Это исследовательская работа в рамках МАН школьников.
Вложение | Размер |
---|---|
Дедушки-драгуны шаймуратова | 83 КБ |
Министерство образования Республики Башкортостан
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение средняя общеобразовательная школа с.Нигаматово МР Баймакский район РБ
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Башҡортостан Республикаһы МР Баймаҡ районы муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Ниғәмәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе
УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҺӘМ УРАЛ АРЪЯҒЫ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫНЫҢ ҒИЛМИ-ПРАКТИК КОНФЕРЕНЦИЯҺЫНА |
ТИКШЕРЕНЕҮ
ЭШЕНЕҢ ТЕМАҺЫ:
“ҠАРТАТАЙҘАРЫМ –
ГЕНЕРАЛ ШАЙМОРАТОВ “ДРАГУНДАРЫ””
(112- се һанлы Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлөүенең
75 йыллығына арнала)
ТИКШЕРЕНЕҮ
ЭШЕНЕҢ ЙҮНӘЛЕШЕ: БЕҘҘЕҢ АУЫЛДАШТАР 112-СЕ ҺАНЛЫ БАШҠОРТ АТЛЫ ДИВИЗИЯ СОСТАВЫНДА
Эшләне: Ҡәйепҡолов Айсыуаҡ Айтуған улы, 5-се класс уҡыусыһы Етәксеһе: Мырҙағәлина Нәзифә Хәлил ҡыҙы, БР мәғариф алдынғыһы, 1-се категориялы башланғыс класc уҡытыусыһы |
Йөкмәткеһе
1. Хисаметдинов Сафа ҡартатайымдың данлы тормош һәм һуғыш юлы.
2. Кавалерист Мырҙағәлин Нурғәле ҡартатайымдың ҡаһарманлығы.
I. Инеш
Тыуған илебеҙ фашистик Германияға ҡаршы иң ҡаты, күп ҡорбанлы аяуһыҙ һуғыш юлдары үтте. 1941 йылдың декабрендә төҙөлгән 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Брянск янында алышта, Сталинград операцияларында, Ворошиловград,Чернигов яуҙарында ҡатнаша. Шулай уҡ Украина, Польша, Австрия илдәрен азат итеүҙә ҡатнашып, Германияға тиклем барып етә һәм үҙенең Бөйөк Еңеү өсөн тос өлөшөн индерә. 78 һалдаты Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған ил тарихында берҙән-бер дивизия бит ул. Еңеүҙән һуң Мәскәү дивизия хөрмәтенә 15 тапҡыр салют бирә. Баймаҡ районынан был дивизияла үҙҙәрен батыр яугирҙәр итеп күрһәтеп, күкрәктәренә юғары хәрби наградалар тағып, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтҡандар байтаҡ булған. Ләкин илебеҙ азатлығы өсөн яу яландарында ғүмерҙәре өҙөлгән батырҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Уларҙың исемдәре тарих биттәрендә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Был ғилми-тикшереү эшем өләсәйемдең атаһы, Хисаметдинов Сафа Мәғәфур улы һәм ҡартатайымдың ҡартатаһы Мырҙағәлин Нурғәле Сәләхетдин улдарының 112 - се Башҡорт атлы дивизияһы составында данлы һуғыш юлдарын үтеүе, уларҙың батырлыҡтары тураһында.
