә алған. Конверт етерлек булмаған, һуғыштан өсмөйөшлө хаттар килгән. Һәр бер хат – изге ҡомартҡы һәм хатты яҙған һалдат тураһында иҫтәлек булған, сөнки өсмөйөшлө хаттарҙа яугирҙарҙың күңел йылыһы сағылған.
Бик күп ғаиләләрҙә ошондай һарғайып бөткән өсмөйөшлө хаттар әллә нисәмә тиҫтә йылдар һаҡланған һәм әле лә һаҡлана.
Фронтовик хаттары… Улар күп нәмә тураһында һөйләгән. Тыл хеҙмәткәрҙәренә: «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!»- тигән юлдар яҙылған.
Һалдат хаттары бик йыш килмәгән, әммә уларҙы һәр бер йортта, һәр бер ғаиләлә көткәндәр, балаларға, күршеләргә, таныштарға ҡысҡырып уҡығандар.
Ваҡыт үтеү менән был хаттар тарихи ҡомартҡыға әйләнгән. Бөгөнгө көндә музейҙарҙа, өләсәйҙәрҙең һандыҡ төптәрендә һаҡлана.
Раевка ауылы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында урынлашҡан музейға экскурсияға индек. Өсмөйөшлө һалдат хаттары урынлашҡан кәштә эргәһендә бер һалдат хаты янына туҡталдыҡ.
« Хәтимә!
21.05.1943 йыл
Һиңә күңелемдең иң нескә ерҙәренән парланып сыҡҡан, боевой һәм большевистик сәләмемде ебәреп, сәләмәтлек һәм тормошоғоҙҙа уңыштар теләйем. Их, бер үбәһе ине тип хыялланам.
Минең йөрәк параларым, күҙ нурҙарым Ленаға, Клараға һәм Ринатҡа ҙур сәләм әйтеп, уларҙы заочно һәм уйҙарым, тойғоларым менән алдыма алам. Вера ҡыҙым бәләкәй әле, уны минең исемдән үбеп һөйөгөҙ. Ҡәҙерле әбейемә ғәйәт дәрәжәлә күптән-күп сәләмдәремде әйтәм һәм уға сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем…
Сәләм менән Ғәзизең.»
Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы Абдуллин Миәкә районы Күл ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы урта мәктәптә уҡып йөрөгән сағында тәүге мөхәббәтен – зифа буйлы, оҙон ҡара сәсле сибәркәй Хәтимәне осрата.
1934 йылда Миәкә районында редакция коллективы туплай һәм беренсе мөхәррир булып китә.
1935 йылда коммунист Абдуллинды Раевкаға күсерәләр. Ул ваҡытта районда яңы ғына «Сталинец», «Сталинче» гәзите ойошторолған була.
1941 йылда бөтә уй-хыялдарын селпәрәмә килтереп һуғыш башлана. Партия саҡырған һәм ялҡынлы, илһамлы һүҙ талап ителгән урында булырға күнеккән Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы, йөрәк сиренә ҡарамаҫтан, фронтҡа китергә ҡарар итә.
1941 йылдың декабрендә ул сабыйҙары һәм йөрәге аҫтында дүртенсе балаһын йөрөткән һөйөклө ҡатыны менән хушлашып, фронтҡа китә.Ҡыҙы тыуыуына шатлана, Еңеүгә ышанысы хөрмәтенә уға Вера тип исем бирергә ҡуша.
Хәтимә әбей иренең хаттарын ғүмере буйы ҡәҙерләп һаҡлай, уларҙы ҡат-ҡат балаларына, дуҫтарына уҡый. Ире һәләк булғандан һуң 55 йыл ғүмер итә һәм бар булмышы менән уға тоғро ҡала.
Өсмөйөшлө хаттарҙы Хәтимә әбей яттан һөйләй… Бөгөн был хаттар лицей һәм Раевкалағы балалар һәм пионерҙар йорто музейында иң ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.
1943 йылда Ғәзиз Ғәлиәхмәт улы тиңе булмаған Курск дуғаһы алышына эләгә. Унда бик аҙҙар ғына иҫән ҡала. Хәтимә әбей ҡот осҡос хәбәр: 856-сы уҡсылар полкының рота командиры өлкән лейтенант Ғәзиз Абдуллиндың 1943 йылдың 22 июлендә һәләк булыуы һәм Орлов өлкәһенең Мценский районында туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе тураһында хәбәр ала.
Ғәзиз Ғәлиәхмәт улына ни бары 35 йәш була.
2006 йылдың йәйендә Лена Ғәзиз ҡыҙы менән Роберт Мөтиғулла улы Арыҫлановтар Орлов өлкәһенең Мценск районында атаһының ҡәберен эҙләп табалар. Улар ҡан ҡойғос алыштар үткән урындарҙа була, тиҫтәләрсә һәйкәлдәрҙе күрә, ә уларҙа – меңдәрсә фамилиялар...
Әлшәй районы гәзите башында торған һәм мәңгелеккә үҙ исемен гәзит тарихында яҙып ҡалдырған батырҙы Тыуған илендә лә, Белгород өлкәһендә лә, Лисицы ауылында ла онотмайҙар, уның тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлайҙар
Абдуллин Ғәзиз Ғәлиәхмәт улының тыуыуына 111 йыл тулды. Улар өсөн “Мәңгелек ут” яна. Ветерандарҙың балалары, ейәндәре Еңеү көнөндә Бөтә Рәсәй “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашалар.
Йәш журналист Ғәлиева Әлфинур.
Раевка ауылы. Әлшәй районы.
Две снежинки
Денис-изобретатель (отрывок)
Мороз Иванович
Повезло! Стихи о счастливой семье
Интересные факты о мультфильме "Моана"