"Фәнгә тәүге аҙымдар", 2016 йыл, 2-се урын
Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 97.5 КБ |
Ғафури районы Муниципаль районы
Красноусол башҡорт гимназия – интернаты
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары өсөн
“Фәнгә тәүге аҙымдар” IX район фәнни - ғәмәли конференцияһы
Секция: башҡорт филологияһы
Ж. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романында халыҡ ижады ынйылары
Арыҫланова Айгөл, 10-сы класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Рәхимова М.М., башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2016
Тема: Ж. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романанда халыҡ ижады ынйылары
Тикшеренеүҙең актуаллеге:
• Ж. Кейекбаев ижадына иғтибарҙың артыуы;
• халыҡ ижады ынйыларын өйрәнеү , уларҙы быуындан быуынға тапшырыу.
Тикшеренеү объекты:
• халыҡ ижады , уның төрҙәре.
Тикшеренеү эшенең предметы:
• күренекле тел белгесе һәм әҙип Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романы.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
• Ж. Кейекбаевтың романында фольклор өлгөләренең ҡулланылышын тикшереү,
• әҫәрҙең “күңел иретерлек һүҙҙәр хазинаһы “ булыуын иҫбатлау.
Тикшеренеү алымдары:
• “Туғандар һәм таныштар” романын ныҡлы өйрәнеп анализлау,
• эҙләнеү , классификациялау, анкета үткәреү, яуаптарҙы эшкәртеү, дөйөмләштереү, математик иҫәпләүҙәр,
• һығымта яһау.
Эштең практик әһәмиәте :
• эҙләнеү эшендә яһалған һығымта һәм һөҙөмтәләрҙе әҙәбиәт дәрестәренә әҙерләнгәндә, сығыш , докладтар, рефераттар яҙғанда ҡулланырға мәмкин.
Эштең үҫеш перспективаһы:
- Тикшереү өҫтөндә эшләү дауам итәсәк. Киләсәктә Ж. Ғ. Кейебаев музейы директоры Ғ.Ш. Шәйәхмәтов менән осрашыу планлаштырыла.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре:
• яҡташ яҙыусыбыҙ ҡобайырҙар ҡойорға ла, йырауҙары менән ярышмалы йырсы ла, профессиональ музыканттар менән көс һынашмалы мандолинасы ла, әкиәтселәр менән бәйгегә сыҡмалы әкиәт маһиры ла булған. Шулай уҡ “Туғандар һәм таныштар” романында халыҡ ижадын бик яҡшы белеүен дә күрһәтә. Ж. Кейекбаев боронғолар һүҙен изге аманат итеп һаҡлаған һәм киләсәк быуынға тапшырған.
Тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан Ҡаранйылға ауылында буласаҡ яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев халыҡ ижадының бөтмәҫ- төкәнмәҫ хазинаһы менән таныша, күңел түренә халыҡ гәүһәрҙәрен йыя. Унда ғәжәп киң күңелле Зәбирә еңгә , һүҙгә бай Сәлимә инәй кеүек кешеләр бала саҡтан уҡ Жәлил Кейекбаевҡа халыҡ моңон ишеттереп, әкиәттәрен, легендаларын һөйләп, колхоз умартасыһы , ҡурайсы Ибраһим ҡарт , йырсы Хәмит , көрәшсе Хәсән бабайҙар иң тәүге ижад ынйыларын тоҡандыралар.
Әҙәбиәт белгесе Әнүр Вахитов яҙыусының ижадын баһалап : “этнографик һәм фольклор материалдарының ҙур урын алыуы менән шул осорҙоң ғына түгел , ғөмүмән, бөтә башҡорт прозаһының иң уңышлы әҫәрҙәренең береһе булып һаналырға хаҡлы”- тип яҙҙы. Уның билдәләүенсә , әҙиптең әҫәрҙәре башҡорт халыҡ ижадының аҫыл өлгөләре менән һуғаралған. Фольклор үрнәктәренең ниндәй генә жанрына туҡталһаҡ та, һәр ҡайһыһына миҫалдар табырға мөмкин.
