5 класс уҡыусыһы Фәссахов Таһир өләсәһенең һуғыш йылдары хәтирәһен хат формаһында яҙып алған.
Вложение | Размер |
---|---|
hugysh_balalarynan_hat.docx | 86.93 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Салауат районы муниципаль районы Арҡауыл ауылының Байыҡ Айҙар исемендәге урта дөйөм белем биреү бюджет мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы
Хәҙерге быуын балаларына
һуғыш балаларынан хат
(өләсәйем Мөслимә Мәһәҙи ҡыҙы хәтирәһе)
Башҡарҙы: 5а класс уҡыусыһы
Фәссахов Таһир Илнур улы
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Иҙрисова Лилиә Марс ҡыҙы
2020 йыл
Һаумы, улым! Һиңә күп сәләмдәр, изге теләктәр менән өләсәйең хат яҙа. Хәлдәрең нисек? Уҡыуҙар барамы? Мәктәптә ниндәй яңылыҡтар бар?
Мине белгәндәрҙең барыһына ла сәләм!
Мәктәптә Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек башланғандыр инде. Һин дә ситтә ҡалмай ҡатнашаһыңдыр, тип ышанам.
Эй, ул һуғыш йылдары... Һуғыш... Был дәһшәтле һүҙҙе китаптарҙан уҡып, кинофильмдар ҡарап ҡына беләһеңдер. Ә беҙ был Еңеү көнөн көтөп алдыҡ. Улым, беҙҙең ғаилә лә был дәһшәтле һуғыш йылдары бер ҙә онотолмай шул.
1941 йылдың 22 июне. Салт аяҙ көндө яландарҙа эш ҡайнай, күптәр һабантуйға киткән. Халбыҙҙың тормошо йәмле була. Ошо матур көндөң таңында, илебеҙҙең көнбайыш сигенә, фашистар баҫып инә. Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Илебеҙ халҡы, ҡорос ҡалҡан булып, фашист илбаҫары алдына баҫа. Салауат тоҡомо ла, Ватан-Әсә һүҙен тотоп, үҙенең аҫыл улдарын яуға оҙата. Ғәрәсәтле һуғыш дүрт йылға һуҙыла. Яугирҙарыбыҙға йән аямай һуғышырға, бик күп ҡорбандар бирергә тура килә. Әммә кешелеккә үлем янаған фашисттар үҙенең ерендә дөмөктөрөлә. Рейстах түбәһенә совет һалдаты Еңеү байрағын ҡаҙай. Беҙ еңдек! Тик был еңеү бик ҡиммәткә төштө. Миллиондарса кешеләрҙең ғүмерҙәре, әсәләр һағышы, йәтим ҡалған балаларҙың күҙ йәштәре...
Ҡәһәрле, оҙайлы һуғыш һәр ғаиләгә ауырлыҡтар, хәсрәт-юғалтыуҙар килтерә, халыҡ тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерә.
Беҙ Ҡыйғы районы Ҡәҙер ауылында йәшәнек. Атайым Мәһәҙи менән әсәйем Шәһиҙә колхозда алдынғы эшселәр булды. Уларҙың ғаиләһендә беҙ, өс бала, Мөслимә, Әбүбәкир, Зөлхизә үҫтек. Миңә ул саҡта ни бары 6 йәш кенә ине. Радио, электр уты ул замандарҙа юҡ ине. Ауыл һәүетемсә тыныс тормош кисерә. Хилаж бабай Әнйәк ауылынан “һуғыш башланған”, тигән хәбәр алып ҡайтты. Һабантуйҙа ял итеүсе халыҡ та ашығып ҡайтып төштө.
17 июнь беҙҙең ауылдан 18 кеше фронтҡа китте. Шулар араһында атайым Мәһәҙи ҙә бар ине. Идара йорто алдында парторг Х.Хәйретдинов ҙур митинг үткәрә. Илаш, һыҡташ... Аттар Сулиәгә йүнәлә. Ауылдан шулай бер-бер артлы йөҙҙән ашыу ир-егет фронтҡа китә. Ауыл етемһерәп, моңһоуланып ҡала. Колхоз эше ҡатын-ҡыҙҙар, оло йәштәге ҡарттар, үҫмер балалар өҫтөнә төшә. Райондың иң шәп аттарын һуғышҡа оҙаталар. Инәйҙәр һыйыр егеп ер һөрә, ҡарттар тубал аҫып иген сәсә. Ферма малдары, күтәртә башлай, үлә. Өс ҡатын, бер арбаға егелеп, Мөрсәлимдән, Ҡыйғынан сәсеү орлоғо ташый. Ашарға юҡ, арып-йонсойҙар. Йөктәрен “Уфалла” тип атайҙар.
Фронт өсөн ағас кәрәк. Йәш ҡыҙҙарҙы Ҡолмош леспромхозына сиратлап эшкә ебәрәләр. Улар ҡушылған норманы ҡул бысҡыһы менән бысып, штабелгә өйәләр.