Бөтә Тыуған илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә, беҙ, Ниғәмәт урта мәктәбе уҡыусылары ла, “Үлемһеҙ полк” акцияһына ихлас ҡушылдыҡ. Ике ҡартатайымдың да фотоларын ҡулыма тотоп “Үлемһеҙ полк” та ғорур атлап уҙҙым. Данлы Башҡорт атлы дивизияһы, Сафа һәм Нурғәле ҡартатайҙарым тураһында күберәк белеү теләге бөтә күңелемде яулап алды. Уҡытыусым Мырҙағәлина Нәзифә Хәлил ҡыҙы менән бергә эҙләнеү эштәрен башлап ебәрҙек. Темаһын “Ҡартатайҙарым - генерал Шайморатов “драгундары” тип алдым. Сөнки ике ҡартатайым да данлы Башҡорт атлы дивизия составында батырҙарса һуғышҡан. Шайморатов полкка килгәндә уларға “Шәпмеһегеҙ, драгундарым” - тип өндәшкән. Драгун – ул һыбайлы һуғышсы тип атала. (Бөтә донъя тарихи Энциклопедияһынан ” Драгун (фр. dragon — «драгун») — название конницы, способной действовать также и в пешем строю. В прежние времена под этим же названием понималась пехота, посаженная на лошадей. Мәғлүмәт интернеттан ru.wikipedia.org адресы буйынса алынды).
Маҡсат итеп 112 - се Башҡорт атлы дивизияһы составында данлы һуғыш юлдарын үткән Хисаметдинов Сафа Мәғәфур улы һәм Мырҙағәлин Нурғәле Сәләхетдин улының шәжәрә ағасын, тормош юлын өйрәнеү аша уларҙың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөштәрен иҫбатлауҙы алдым.
2016 йылда Тыуған илебеҙ 112-се һанлы Башҡорт атлы дивизияның 75 йыллығын билдәләгәндә, уның һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы, батырҙары тураһында тикшеренеү эштәре алып барыу бөгөнгө көндә актуаль. Беҙ, йәш быуын, бөгөнгө бәхетле тормошто бүләк итеүсе ҡартатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ, улар алдында мәңге бурыслыбыҙ. Мин башта әсәйемә, өләсәйемә, ҡартәсәйемә, туғандарыма, аҙаҡ китаптарға, Ниғәмәт урта мәктәбенең һәм Баймаҡ ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейына, “Йәшлек”, “Һаҡмар” матбуғат материалдарына, һаҡланған документтарға, “Мемориал”, “Халыҡ батырлығы” интернет сайттарына мөрәжәғәт иттем. Бик бай мәғлүмәт таптым.
II. Төп өлөш
Сафа ҡартатайым 1922 йылда Иҫән ауылында тыуған. Ул өләсәйемдең атаһы. (Фото №1) Мин бәләкәй булһам да ҡартатайымды бик яҡшы хәтерләйем. Ул мине алдына ултыртып арҡамдан һөйөп ярата торғайны. ( Фото № 2)
-Сафа ҡартатай яғынан шәжәрә ағасын төҙөнөм ( Фото № 3)
- Мөхәмәтйән - Хисаметдин – Мәғәфүр – Сафа – Әсмә – Зәлия - Айсыуаҡ
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ҡартатайымдың ғаиләһенән бер юлы 4 кеше: бер-бер артлы Әхмәдулла, Ғиниәт, Мөбәрәк һәм Сафа ҡартатайым фронтҡа китә. Сафа ҡартатайым данлы 112-се Башҡорт атлы дивизияһына беренселәрҙән булып яҙылған һәм уның хәрби юлын үҙ иңендә кисергән. (Фото № 4,5) Ул үҙ ҡулдары менән иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған: “ Һуғыш башланғанда мин тракторсы булып эшләй инем. Икенсе айында уҡ военкоматҡа барып ғариза яҙҙым. Әммә көтөргө ҡушып ҡайтарып ебәрҙеләр.1941йылдың декабрендә районыбыҙ егеттәре менән бергә аҡ тун, кәпәс, быйма кейеп Өфөгә юлландыҡ. Һәр һалдатҡа 2-шәр атты ашатыу өсөн һоло менән сбруйын колхоз бирҙе. Дим станцияһында ойошторолған Башҡорт кавалерия дивизияһында әҙерлек курстары үттек. Беҙҙе полктарға бүлделәр. Мин Сәйфулла Хәбиров етәкләгән өсөнсө полкка эләктем. Минең менән бергә Мерәҫтән Муллағәле Хәбиров та бар ине. Ҡулға ҡылыс алып, дошманды нисек итеп “тураҡларға”, ағастан яһалған мылтыҡ аҫып, аттарҙа дошманға ташланыу тактикаһын өйрәндек. Юғарынан күрһәтмә булыу менән,1942 йылдың мартында Брянск өлкәһенә табан юлландыҡ, күп тә үтмәй тәүге һуғышҡа ла индек. Шайморатов полкка килһә, һалдаттарға “Шәпмеһегеҙ, драгундарым”- тип һаулыҡ һораша торғайны... “
Сафа ҡартатайым артилерия корректоры, өлкән разведчик булып хеҙмәт итә. Өс тапҡыр яралана: Сталинград янында ҡаты алышта, Курс бөгөлөндә, Николаевск ҡалаһын алғанда. Бөйөк Еңеүҙе Австрияла ҡаршылай.