Мәҡәлдәр , әйтемдәр.
Йомаҡ , мәҡәл-әйтемдәрҙең ифрат күплеге, тәрән мәғәнәлеге, урынлы ҡулланылышы - әҫәрҙең иң сағыу биҙәге. Ҡулланылған мәҡәл- әйтемдәрҙе ошондай төркөмдәргә бүлеп, миҫалдар менән нығытыуҙы кәрәкле, тип таптым.
• Татлы телгә ышанма , ти халыҡ.
• Әсә һүҙе - тәңре һүҙе.
• Күпте белһәң , тиҙ ҡартайырһың.
• Былтыр ҡыҫҡанға быйыл ҡысҡырмайҙар.
• Батырһыҙ ил – инәһеҙ ҡалған күс.
• Атаң ҡаны – ил батырҙар ҡаны.
• Батырға ла ял кәрәк.
• Ил өҫтөндә сәпсек үлмәҫ.
• Ил яҙмышы - ир яҙмышы .
• Ил бәхете - ир бәхете.
• Өмөтһөҙ тормош - ул тамуҡ.
• Кешенең аты туҙғансы, үҙеңдең тайың туҙһын.
• Етем йәне - ете ҡат.
• Донъя кешегә бер битен , бер артын күрһәтә.
• Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа.
• Әсәйең үгәй булһа, атайың еҙнәй була.
• Алманың аҫылын ҡорт ашай.
• Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡҡан яҡшы.
• Ҡыҙғандыҡын ҡыҙыл эт ашаған.
• Байлыҡ аҡыл ятҡырмай, ярлылыҡ аҡыл таптырмай.
• Ҡыҙ бала уҡып мулла булырмы ла, суҡып ҡарға булырмы.
Мәҡәл - әйтемдәрҙең бүленештәренән күреүебеҙсә, Ж. Кейекбаев улар аша тыуған илгә , тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй, яманлыҡтан ситтә тороп , яҡшылыҡ ҡылып, аҡыл менән эш итергә өйрәтә. Романда шулай уҡ хәҙерге заманда һирәк ҡулланылған, онотолоп барған мәҡәлдәр ҙә осрай. Мәҫәлән:
• Бәхетһеҙҙең тоҡсайы тишек була.
• Йәштәр үҫә , ҡарттар сүгә.
• Умартаға инһә бар, осоп сығып китһә юҡ.
• Бал ҡорто - ҡанатлы ҡош.
• Улдың бер күҙе юҡ, ҡолдоң ике күҙе юҡ.
• Бер йыл тартай һимерһә, икенсе йыл бүҙәнә һимерә.
Мәҡәлдәрҙең күбеһе Ғафури районы өсөн генә хас, йәғни беҙҙең яҡта йыш ҡулланыла. Беҙҙең төбәктең , киңерәк әйтһәк , Кәлсер Табындарҙың фольклоры әлегә рәтләп йыйылмаған , махсус өйрәнелмәгән. Ошо эште тиҙерәк башҡарып , бик тә ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр , һығымталар яһарға булыр ине.
Йомаҡтар.
• Өй түбәһендә алама юрғаным ята ( йондоҙло күк).
• Өй ҡыйығында ярты икмәк ( ай).
• Китеп бара - юлы юҡ, һоҫоп алдым - юлы юҡ (һыу).
Оҫта файҙаланылған йомаҡтар , берҙән, әҫәргә халыҡ ижадының йәнә бер ынйыһын өҫтәһә, икенсенән, уҡыусыларға мауыҡтырғыс сер сисергә , асҡысын табырға ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә.
Йырҙар, сеңләүҙәр.
Ж. Кейекбаев әҫәрендә иҫ киткес бай йөкмәткеле халыҡ йырҙарын файҙалана. “Буранбай”, “Зөлхизә”, “Урал”, “Сәлимәкәй” һ.б. Уларҙы ла төркөмләп , тәрбиәүи әһәмиәтен билдәләп үтәйек.
