Конкурсная работа районного литературно-творческого конкурса "Пою мою Республику"на башкирском языке,посвященная Дню Республики Башкортостан и 90-летию Абзелиловского района заняла ТРЕТЬЕ место.
Вложение | Размер |
---|---|
konkursnaya_rabota_gibadatova_a.u.mbou_sosh_s.krasnaya_bashkiriya.docx | 20.3 КБ |
Конкурсная работа
районного литературно-творческого конкурса
«Пою мою республику»,
посвященному Дню Республики Башкортостан и 90-летию района
Тематическое направление конкурсной работы-
«Минең изге төйәгем,Һине һөйә йөрәгем...»
Формат конкурсной работы- эссэ
ФИО участника конкурса-
Гибадатова Алия Ураловна,ученица 7Б класса
МБОУ СОШ с.Красная Башкирия
Руководитель- Муратова Земфира Фаниловна,учитель английского языка и башкирского языка как государственного
МБОУ СОШ с.Красная Башкирия МР Абзелиловский район РБ
2020г.
Ай, тыуған ил, тыуған ил,
Кендегем береккән ил,
Башҡортостаным илемдә,
Йөҙөк ҡашым – Әбйәлил.
Эй, Әбйәлил, Әбйәлил,
Яҡты күлдәргә бай ил,
Ҡырҡтытауым – ҡырҡ мөғжизә,
Ҡыҙыл һыҙылып аҡҡан ил.
(Ә.Н. ЯЛМЫРҘИНА)
Һәр кемгә тыуған ил берәү генә була. Башҡортостан–минең илем. Бында тыуҙым, йәшәйем һәм бының менән сикһеҙ ғорурланам.. Республикамда һәр бер ҡала, һәр бер район үҙенең халҡы, тәбиғәте менән дан тота. Тыуған яғым-Әбйәлилем күңелемә яҡын һәм мин уны яратам. Беҙҙең Әбйәлил районы шундай матур урында урынлашҡан. Бөтә яҡтан да уны Хоҙай бүләкләгән.
Минең олатайым Әбйәлил районының Ҡужан ауылында йәшәй. Йәй көндәрендә мин уларҙа ял иттем. Уларҙың ауылы аша Mоһаҡ йылғаһы аға. Ауылды бик күп тауҙар уратып алған. Тауҙар итәгендә тәмле еләктәр үҫә.
Ул ауылда Ҡужан ҡарағастары «Йортбикә» тип аталған яланда үҫә. Ауыл халҡы уларҙы «бөҙрә», «өлтөк» ҡарағастар тип йөрөтә.Башҡа ҡарағастарҙан айырмалы: улар бейек тә һәм сихри көс менән эйә. Ғалимдар фекеренсә, уларҙың йәше 400 йылға яҡын. Ҡырҡтытауға барып етмәй, «Таш өй» мәмерйәһе урынлашҡан.Ул урынды сит кеше белмәй,ләкин ауыл халҡы йөрөй..
Күрше Салауат ауылында Ғимранташ шарлауығы бар.Унда беҙҙе олатайым ат менән алып барҙы.Иң бейек урынына менеп, тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып,күп фотоһүрәттәр төшөрҙөк.
Тыуған яғымдың тәбиғәте һәр бер кешене үҙенә ылыҡтырып, ымһындырып саҡырып тора. Юҡҡа Башҡортостанды икенсе Швейцария тип атамайҙар, ә Әбйәлилде Башҡортостандың тәбиғәт мөғжизәһе…Ошондай ожмахтай ерҙә йәшәүем менән мин бик бәхетлемен һәм шатмын.
Как нарисовать ветку ели?
Снег своими руками
Сказка "Колосок"
Колумбово яйцо
Где спят снеговики?