"Ғафури уҡыуҙары", 2019 йыл, 1-се урын
Вложение | Размер |
---|---|
Эҙләнеү эше. | 19.5 КБ |
Абдуллина Милена, Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусыһы
Тема: Революцияға тиклем ҡатын-ҡыҙҙың хәле
(М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы һәм А.Островскийҙың “Гроза” драмаһы буйынса)
Тикшеренеүҙең актуаллеге:
● М.Ғафури ижадына иғтибарҙың артыуы,
● әҙәбиәттәрҙең бер-береһенә бәйлелеге, уртаҡ темаларҙың үҫтерелеүе,
● бөгөн йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың роле үҫеүе,
● диндең тергеҙелеүе.
Тикшеренеү объекты:
● әҙәбиәт һәм йәмғиәт.
Тикшеренеү эшенең предметы:
● Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы,
● рус драматургы А.Островскийҙың “Гроза” пьесаһы.
Эштең яңылығы:
● ҡатын-ҡыҙҙырҙың революцияға тиклемге һәм унан һуңғы хәлен бирелгән авторҙар һүрәтләүендә сағыштырып асыҡларға тырышыу.
Тикшеренеү эшенең маҡсаты:
● рус һәм башҡорт әҙәбиәте өлгөләрен сағыштырып һығымта яһау,
● яҙылыу осороноң әҫәрҙәргә йоғонтоһон, күтәрелгән проблемаларҙың бөгөнгө көндә ҡуйылышын асыҡлау.
Тикшеренеү эшенең бурыстары:
● төп геройҙарҙы тикшереү һәм сағыштырыу,
● уларҙың характерын, ҡылыҡтарын сағылдырыу өсөн авторҙарҙың ниндәй саралар, деталдәр ҡулланғанын асыҡлау,
● юғары класс уҡыусылар күҙлегенән сығып, бөгөнгө ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмғиәттәге урыныны билдәләү.
Тикшеренеү алымдары:
● әҫәрҙәрҙе сағыштырып анализлау,
● интервью, анкета үткәреү, яуаптарҙы эшкәртеү, дөйөмләштереү, анализлау, математик иҫәпләүҙәр,
● һығымталар яһау.
Эштең практик әһәмиәте:
● тикшеренеү материалдары әҙәбиәт дәрестәренә әҙерләнгәндә, махсус курс дәрестәрендә ҡулланылырға мөмкин.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре:
● төп геройҙарҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары, уларҙың тормошҡа ҡараштары формалашыуға булышлыҡ иткән шарттар асыҡланды.
Анкета яуаптары нигеҙендә юғары класс уҡыусыларының Ғәлимә һәм Катерина образдарына, диндең бөгөнгө роленә, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың тотҡан урынына ҡараштары билдәләнде.
Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләре буйынса һығымталар:
М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесының һәм А.Островскийҙың “Гроза” драмаһының төп геройҙары әҙәби тәнҡиттә ҙур урын алды. Ғәлимәне, автор “миллион ҡорбандарҙың береһе” тиһә, Катеринаны ошо “миллиондар”ҙан айырылып сығырға әҙер “ҡараңғы батшалыҡтың бер нуры” тип атанылар.
Геройҙарҙың оҡшаш яҡтары:
Катерина | Ғәлимә | |
Ата-әсә һөйөүе, иркәләү, наҙ, татып үҫә, уның уйҙары ла изге, асыҡ, әммә үҙе килеп эләккән донъя уны юлынан тайпылырға мәжбүр итә. Үлем гонаһ түгел, ә ыҙа сигеүҙәрҙән ҡотолоу булараҡ ҡабул ителә. | Повестың башында беҙ уны хурланған хәлдә күрәбеҙ, ләкин әҫәр һуҙымында уның ысын йөҙө- саф күңелле, сибәр, ярҙамсыл, ҡыйыу ҡыҙ икәне асыла. Ата-әсәһе яғынан аңлау һәм яҡлау тапмай, хаҡһыҙға ғәйеп тағылыу ҡайғыһынан ҡотолоу юлы итеп үлемде һайлай. | |
Үлем-улар өсөн ҡурҡаҡлыҡ түгел, ә уларҙы ошо көнгә еткерелгән патриархаль йәмғиәткә, иҙеүсе тәртиптәргә протест, азатлыҡҡа ынтылған күңел сағылышы.Үҙҙәренең ҡылыҡтары менән улар ниндәйҙер кимәлдә халыҡ массаһының да протесын белдерә. | ||
Үҙенең кешелек хоҡуҡтарын яҡлап, тормош һаҙлығынан ҡотолоу өсөн, Бориста таяныс эҙләй, ләкин уны һөйгәне ташлап китә. | Закирҙан тороп ҡала, бөтә ҡайғы-бәләләрҙе бер үҙе күтәрә. Уға кеше араһында йәшәү ауыр була, яҡындарына тик ҡайғы-һағыш ҡына килтереүен, килеп тыуған хәлдең ҡотолғоһоҙ булыуын, йәмғиәткә ҡаршы тора алмауын аңлай. | |
Икеһе лә үҙҙәре йәшәгән йәмғиәт ҡорбандары. Уларҙы һәләк итеүселәр- динде үҙ файҙаһына бороусы ике йөҙлө бәндәләр. |
Геройҙарҙың айырмалы яҡтары:
Яҙылыу осороноң әҫәрҙәргә йоғонтоһо
М.Ғафури һәм А.Островский әҫәрҙәрендә революцияға тиклемге йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҙелеүе, кәмһетелеүҙәре сағылһа ла, ижад ителеүенең осоро йоғонто яһаған. “Гроза” революцияға тиклем яҙылыу сәбәпле, унда дин тәнҡитләнмәй, киреһенсә, Катерина образында, уның телмәре, ҡылыҡтары аша юғары күтәрелә. Ул ысын күңелдән аллаға ышана, саф тойғолар менән мөрәжәғәт итә. “Ҡара йөҙҙәр”ҙең пафосына заман һулышы ҡағылған. Революциянан һуң динде ҡыҫымға алыу, мәсет, сиркәүҙәрҙең бөтөрөлөүе, В.И.Лениндың “Дин-халыҡ өсөн опиум” тигән девизы әҫәрҙең йөкмәткеһендә лә сағыла. Дин һәм дин әһелдәре бында тик кире яҡтан, кешене алдаусы, ике йөҙлө итеп һүрәтләнә.