1. Тыуған ил, халыҡ, тәбиғәт тураһындағы йырҙары патриотик тәрбиә, тыуған ергә ихтирам, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
• Урал тауҙарынан Алтайғаса
Йәйелеп ята башҡорт далаһы.
Шул далала артабан да иркен
Йәшәү теләй башҡорт балаһы.
2. Ҡатын – ҡыҙҙарҙың яҙмышын сағылдырған халыҡ йырҙарын Ж. Кейекбаев геройҙары оло кинәнес менән башҡара. Яҙыусы һайлаған йырҙарҙа ил тарихы берсә уйландыра, берсә борсолдора.
• Кеше хәлен кеше белмәй,
Үҙ башына төшмәһә.
“Туғандар һәм таныштар” романында шулай уҡ халыҡ ижадының бөтөнләй юғалған төрҙәренең береһе - сеңләүҙәр ҙур урын алып тора. Яҙыусы сеңләүгә тотош бер бүлексә ( 14 –се бүлектең 3-сө бүлексәһен) бирә. Кейәүгә бирелгән Фатима сеңләүҙәр аша үҙе күрмәгән- белмәгән , йәш яғынан оло булған кешегә һатып биргән ата-әсәһенә , туғандарына үпкә һүҙҙәре әйтә.
• Атаҡайым , бура бурайһың,
Ике салғыйҙарың һыҙғанып,
Атаҡайым мине йәштән бирҙең,
Бер ҡабымҡай ашың ҡыҙғанып.
• Кәңәш түрҙәрендә әсәкәйем
Уйламай ҙа шунда ултыра.
Үгәй ҙә генә түгел , үҙ әсәйем
Һыҡтамай ҙа димләп ултыра.
Легенда, риүәйәттәр.
Ж. Кейекбаевтың был әҫәренең уңышлы яҡтарының береһе - унда беҙҙең яҡта табылған йәки Табын ырыуы кешеләренең тормош- көнкүрешен яҡтыртҡан легенда һәм риүәйәттәрҙең ҡулланылыуы. Ташбатҡан ауылы легендаһы ауылдың исеменә бәйле. Ауыл эргәһендә һаҙ була , ә уның кәнт (романда яҙылыуынса) уртаһында таш булған. Ваҡыт үтеү менән был таш һаҙға батҡан. Шунан бирле ауыл Ташбатҡан исеме менән йөрөтөлә башлаған. Әҫәрҙе уҡыған кеше , моғайын , аңлағандыр, Ташбатҡан ауылы - ул хәҙерге Ҡаранйылға ауылы. Әлбиттә, әҫәргә дөйөмләштереү хас. Ләкин һүрәтләнгән тәбиғәт күренештәре беҙгә Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тыуған ауылы тип һығымта яһарға мөмкинселек бирә. Әҙиптең был әҫәрендә “Аласабыр” риүәйәте тураһында ла һөйләнелә. Аласабыр – ул ат. “Башҡорт халыҡ ижады”ның 2-се томына күҙ һалһаҡ , (Башҡорт халыҡ ижады. Легендалар, риүәйәттәр. Өфө ”Китап” 1997) унда “Аласабыр” риүәйәте бирелгән. Уны Ж.Кейекбаев 1945 йылда беҙҙең райондағы Иҫке Тайыш ауылының Мирсаяф Сәйфуллин исемле кешеһенән яҙып алған. Шулай булғас, был тарихи риүәйәттең дә Ғафури районында ерлеге бар тип иҫәпләргә мөмкин. Беҙ “Туғандар һәм таныштар” романын уҡып, өйрәнеп , әҙәби әҫәр генә өйрәнмәйбеҙ , ә үҙебеҙҙең яҡҡа бәйле легенда, риүәйәттәрҙе, тыуған яҡтың тарихын беләбеҙ.
Халыҡ йолалары.