Сафа ҡартатайым батырҙарса һуғышҡан. Ул бик күп миҙалдар, ордендар: “Ватан һуғышы” ордены, (Фото №10) “Батырлыҡ өсөн”, (Фото №11) “Германияны еңгән өсөн”, (Фото №12) миҙалдар һәм Сталиндың өс рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Сталиндың 3 маҡтау ҡағыҙы менән 22 август 1944 йыл, Украинаның Бендер ҡалаһы янында алышта ( Фото № 14), 10 сентябрь 1944 йыл Украинаның Николаевск ҡалаһын азат иткәндә (Фото № 15), 2 апрель 1945 йыл, Венгрия иленең Надканижа ҡалаһын азат итеүҙә батырҙарса һуғышҡан өсөн бүләкләнә. (Фото №13)
Сафа ҡартатайым тыныс тормошта ла тырышып эшләгәне тырышып эшләгәне өсөн 1957 йылда Мәскәүҙә Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашып көмөш миҙал алып ҡайта ( Фото № 18). Шулай уҡ “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн”,(Фото №17) “Маҡтаулы сиҙәмсе”, (Фото№ 16) “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары уның күкрәген биҙәй. (Фото № 19).
Әсмә һәм Зөләйха өләсәйемдәр Сафа ҡартатайымдың үҙе яҙып ҡалдырған иҫтәлектәр дәфтәрен, документтарын, кейемдәрен, орден – миҙалдарын, матбуғат материалдарын ҡәҙерләп һаҡлайҙар. (Фото №6,7). Шулай уҡ фашист самолоетының торбаһынан эшләп алып ҡайтҡан ҡурай, пилотка һәм плащ –палаткаһы ла һаҡланған. Бөйөк Еңеүҙең 35 йыллығына Ниғәмәт ауыл советы плащ палатканы һәм пилотканы тектерткән. Сафа ҡартатайым уны кейеп Баймаҡ ҡалаһында уҙғарылған Еңеү парадында башҡа кавалеристар менән бергә һыбай үткән (Фото №8,9). Шул уҡ плащ палатканы кейеп мин “Үлемһеҙ полк “ парадында ҡатнаштым. (Фото№ 28)
Мырҙағәлин Нурғәле ҡартатайым 1908 йылда Нуғай ауылында тыуған.(Фото №20) Туғанлыҡ ептәрен нығыраҡ төшөнөү маҡсатында ҡартатай яғынан шәжәрә ағасы төҙөнөм. (Фото №21)
- Бәһүмән – Мырҙағәле – Сәләхетдин – Нурғәле – Йыһанур – Зиннур – Зәлиә – Айсыуаҡ.