Үҫмерҙәрҙе һуғыш иртә эшкә екте. Улар ҡапыл ҙурайып, етдиләнеп китте. Ҡыҙҙар бесән сапты, егеттәр күбә тарттырҙы, кәбән ҡойҙо. Ялан-баҫыуҙарҙан төнһөҙ ҡайтманы.
Уҡытыусылар фронтҡа посылкалар ебәреүҙе ойошторҙо. Ойоҡбаш, бейәләй, кисет, ҡулъяулыҡ, тәмәке – һалдат өсөн ҙур бүләк ине.
Бер һалдат Өфө госпиталенән күрше Сафура әбейгә: “Апай, бүләгеңде алдым, рәхмәт!” - тип хат ебәргән ине.
Уҡытыусылар халыҡҡа һуғыш, хәрби хәрәкәттәр хаҡында һөйләп торҙо. Фронтҡа әсәләр исеменән хаттар яҙҙылар, килгән хаттарҙы уҡынылар.
“Барыһы ла еңеү өсөн!”, тигән саҡырыуы менән эшләне халыҡ. Барыһы ла хәленән килгәнсә ярҙам итте.
Инәйҙәр, ҡатындар, ҡыҙҙар – һәр береһе яуға киткән улдарын, ирҙәрен, егеттәрен көттөләр. Хәбәр булмаһа, бәлки госпиталдә яталыр, йәиһә пленға төшкәндер, тип фараз иттеләр.
Ғиззинуал ҡәртнәйем улы Мәһәҙине (атайымды) ғүмер буйы көттө. Һандыҡта атайҙың фронтҡа киткәндә һалған ҡыя яғалы күлдәге, бер киҫәк ҡара икмәге ятты. Уларҙы ҡәртнәйем күҙ йәштәре аша һыйпап, икмәген еҫкәп алыр ине. Тәҙрәгә ҡош ҡунһа: “Улымдан сәләм килтерҙе”, - тип йыуанды. Сәй эсергә ултырһаҡ, һәр саҡ артыҡ тәгәс ҡуйҙы. “Атайығыҙ ҡайтып инер ҙә сәйгә ултырыр”, - тиер ине.
Инәйебеҙ яҙа белмәгәс, атайым хаттарҙы һеңлеһе Мәрфуға апайға яҙҙы. Бер хатында ул: “Бик ҡаты һуғыш бара. Күптән түгел төш тә күрҙем. Һыбай йылғаны аша сыҡҡанда ҡоланым, үҙ атым тапаны. Мәрфуға, яуҙан ҡайта алмаһам, минең ғаиләмде ҡарашырһың инде,” – тип яҙа. Төш тыусар була.
1942 йылда ауылға фронттан һалдаттарҙың яуҙа үлеүе тураһында “ҡара хаттар” килә башланы. Ошо йылда ғына ун дүрт ғаиләгә “похоронка”, ә ун биш йортҡа атайҙарҙың хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында хаттар килде. Беҙ ҙә июль айында атайыбыҙҙың үлеүе тураһында “ҡара хат” алдыҡ. Бөтә ғаилә иланы, туғандар, күршеләр ҡайғы уртаҡлашты. Ул ауыр йылдарҙа халыҡ берҙәм, татыу булды. Ҡара ҡайғыны бөтә ауыл уртаҡлашты.
“Похоронка” килһә лә, атайҙың ҡайтыуын көттөк, тик ҡәртнәйем Ғиззинуал ныҡ ҡартайҙы, 90 йәшендә донъя ҡуйҙы. Инәйебеҙ 30 йәшендә тол ҡалды. Беҙҙе, өс баланы, аяҡҡа баҫтырҙы.
Ауыр, яңғыҙ тормоштан сәстәре ағарҙы, бөкөрәйҙе. Бирешмәне, 80 йәшендә гүр эйәһе булды.
Эй, Хоҙай, һуғышты, “ҡара ҡағыҙҙы” күрмәһен ине бөгөнгө быуын. Киләсәктә бер ғаиләгә лә һуғыш афәте ишек ҡаҡмаһын ине.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итәсәк. Һәр ауылда яу яланында ҡорбан булғандар өсөн стеллалар, һәйкәлдәр бар. Еңеү көнөндә генә түгел һәр саҡ яугирҙарҙы иҫкә алығыҙ, ветерандарҙы, улар инде хәҙер бармаҡ менән генә һанарлыҡ, ихтирамлап, ярҙам итеп тороғоҙ, бөгөнгө рәхәт тормош өсөн, рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәгеҙ!
Улым, тормош бөгөн дә беҙҙе уяу булырға саҡыра. Һеҙ, илебеҙҙең тыныслыҡ һағында торасаҡ балалар, ошо матур ғәзиз еребеҙе һаҡлап, атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәй, киләсәк быуынға еткерерһегеҙ тип ышанам.
Күп сәләмдәр менән өләсәйең Мөслимә. 25 февраль 2020 йыл
Одна беседа. Лев Кассиль
Ласточка
Музыка космоса
Три орешка для Золушки
Швейня