Ж. Ғ. Кейекбаев ҙур һәм мөһим урынды халыҡ йолаларына бирә. Һабантуй, ҡыҙ күсереү, туй, килен төшөрөү һәм башҡа йолаларҙы автор тормоштағыса һүрәтләй. Мәҫәлән, сәсеү эштәре бөткәс, ауыл халҡы ғәҙәттәгесә гөрләтеп һабан туйы үткәргән. Малайҙар һәр өйгә инеп, ярыштарҙа еңеүселәр өсөн бүләктәр йыйғандар, ҡолғаға таҫтамал, янсыҡтар, ыңырбау, ҡулъяулыҡ һәм башҡа төрлө әйберҙәр бәйләйҙәр. Һабантуға бөтөн ауыл халҡы йыйыла. Башта ат ярыштары, йүгереү ярыштары үтә. Һуңынан башҡорттарҙың милли ярышы - көрәш башлана. Шулай уҡ башҡа төрлө- төрлө ярыштар үтә.
Ҡунаҡ саҡырыу йолаһы ла әҫәрҙә яҡшы һүрәтләнгән. Ташбатҡандар ҡунаҡты бик хөрмәтләп ҡаршы алғандар. Килгән кешене ҙурлап оло һикенең түренә , мендәр өҫтөнә ултыртҡандар. Һәм “оло һикегә ашъяулыҡ йәйеп , сәй ултыртҡандар, сәй янына ҡоймаҡ, бал, муйыллы май ҡуйып ҡунаҡ кешене һыйлайҙар”.
Ташбатҡанда элек-электән яҙылмаған етди закон нигеҙендә мираҫ бүлеү эшенә бик етди ҡарағандар. Ошо тәңгәлдә васыят әйтеп ҡалдырыу йолаһы ла һүрәтләнгән. Ошо заманға хас дүрт ҡатын алыу ҙа, көндәштәренең үҙ -ара мөнәсәбәте лә әҫәрҙә яҡшы һүрәтләнгән.
Ж. Кейекбаевтың әҫәрендә йолаларҙы урынлы ҡулланып , ентекле яҙыуы - уның башҡорт халҡының ғөрөф- ғәҙәттәрен яҡшы белеүе , оло ихтирамы , иғтибары тураһында һөйләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, роман ижад иткән осорҙа Ж.Кейекбаев фольклор традицияларына таянып милли колорит тыуҙырырға ынтылғаны өсөн тәнҡит утына эләгә. Әҫәр менән ентекле танышҡандан һуң, ошо күҙәтеүҙәрҙән сығып шуны әйтергә була , Ж.Ғ. Кейекбаев әҫәрҙәрендә фольклор үрнәктәре уҡыусыға илгә, халыҡҡа таяныс булыу, яҡшыны ямандан, ысынды ялғандан айыра белеү , ғәҙел , мәрхәмәтле, тыйнаҡ , иманлы булыу, кешеләргә рухи байлыҡ , изгелек өләшеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй.
Ҙур ғалимдар, бөйөк яҙыусылар һәр ваҡыт халыҡ ижадын юғары баһалағандар , уны өйрәнергә, йыйырға һәм һаҡларға саҡырғандар. М. Горький ошо хаҡта шулай яҙып ҡалдырған : “ Халыҡ ижадын белмәй тороп , хеҙмәтсән халыҡтың ысын тарихын белеп булмай. Һүҙ сәнғәтенең башы фольклорҙа, үҙ фольклорығыҙҙы йыйығыҙ, уны өйрәнегеҙ. Фольклорҙы белмәгән яҙыусы - насар яҙыусы ул. Халыҡ ижадында бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ йәшеренеп ята, намыҫлы яҙыусы уға эйә булырға тейеш”. Ә бөгөнгө көндә халыҡ ижадын өйрәнеүҙең ниндәй әһәмиәте бар ? Өйрәнеү кәрәкме ул? Ошо маҡсатта гимназия уҡыусылары араһында анкета үткәрелде.
