Вложение | Размер |
---|---|
imay_nasyri_soch.doc | 51 КБ |
Стәрлетамаҡ район мәғариф бүлеге
башҡорт классигы И.Н. Насыриҙың тыуыуына – 115 йыл тулыу айҡанлы
ижади эштәр конкурсы
Ижади эш: Имай Насыриҙың “Еңелгән ятыу” повесы буйынса уйланыуҙар
Башҡарҙы: 6 – сы класс уҡыусыһы Сәйфетдинова Альбина
МДБББУ Яңы Отрадовка ауылы урта мәктәбе
Тикшерҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы
2013 йыл.
Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы фольклорҙан һәм яҙма әҙәбиәттән ғибәрәт. Беҙҙең ата – бабаларыбыҙ, мәшһүр сәсәндәребеҙ бик күп фольклор әҫәрҙәре ижад итеп ҡалдырған. Унда халыҡтың уй – хыялдары, теләк – ынтылыштары, үҙ заманына күрә алдынғы ҡараштары мәҡәл, әкиәт, легенда, йыр, ҡобайыр, эпос кеүек жанрҙарҙа сағылыш тапҡан.
Беҙҙең яҙма әҙәби мираҫыбыҙ ҙа бай. Бөгөн башҡорт халҡының ғорурланырлыҡ үҙ милли әҙәбиәте бар. Уның башы XIII быуат шағиры Ҡол Ғәлиҙең “Ҡисса – и Йософ” поэмаһына барып тоташа. Милли әҙәбиәттең үҫешенә XVI быуатта сәсәндәр ҙур өлөш индергән. Ә XVIII быуатта – Салауат Юлаев, XIX быуатта – Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов, XX быуат башында Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич,
Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Сафуан Яҡшығолов кеүек алдынғы ҡарашлы шағирҙар, прозаиктар һәм драматургтар күтәрелеп сыҡты. [1]
Бөйөк классиктар менән бер рәттән, беҙҙең яҡташыбыҙ һәм райондашыбыҙ Насыров Имаметдин Низаметдин улы ла (псевдонимы Имай Насыри) тынғыһыҙ эшмәкәрлеге менән әҙәбиәт өлкәһендә ижад эше алып бара.
Имай Насыри 1898 йылдың 12 октябрында ( башҡа сығанаҡтарҙа 30 сентябрҙа) Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Усылы ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала, ә 1910 – 1918 йылдарҙа буласаҡ яҙыусы үҙ ауылында йәшәй һәм китапханала эшләй. 1919 йылдан Имай Насыри Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Отҡор, теремек, һүҙгә оҫта егет Бәләбәй ҡалаһындағы политик әҙерлек курстарына уҡырға ебәрелә. Шул уҡ йылда ул большевиктар партияһына ағза булып инә. Курстарҙы тамамлағас, ул Күҙәй кантонына агитатор – ойоштороусы итеп ебәрелә. Ә 1921 йылда үҙен ялҡынлы революционер, яңы тормош өсөн көрәшсе итеп танытҡан Имай Насыри тиҙҙән шул уҡ кантонда милиция бүлеге начальнигы, аҙағыраҡ республиканың Милиция идаралығына политкомиссар итеп билдәләнә. Был осорҙа ул Совет власын нығытыуға 1924 -1937 йылға тиклем Имай Насыри республикала ваҡытлы матбуғат тыуҙырыу өсөн әүҙем эшләй һәм редактор вазифаһын башҡара. Уның ҡарамағында “Коммуна”, “Белем”, “Сәсән”, “Керпе” кеүек гәзит – журналдар сығарыла. Ә 1937 йылда “халыҡ дошманы” тип ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1942 йылдың 29 мартында тотҡонда донъя ҡуя.
Имай Насыри ижадының сәскә атыу йылдары 1926 – 1937 йылдарға тура
килә. Ул күп кенә нәҫер һәм хикәйә яҙған. Улар “Сәскәләр, ләкин башҡалар”, “Ҡарлуғастар”. Аҙаҡ повестар ижад иткән: “Һөжүм”, “Вагонда”, “Гөлдәр”, “Сибай”, “Еңелгән ятыу”. Шулай уҡ “Күҙәй” романы ла киң билдәле. Ошо әҫәрҙәре араһында күңелемә ятҡаны “Еңелгән ятыу” повесы. Был әҫәрҙе яҙыусы 1937 йылда ижад иткән. Һәм был ижад емеше мәктәп баларына уҡыу өсөн индерелгән. Һәр яҙыусы һүҙенең үҙ ваҡытында уҡыусыға барып етеүен теләйҙер. Үҙенең һүҙҙәре һәм йөрәк тибеше менән үрелеп яҙылған был повесть. Әҫәрҙә төп герой – Шәрәфи. Автор повестың башынан аҙағына тиклем уның эш – хәрәкәтен, холоҡ – фиғелен башҡа образдар аша асыҡлай.