Нурғәле ҡартатайым Ниғәмәт ауылында беренселәрҙән булып комсомол сафына баҫа, комбайн курсын тамамлап “Сталинец” комбайнында 1938 йылдан 1941 йылға тиклем иген үҫтерә. (Фото №22,24) Улы Йыһанур ҡартатайым иҫтәлектәр дәфтәрендә яҙып ҡалдырған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Нурғәле ҡартатайым 1941 йылдың 5 декабрендә үҙ теләге менән һуғышҡа китә һәм Башҡорт атлы дивизияһында артеллирист - зенитчик булып хеҙмәт итә. Чернигово янында немец тылынан ҡамауҙан сыҡҡан саҡта һәләк була. (Фото №23 ) Өйҙә ҡатыны Өмөтбикә менән 4 бала ҡала: Йыһанур, Маһинур, Шәрифә, Минлебикә. Бәләкәсе Минлебикә 1 айлыҡ ҡына була.
Ауылдашыбыҙ Хажин Ильяс олаайҙың хәтерләүенән: “1943 йыл булды был хәл. Рейдҡа ингәс Нурғәле менән беҙ йыш күрешә торғайныҡ. Мин уларға снаряд ташыным. Рейдта ҡамауҙан сығыр алдынан мин контузия алдым, Нурғәле мине санчаскә алып килде. Иртәгеһенә үк аяғынан ҡаты яраланған үҙен дә санчаскә алып килделәр. Яралылырҙы немецтарға ҡалдырмаҫҡа тырышып төнөн бер урындан икенсе урынға күсерә инек. Ҡорал тота алғандарына ҡорал тоттороп, ауыр яралыларҙы бер ҙур һарайға ҡалдырҙыҡ та, ҡамауҙы өҙөп сыҡтыҡ. Нурғәле шул һарайҙа ятып ҡалды. Уны алып китеүе мөмкин булманы. Самолет килергә тейеш ине. Әммә фашистар көслө ут асыу сәбәпле самолет төшә алманы...” Хажин Ильяс ауылға әйләнеп ҡайта, ул ҡамауҙан сыҡҡандан һуң башҡаса ҡартатайымды күрмәгән.
Өмөтбикә ҡартәсәйем 1943 йылда “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙҙы алһа ла, тере ҡайтырына ышанып ғүмер буйы көтә. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл итә: Нурғәле ҡартатай ҡайтмай.
Шәмсинур ҡартәсәйемдең хәтер һандығында Нурғәле ҡартатайымдың бик күп фотолары һәм документтары һаҡлана (Фото № 25)
“Хәтер. Башкортостан” китабында (Фото № 26) һәм “Мемориал” сайтында (Фото №27) Нурғәле ҡартатайымдың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында мәғлүмәт бирелә.
III. Һығымта.
Шулай итеп, Тыуған ил өсөн минең ике ҡартатайым да ҡаһармандарса һуғышҡан һәм Бөйөк Еңеүгә тос өлөш индергән. Мин улар менән сикһеҙ ғорурланам. Эҙләнеү эшен дауам итергә уйлайым. Нурғәле ҡартатайымдың ерләнгән ерен табырмын тип уйлайым. Үҙ ғаиләңдең тарихын белеү бик мөһим, сөнки Тыуған ил тарихы менән ғаилә тарихы тығыҙ бәйләнгән..
IV. Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Баймаҡ ҡалаһы тыуған яҡты өйрәнеү музей материалдары;
2. «Башҡорттар китте һуғышҡа», Хамматов Я.,Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте,1990 й.;
3. “Подвиг народа”, “Мемориал” интернет сайттары мәғлүмәттәре;
4. Матбуғат биттәренән алынған материалдар:
4.1. “Һаҡмар”, №42, 16 апрель 2005;
4.2. “Һаҡмар”, № 48, 30 апрель 2005 йыл;
4.3. “Һаҡмар”, №49, 30 апрель 2009 йыл,
4.4. “Һаҡмар”, №48(1377),
4.5. “Йәшлек” , №60, 23 ноябрь 2006 йыл;
5. «Сказание о земле Баймакской», Уфа: Слово,1998 г.;
6. «Память. Башкортостан», Уфа, Китап,1994 г..
Цветущая сакура
Музыка космоса
Рисуем осень: поле после сбора урожая
Мать-и-мачеха
Рисуем осенние листья