Бөйөк Ватвн һуғышынын олатай-өләсәйҙәребеҙ күңелдәренда ҙур яра ҡалдырҙы. Иң ҡаты бәрелеш Ленинград блокадаһы тип иҫәпләнә. Беҙҙең куршелә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ленинград блокадаһында ҡатнашҡаны өсөн миҙал ала. Мин шул миҙалдың тарихын өйрәндем
Вложение | Размер |
---|---|
issledoatelskaya_alia.docx | 32.48 КБ |
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы
Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге
Билал дөйөм белем биреү мәктәбе
Секция: «Башланғыс кластар»
Йүнәлеш: « Әҙәби уҡыу»
Тема:
«Батырлыҡ өсөн миҙал»
Эшләне: Йәнгилдина Әлиә
III класс уҡыусыһы
Етәксеһе: инглиз теле уҡытыусыһы
Рәйлә Фуат ҡыҙы Йәнгилдина
Йөкмәткеһе.
1. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ленинград ҡалаһын һаҡлау.
2. Ленинград фронты яугире ауылдашыбыҙ Зәйнуллин Әнүәр Әҡсәп улы
3. Батырлыҡ өсөн «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы.
III. Йомғаҡлау.
IV. Ҡулланылған әҙәбиәт.
V. Ҡушымта.
Мин, Йәнгилдина Әлиә, Билал ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенеӊ III синыф уҡыусыһы, ауылдашыбыҙ, яӊы күсеп килгән күршеләребеҙ Зәйнуллиндар өйөндә ғаилә ҡомартҡыһы – хәрби наградаларҙыӊ барлығын күрҙем. Мине айырыуса бер миҙал ҡыҙыҡһындырҙы. Уныӊ кемгә бирелгәнен белергә булдым. Шулай итеп, минеӊ эҙләнеү эшемдеӊ темаһы: Батырлыҡ өсөн миҙал.
Маҡсатым: «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы кемгә, ниндәй батырлыҡ өсөн бирелгәнен асыҡлау.
Эштеӊ актуаллеге: һәр йылдыӊ 27 ғинуарында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында булған Ленинград блокадаһын (ҡаплауын) алып ташлау көнө билдәләнә.Ошо тарихи ваҡиғаныӊ шаһиты булған ауылдашыбыҙҙыӊ хәрби юлын белеү беҙгә, йәш быуынға, бик мөһим. Был тарихты аныҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә, беҙҙә өлкән быуын вәкилдәренә хөрмәт менән ҡарау, ауылдаштарыбыҙ менән ғорурланыу тәрбиәләй.
Бурыстар:
Эшләү алымдары (методтары):
Фаразлау (гипотеза):
«Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы Ватан һуғышы йылдарында ҡаланы һаҡлауҙа, унан ҡамауҙы өҙөүҙә ҡатнашҡан һалдаттарға бирелгән.
Фашист ғәкәрҙәренеӊ Ленинград ҡалаһына һөжүме 1941 йылдыӊ июлендә башлана. Август айында ҡаланы ил менән тоташтырған тимер юлдар дошман тарафынан ҡырҡыла. Ә инде 8 сентябрҙа Ленинград тулыһынса ҡамап алына. Ладога күленән һәм һауанан ғына бәйләнеш ҡала. Шулай итеп 900 көнгә һуҙылған ҡамау (блокада) башлана.
Фашистарҙыӊ планы буйынса, Ленинград тулыһынса ер йөҙөнән юҡ ителергә, унда йәшәүселәр аслыҡ,яланғаслыҡтан үлеп, ҡамау эсендәге совет һалдаттары ҡырылып бөтөрөлөргә тейеш була. Ҡала көслө бомба утына тотола.
Аҙыҡ- түлек запасы аҙ була. Карточка менән көнөнә эшгселәргә 250 г., ә баларға, ҡарттарға 125 г. икмәк бирелә. Бигерәк тә 1942 йылдыӊ ҡышы һыуыҡ килә. Өйҙәр яғылмай,эҫе һыу булмай. Транспорт йөрөмәй. Кешеләр бик күп үлә. Ләкин ҡалала тормош дауам итә: учреждение, типография, дауахана, театрҙар, китапханалар эшләй. Эшселәр фронтҡа ҡорал, боеприпастар, кейем ебәреүҙе дауам ит. Ҡалала һаҡланыу ҡоролмалары, баррикада нығытмалары ҡуйыла.
