Шиғырҙар.
Вложение | Размер |
---|---|
Уҡыусылар ижады.Шиғырҙар. | 5.52 КБ |
Тыуған илем
Тыуған илем минең, ғәзиз ерем,
Тыуып үҫкән изге бишегем.
Һиндә саҡта ғына, тыуған илем,
Мин ирекле бөркөт ишемен.
Һиндә тәү ҡат тәпәй баҫканмын мин,
Әсәй, тиеп тәү ҡат әйткәнмен.
Киләсәгең яҡты, тыуған илем,
Һоҡландырғыс һинең үткәнең.
Хисмәтова Гөлнур, 5-се класс.
Кузя
Кузя – кәзә,кәзәкәй,
Тауыштарың нәҙеккәй.
Мөгөҙҙәрең бәләкәй,
Һаҡалдарың бөҙрәкәй.
Геля
Этемдең исеме – Геля,
Яттарҙы күрҙә, өрә.
Беҙҙең менән уйнай, көлә.
Янымда елдәй елә..
Әсәйем
Мин әсәйемде яратам,
Өй эштәрен эшләшәм.
Иҙән йыуам, һыуға барам,
Ҡар көрәп,утын ярам.
Эшләп бөткәс, уҡып, яҙып,
Шиғыр ятлап, матур һөйләп,
Әсәйҙе шатландырам.
Караульщиков Кәрим, 1-се класс.
Һабантуй
Яҙғы сәсеү тамамланғас,
Була беҙҙә һабан туйы.
Әҙерләнә йәше-ҡарты,
Гөрләп тора Еҙем буйы.
Һырғауылға оҙон буйлы
Бер егет бара менеп.
Хәле бөтөп гер күтәрә
Рәсих исемле егет.
Таҡмаҡ әйтеп, йыр йырлайҙар,
Бейейҙәр дәррәү килеп.
Эй, күңелле һабантуйҙар,
Аттар киләләр ел еп.
Хисмәтова Нәзифә, 6-сы класс.
Оҙаҡ йәшә,әсәйем
Был донъяла иң матуры
Иң гүзәле – әсәйем.
Һин булғанға мин шатланып,
Был донъяла йәшәйем.
Һаулыҡ, бәхет, изгелектәр,
Күп шатлыҡтар теләйем.
Беҙгә һәр саҡ кәрәк булып,
Оҙаҡ йәшә, әсәйем!
Хажиәхмәтова Нуралиә, 3-сө класс
Яҙ
Яҙғы ҡояш ҡыҙҙыра,
Йылғала боҙҙар китә.
Яҙ барыбер яҙ инде –
Бөтә донъя йәшәрә.
Әсәй
Мин йүгерҙем әсәйгә,
Сәскәләр тотоп ҡулға.
Әсәй миңә рәхмәт әйтә,
Ҙур үҫ, тиеп улына.
Ҡыштың һуңғы көндәре
Ҡыштың һуңғы көндәре
Яҙ менән һуғышалар.
Ҡыштың киткеһе килмәй,
Яҙҙың килгеһе килә.
Икәүләшеп һуғышалар,
Күренмәйенсә генә.
Байрам
Барыбыҙ ҙа һағынышып,
Яҙ айҙарын көтәбеҙ.
Байрам етһә, әсәйемә
Сәскә бүләк итәбеҙ.
Сәлимов Данил, 3-сө класс
ИЛНУРҘЫҠЫ
Асыуланма, асыуыңды һин тыя бел,
Ҡаш йыйырып асыуланып йөрөмә гел.
Һин онотма, өтөп алыр уттан да бит
Ваҡыт уҙғас тороп ҡала бары тик көл.
Ҡай яҡтарҙа ҡалдың бала сағым,
Һине эҙләп китеп барышым.
Туҡтаталмай ғүмер ағышын.
Күпме йылдар – юлдар бар тағын.
Эҙләһәм дә һине, табалманым,
Үткәндәргә ара бик йыраҡ.
Ғүмер көҙө яҡынлашҡан һайын,
Һағындыраһың һин йышыраҡ.
Ҡайҙаһығыҙ, йәшлек йылдарым,
Ялан тәпәй үткән юлдарым?
Ҡайҙа һуң һеҙ, хәбәр итегеҙ!
Бер ҡалайым һеҙгә һоҡланып.
Пар ҡанатлы атҡа атланып,
Йәнәшәмдән тик бер үтегеҙ!
**
Йәнәшәмдән тик бер үтегеҙ,
Мин бит һеҙҙе бүтән күрмәнем,
Ҡәҙерегеҙҙе һис тә белмәнем.
Кисерегеҙ, ғәфү итегеҙ!
Бала саҡтың тик бер генә көнөн
Ҡайтарырға ине киренән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ғүмер беҙгә
Тик бер тапҡыр ғына бирелгән.
Һәр ваҡытта ла мин һағынам,
Балам, тиеп мине наҙлаған
Әсәйемдең йылы ҡулдарын.
Ҡанатымды яҙмыш ҡайырҙы ла,
Тыуған тупрағымдан айырҙы ла,
Ситкә илтте тормош юлдарым.
**
Ситкә илтте тормош юлдарым,
Һағынғанда тыуған еремде,
Һөйләр өсөн йөрәк серемде,
Тулышҡанда күңел моңдарым,
Бүлешергә ҡайғы-шатлығымды,
Яҡындарым ҡайҙа булғандар.
Улар, ахыры, бала сағым менән
Үткәндәрҙә тороп ҡалғандар.
Һәр бер атҡан таңға шатланып,
Тал сыбығын ат тип атланып,
Уйнап йөрөгән дуҫтар, һеҙ ҡайҙа?
Булырбыҙ тип бергә һәр ерҙә,
Старинная английская баллада “Greensleeves” («Зеленые рукава»)
Ветер и Солнце
Городецкая роспись
Девочка-Снегурочка
Швейня