Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер?
Вложение | Размер |
---|---|
insha.doc | 30.5 КБ |
Мәктәптә кем һуң ҡаршылай
Йәйеп беҙгә киң ҡоласын?
Әйтерһең, ул ҡошсоҡтарын
Ҡурсалаусы бер ыласын?
Унан бер ҙә күҙ яҙҙырмай,
Күҙәтеп бар хәрәкәтен,
Һәр бала башлайҙыр шулай
Ҙур донъяға сәйәхәтен.
(Р.Шаммас. “Уҡытыусыма”)
Кем ул уҡытыусы? Икенсе әсәйме, әллә белемдең иң бейек баҫҡысына үрләргә ярҙам итеүсеме? Бәлки, ҙур тормошҡа әҙерләүселер?
Уҡытыусы һөнәре – ауыр, яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Яғымлы, изге күңелле, балалар менән уртаҡ тел таба белгәндәр генә ошо һөнәрҙе һайлайҙыр. Кешелектең барлыҡ яҡшы сифаттары, уҡытыусы күңелендә урын алған.
XXI быуатта ниндәй булырға тейеш бөгөнгө көн уҡытыусыһы? Ошо һорауҙар тураһында минең бик күп уйланғаным бар.
XXI быуат – яңы информацион технологиялар заманы. Хәҙерге мәктәп шарттары беҙгә дәрестәрҙә төрлө компьютер техникаһын ҡулланырға мөмкинлек бирә. Әлеге көндә компьютерһыҙ дәрестәрҙе күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Компьютер – уҡытыусы эшен бик күпкә еңеләйтә. Ә шулайҙа, компьютер уҡытыусыны алыштыра алмай, ә тик техник сара булып ҡына хеҙмәт итә.
Мин уҡыған Аллабирҙе урта мәктәбендә XXI быуат уҡытыусылары эшләй ҙә инде. Улар һәр береһе үҙҙәренең һөнәрен яратып,күңелен һалып башҡара. Уҡыусылар араһында ҙур хөрмәт яулаған уҡытыусыларҙың береһе Күҙбаева Наилә Нәҙир ҡыҙы. Ул ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған йәш белгес. Беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренән белем бирә. Телебеҙҙең матурлығын, байлығын уның дәрестәрендә өйрәнәбеҙ.
Наилә Нәҙир ҡыҙының уҡыусылары ижади эштәрҙә, олимпиадаларҙа һынатмай.
Мин дә, уҡытыусымдан алған белемемде нурҙар итеп таратам: иншалар конкурсында бер нисә йыл рәттән призлы урын алдым, ә инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада ла алдынғы урынға сыҡтым. Туғанлыҡ сылбырҙарын барлап “Шәжәрә” байрамын да ҡатшашып “Иң яҡшы шәжәрә” тигән исем яуланым.Ошо минең ҡатнашып , яулап алған уңыштарым, уҡытыусымдың эш һөҙөмтәһе лә инде. Бына ул –XXI быуат уҡытыусыһы.
Наилә Нәҙир ҡыҙы мәктәптә талапсан уҡытыусы, өйҙә мөләйем ҡатын, уңған хужабикә, хәстәрле әсә.
Ҡәҙерле уҡытыусыма яуаплы, ауыр, изгелекле эшендә уңыштар, ижади асыштар теләйем.
Д.С.Лихачёв. Письма о добром и прекрасном: МОЛОДОСТЬ – ВСЯ ЖИЗНЬ
Весёлая кукушка
Стеклянный Человечек
Сказка "Дятел, заяц и медведь"
Юрий Алексеевич Гагарин