Ладога күле боҙ менән ҡапланғас, «Йәшәү юлы» барлыҡҡа килә.
Совет ғәскәрҙәре бер нисә тапҡыр блокаданы өҙөргә маташа, ләкин быға 1943 йылдыӊ ғинуарында ғына өлгәшәләр. Ладоганыӊ көнъяҡ ярынан Нева йылғаһы аша тимер юл һалына һәм поездар ҡалаға аҙыҡ- түлек,кәрәк- яраҡ, боеприпас ташый башлай. Ә инде 1944 йылда Ленинград - Новгород хәрби операцияһы һөҙөмтәһендә блокада тулыһынса алып ташлана.
Ул 900 көнгә һуҙыла һәм кешелек тарихында иӊ ҡан ҡойошло блокада булып иҫәпләнә: аслыҡтан һәм һөжүдән (атыуҙан) 641 меӊ кеше һәләк була. Ҡамау ваҡытында был ҡалала йәшәү, эшләү, оборонала тороу, тере ҡалыу – үҙе тиӊһеҙ батырлыҡ иҫәпләнә.
Күршеләребеҙ Зәйнуллин Рафаэль һәм Флюрә инәйҙеӊ ғаилә архивында бик күп ҡомартҡылар һаҡлана. Улар араһында хәрби наградалар ҙа бар. Улар Рафаэль апаныӊ атаһы һуғыш ветераны Зәйнуллин Әнүәр Әҡсәп улыныҡы.
Әнүәр Әҡсәп улы 1940 йылда әрме сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. 1941 йылдыӊ аҙағында Ленинградҡа һөжүм иткән дошман армияһына ҡаршы ойошторолған Волхов фронтына эләгә. Уҡсылар полкында отделение командиры була. Һуғыштарҙыӊ береһендә яралана, оҙаҡ ҡыны уға госпиталдә ятырға тура килә.
Һауыҡҡас, фашистарға ҡаршы һуғышыуын дауам итә. Хәҙер инде Әнүәр Әҡсәп улы Ленинград фронтына ебәрелә. Үҙенеӊ взводы менән Синявина һаҙлығында оборонала торалар. Ленинград блокадаһын өҙөү өсөн хәл иткес һөжүмдәр башлана. 1943 йылда алғы һыҙыҡҡа сығалар. Тренбауы эргәһендә Ленинград блокадаһын өҙөүҙә ҡатнаша. Был һуғышта батыр яҡташыбыҙ дошман траншеяларын таҙартҡанда ҡаты яралана. Госпиталдарҙа оҙаҡ дауалана. Ул һауығып сығыуға күптән көкән Еӊеү ҙә килә.
Ауылдашыбыҙ Зәйнуллин Әнүәр Әҡсәп улына Ленинградты геройҙарса һаҡлауҙа, ҡамауҙы өҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн СССР Верховный Советы бойороғона ярашлы 1943 йылда 25 июнендә «Ленинградты обороналаған өсөн миҙлы тапшырыла».
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ, халҡыбыҙ азатлығы өсөн батырҙарса көрәшкән ауылдаштарыбыҙ араһында Ленинградты һаҡлаусылар ҙа бар.Шуларҙыӊ береһе – Зәйнуллин Әнүәр Әҡсәп улы.Уныӊ батырлығы башҡа миҙалдар менән дә баһаланған. Беҙ Ленинград ордены ни өсөн бирелгән икәнен асыҡланыҡ. 2020 йыл илебеҙҙә Хәтер һәм Дан йылы буласаҡ. Батыр ауылдаштарыбыҙҙыӊ хәрби юлын өйрәнеүҙә минеӊ эҙләнеү эшемдеӊ дә әһәмиәте буласаҡ тип ышанам.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Респондент:
Ҡушымталар:
Ворона
Четыре художника. Осень
Снегири и коты
Усатый нянь
Сочинение