Тимәк, конкрет кешеләрҙең, йәмғиәттең, дәүләттең тормошонда диндең роле бер төрлө түгел. Беҙҙең көндәрҙә лә дин тергеҙелә башланы: күпләп мәсеттәр төҙөлә, ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар дини юлға баҫалар, махсус уҡып сығалар. Был нимә бирә? Беҙҙең йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй роль бирелә ? Ошо маҡсатта юғары класс уҡыусылары араһында анкета үткәрелде.
Анкета буйынса һығымта
№ | Һорауҙар | Йыш осраған аңлатмалар | Эйе | Юҡ |
1 | Ғәлимә менән Катерина оҡшаш образдармы? | Икеһенең дә мөхәббәте аяныслы, икеһе лә бәхетһеҙ | 87% | 13% |
2 | Бөгөн дин кешене рухи яҡтан үҫтерәме? | 100% | - | |
3 | Ҡатын-ҡыҙҙың етәксе органдарҙа ултырыуына ыңғай ҡарайһығыҙмы? | 1.Ҡатын-ҡыҙ эшкә яуаплыраҡ ҡарай. 2.Ир-егет ҡатын-ҡыҙҙан өҫтәрәк тороға тейеш. | 53% | 29% |
4 | Мәктәптәрҙә тәрбиә һәм уҡытыуҙа күпселек ҡатын-ҡыҙ булыуы ыңғай күренешме? | 1.Уҡытыу-ҡатын-ҡыҙ эше. 2.Физкультура, ОБЖ-нан ир уҡытыусы булырға тейеш. 3.50×50 | 41% | 38% |
Бөгөнгө көндә диндең абруйы күтәрелә, ҡарап үткән әҫәрҙәр менән сағыштырғанда был- һәйбәт күренеш. Ошо фекерҙе Красноусол ауылы дин әһеле Рауил хәҙрәт тә раҫлай. Уның фекеренсә, дин бөгөн азатлыҡҡа аяҡ салмай. Тормошта, мәктәптәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың төп урынға сығыуы ла, анкета яуаптарынан күренеүенсә, аптырарлыҡ күренеш түгел.
Эштең үҫеш перспективаһы:
Беҙҙең быуын аңында ҡатын-ҡыҙ ир-егет менән бер тиң булырға тейеш, тигән ҡараш нығынған. Был фекер ҡатын-ҡыҙҙарға өҫтәлмә яуаплылыҡ, йөкләмә һалмаймы һәм шуның менән уны тағы ла баҫмаймы икән? Был, беҙҙеңсә, айырым тикшереүҙе талап итеүсе мәсьәлә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1.Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда, IV том. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.
2.Островский А. Пьесы. М.,1990.
3.Рамазанов Ғ. Мәжит Ғафури. Халыҡ шағиры хаҡында китап. -Өфө:Башҡортостан китап нәшриәте, 1991.
4.Добролюбов Н.А. Луч света в темном царстве.//Русская литература XIX века. Хрестоматия для общеобразовательных учреждений / Под ред. Г.Н.Ионина.-2-е издание.-М.: Мнемозина, 2001.-с.166-175.
5.Хисамитдинова Ф.Г. Место и роль башкирской женщины в семье и обществе : история и современность.//Второй всемирный курултай башкир. Документальные материалы.Стенографический отчет.-Уфа:Китап, 2002.с-556-559.
Сығанаҡтар:
1.Ғафури районы Красноусол ауылынан Рауил хәҙрәт менән әңгәмә.
2.Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары менән үткәргән анкета.
Выбери путь
Стеклянный Человечек
На берегу Байкала
Владимир Высоцкий. "Песня о друге" из кинофильма "Вертикаль"
Шелковая горка