Вложение | Размер |
---|---|
sochin.zaza_.doc | 31 КБ |
Әҙәбиәт йылына арналған муниципаль иншалар конкурсы
“Республикамды данлайым”
Ижади эш: Тыуған яҡ мөғжизәһе
Башҡарҙы: 3 – сө класс уҡыусыһы Ниғмәтуллина Гөлфиә
МДББУ Николаевка ауылы урта мәктәбе
Тикшерҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы
2015 йыл.
Халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән данлы батыр, етәксе Салауат Юлаевтың тыуған илгә ҡарата һөйөүе, минең күңелемдә ғорурлыҡ тойғолары уята. Салауат Юлаев – ул Башҡортостан, ә Башҡортостан – ул Салауат Юлаев. Улар бер - береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Илебеҙҙе Юлай улы Салауатһыҙ күҙ алдына килтерерлек тә түгел, сөнки ул башҡорт халҡының милли батыры һәм илебеҙҙең йөҙөк ҡашы. Салауат Юлаев үҙенең шиғырҙарында тыуған яғын данлай һәм тәбиғәттең йәме, кейек – ҡоштары менән һоҡлана. Беҙ ҙә Салауат батыр кеүек тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе яратырға, һаҡларға тейеш- беҙ.
Шундай уйҙар менән тыуған ер,ғаилә тураһында яҙырға теләгем тыуҙы. Ауылым миңә бик оҡшай.Уның тәбиғәте генә ни тора!
Ауылыбыҙҙа бер ҡалҡыулыҡ бар. Шул ҡалҡыулыҡҡа баҫам да, ауылымды күҙәтәм. Ниндәй хозур тәбиғәт, һыҙылып аҡҡан йылға, урман шауы – барыһы ла һине йәлеп итә..
Тыуған ер, тыуған йорт, тыуған ауыл, Ватан! Барыһы ла – иң яҡын һүҙҙәр. Еребеҙ булмаһа ҡайҙа йәшәр инек? Быны һис тә күҙ алдына килтерерлек түгел. Ояһыҙ ҡош, өйһөҙ кеше булмайҙыр ул. Һәр кеше үҙенә йорт һала. Аҙаҡтан минең атайым кеүек матурлап, семәрләп ҡуя.
Тыуған ер минең өсөн атай - әсәй йорто, ауыл, ауыл янындағы туғайлыҡтар, урамда үҫеп ултырған киң япраҡлы уҫаҡтар, ялбыр ҡайындар,
яҙҙарын аҡ сәскәгә төрөнгән хуш еҫле муйылдар, урмандарҙа йырсы ҡоштарҙың сутылдашыуы, баҫыуҙа - трактор тауыштары ул.
Тыуған ауылым – Николаевка ауылы, беренсе тәпәй баҫҡан ерем. Бәпләп, ҡәҙерләп үҫтергән атай - әсәй төйәге. Ҡапҡа алдында йылмайып ҡаршы алыусы олатайым. Тәмле аштар бешереп, сәйҙәр ҡайнатып көтөп тороусы өләсәйем. Минең иң яҡын һәм ҡәҙерле кешеләрем. Беҙ,.ысынлап та, иң дуҫ, иң матур,иң татыу ғаилә. Кистәрен эштәрҙе бөтөргәс, күмәкләп йыйылып яңылыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашабыҙ. Аҙаҡтан өләсәй башҡорт йырҙарын ҡуя, ә беҙ ошо көй – моңдарҙы тыңлап, үҙ эшебеҙ менән мәшғүл булабыҙ. Атайым гәзит – журнал уҡый, әсәй кейем үтекләй, олатайым миңә ярҙамлаша. Беҙ икәүләшеп сумкаға китап – дәфтәрҙәр һалабыҙ. Ошолай итеп, беҙ һәр көнөбөҙҙө ҡыуанып, серләшеп үткәрәбеҙ.
Ватан! Ниндәй шатлыҡ, ниндәй тантана бар был исемдә! Элек ошо еребеҙ өсөн күпме кеше, күпме батыр ҡан түккән,һәләк булған! Еребеҙҙе һаҡлайыҡ, матурлыҡҡа ынтылайыҡ. Атай - әсәйебеҙҙе ҡыуандырып, ярҙам итеп, гел “бишле”гә генә уҡыйыҡ.Ватаныбыҙҙың иң аҡыллы улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫәйек.
Һәр кемгә үҙ иле ҡәҙерле. Беҙ ҙә үҙ телебеҙҙе онотмайыҡ, тарихыбыҙҙы беләйек, өйрәнәйек. Үҙ тарихын, мәҙәниәтен, телен белгән кеше генә азат, ирекле, бәхетле була. Ә бәхетле кеше тыуған илен ярата һәм башҡа милләттәр менән дуҫ йәшәй.. Бәхетле һәм ғорур кеше ,бер ҡасан да Туған иленең ирекһеҙ булыуына юл ҡуймаясаҡ.
Илем күге тыныс булһын, еребеҙ гөл – сәскәгә күмелһен!
Как зима кончилась
Притча о гвоздях
Красочные картины Джастина Геффри
Рисуем белые грибы пастелью
На горке