Анкета буйынса һығымта
№ | Һорауҙар | “Эйе” | “Юҡ” |
1. | Бөгөнгө көндә халыҡ ижадын өйрәнеү кәрәкме? | 95% | 5% |
2. | Һеҙ бәләкәй саҡта олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән тыңлаған әкиәттәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте булғанмы? |
100% |
- |
3. | Халыҡ ижады өлгөләре кешене рухи яҡтан үҫтерәме? | 78% | 22% |
4. | “Халыҡ ижадын белмәй тороп халыҡтың тарихын белеп булмай “ тигән фекер менән килешәһегеҙме? | 67% | 33% |
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Сығанаҡтар:
Һорауҙар буйынса шундай йомғаҡ яһалды :
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Сығанаҡтар:
Ж. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романанда халыҡ ижады ынйылары
Арыҫланова Айгөл, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
10-сы класс уҡыусыһы (етәксеһе - Рәхимова Миләүшә Миңнулла ҡыҙы)
Тикшеренеүҙең актуаллеге:
• Ж. Кейекбаев ижадына иғтибарҙың артыуы;
• халыҡ ижады ынйыларын өйрәнеү , уларҙы быуындан быуынға тапшырыу.
Тикшеренеү объекты:
• халыҡ ижады , уның төрҙәре.
Тикшеренеү эшенең предметы:
• күренекле тел белгесе һәм әҙип Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романы.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
• Ж. Кейекбаевтың романында фольклор өлгөләренең ҡулланылышын тикшереү,
• әҫәрҙең “күңел иретерлек һүҙҙәр хазинаһы “ булыуын иҫбатлау.
Тикшеренеү алымдары:
• “Туғандар һәм таныштар” романын ныҡлы өйрәнеп анализлау,
• эҙләнеү , классификациялау, анкета үткәреү, яуаптарҙы эшкәртеү, дөйөмләштереү, математик иҫәпләүҙәр,
• һығымта яһау.
Эштең практик әһәмиәте :
• эҙләнеү эшендә яһалған һығымта һәм һөҙөмтәләрҙе әҙәбиәт дәрестәренә әҙерләнгәндә, сығыш , докладтар, рефераттар яҙғанда ҡулланырға мәмкин.
Эштең үҫеш перспективаһы:
- Тикшереү өҫтөндә эшләү дауам итәсәк. Киләсәктә Ж. Ғ. Кейебаев музейы директоры Ғ.Ш. Шәйәхмәтов менән осрашыу планлаштырыла.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре:
• яҡташ яҙыусыбыҙ ҡобайырҙар ҡойорға ла, йырауҙары менән ярышмалы йырсы ла, профессиональ музыканттар менән көс һынашмалы мандолинасы ла, әкиәтселәр менән бәйгегә сыҡмалы әкиәт маһиры ла булған. Шулай уҡ “Туғандар һәм таныштар” романында халыҡ ижадын бик яҡшы белеүен дә күрһәтә. Ж. Кейекбаев боронғолар һүҙен изге аманат итеп һаҡлаған һәм киләсәк быуынға тапшырған.
Анкета буйынса һығымта
№ | Һорауҙар | “Эйе” | “Юҡ” |
1. | Бөгөнгө көндә халыҡ ижадын өйрәнеү кәрәкме? | 95% | 5% |
2. | Һеҙ бәләкәй саҡта олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән тыңлаған әкиәттәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте булғанмы? |
100% |
- |
3. | Халыҡ ижады өлгөләре кешене рухи яҡтан үҫтерәме? | 78% | 22% |
4. | “Халыҡ ижадын белмәй тороп халыҡтың тарихын белеп булмай “ тигән фекер менән килешәһегеҙме? | 67% | 33% |
Ҡулланылған әҙәбиәт:
Сығанаҡтар:
Пчёлы и муха
Приключения Тома Сойера и Гекельберри Финна
Щелкунчик
Туманность "Пузырь" в созвездии Кассиопея
Швейня