Әҫәр Ымыҡ йылғаһының матурлыҡтарын һәм байлыҡтарын тасуирлауҙан башлана. Диңгеҙ тулҡындары һымаҡ күкрәп ятҡан бойҙай баҫыуҙары менән алыҫтарға һүҙылған тауҙар теҙмәһен икегә ярып, Ымыҡ йылғаһы үтә... Тәбиғәте менән күркәм булған шикелле, балыҡҡа ла бай йылға ул. Тирә - яғында үҫеп ултырған киң томбойоҡтар, шаулы ҡамыштар менән ҡоршалған ҡара ятыуҙар, ағастар ауып, йылым инмәҫлек һыу аҫты крепостарына әйләнгән яр ҡултыҡтары уны ҡайнап ятҡан балыҡ иләүенә әйләндергәндәр. Уның балыҡтары ул ҡәҙәр ваҡ та түгелдәр. Оҫта балыҡсылар унан ваҡыт – ваҡыт утыҙар килограмм тартҡан йәйендәр ҙә алып ҡуялар.
Повестың йөкмәткеһендә ошо йылғаның байлыҡтарын үҙләштереү өсөн колхозсылар менән балыҡсы Шәрәфи ағай араһындағы тартыш һүрәтләнә.
Бында кллективизмға,йәғни ауыл халҡына ҡаршы Шәрәфи эгоизмы бәрелешә. Колхозсылар Ымыҡ йылғаһының балыҡтарын коллектив милкенә әйләндерергә теләйҙәр, ә Шәрәфи колхозға ла инергә теләмәй һәм ятыуҙың байлыҡтарын бирергә ҡаршы төшә. Ул үҙен тәбиғи закондары менән билдәләнгән хужаһы итеп һиҙә.
Шәрәфи ағай ул – уртаса буйлы, ҡалын кәүҙәле, арыҫлан һымаҡ, киң яурынлы, йөрөгәндә һалмаҡ ҡына баҫып йөрөй торған кеше. Шул арыҫланға оҡшаған төҫтәре булғанға уны “Арыҫлан Шәрәфи” тип йөрөтәләр. Әммә иң күп ҡулланыла торғаны “ тиҫкәре Шәрәфи”. Сөнки уның был сифаты бөтә районға таралған.
Уның йәше иллегә яҡынлап бара. Аҡрын һәм тигеҙ үлсәнгән аҙымдарында ла артыҡ үҙгәреш күренмәй. Эҫе яҡтарҙа үҫә торған ҡаты ағас япраҡтары шикелле, һаҡал – мыйыҡ та бик ҡаты тора; әле булһа бер генә аҡ бөртөк күренгәне юҡ. Ҡыҫҡаһы, әле Шәрәфи ағайҙың һуҡһа тимер өҙөрлөк таҙа һәм тормош ағасының иң бай уңыш йыя торған ваҡыты.
Был өҙөктән Шәрәфи ағайҙың сәләмәт һәм ысын ер хужаһы икәнен күрәбеҙ. Уның йәшәйеше, яҙмышы ергә һәм ятыуға ныҡ бәйләнгән. Ни өсөн Шәрәфи ағай колхозға инергә теләмәй? Уның яуабы шундалыр: ул яңы тормошҡа һәм билдәһеҙлеккә аяҡ баҫырға теләмәйҙер. Бына беҙҙең дәүерҙә лә партиялар бик күп, уларҙың ҡайһыһы кешелеккә бәхет килтергәнен белмәйбеҙ бит. Шәрәфиҙең ғүмер ағышы беҙҙең тормош менән ауаздаштыр, тип уйлайбыҙ.
Шәрәфи ағайҙың образында беҙгә тағы шундай һыҙаты оҡшаны. Мәҫәлән:
Шәрәфи ағай балыҡтарҙың телен һәм характерҙарын белә. Ул уларҙың артынан эҙмә - эҙ эҙәрләп йөрөй. Ымыҡтың ятыуында үҙенә бер ҡорбан күҙәттеме, алдында тауҙай күртәләр ятһа ла, алмай ҡуймай. Ҡайһы бер ваҡытта уның артынан аҙналар, хатта айҙар буйы саба. Йортонда ашарына бөтөп, үҙенең балыҡ һата торған күрше ауыл рустарына бурысҡа батып бөтә, шулай ҙа алмай ҡуймай.
Бында уның көслө ихтияры һәм эшен яратыуы, еренә еткереп эшләүсе балыҡсы итеп күрәбеҙ.Әлеге заман ағышы менән сағыштырғанда, ул иң егәрле, эшсән хужа булып күҙ алдына баҫа. Шәрәфи балыҡтарҙың ҡылыҡтарын бик яҡшы белә һәм улар тураһында күңелле итеп һөйләй ала. Ул япон һуғышында ҡатнашҡан, һуғыш хәлдәрен мауыҡтырғыс хикәйәләй. Әммә шәхси тормошо икенсе төрлөрәк. Уның ҡатыны Хәлимә еңгә, ҡыҙы Саимә колхозға инеп, яңыса йәшәргә ынтылыштары бар. Ә Шәрәфи ағай ғаиләһенең был ҡылыҡтарын аңламай. Һиҙгер тәбиғәтле Рәшит исемле улын йыуашлау өсөн сыбыҡлаған тай һымаҡ сыбыҡлап ҡына тора. Һәр урында: “Элек мин күргәндәрҙе күр, мин йәшәгәнде йәшә әле...” – тип ҡырт киҫә торҙо. Улы Рәшит был хурлыҡтарға түҙмәй һәм Арал диңгеҙендәге балыҡсылар араһына эшкә юллана. Быны әсәһен тынысландырып яҙған хатынан ғына беләләр. Ә ҡыҙы Саимә атаһына шундай һүҙҙәр әйтә: “ Нимә тиһәгеҙ ҙә тиерһегеҙ, эштән бер бушана төшөү мәнән, ҡалаға китәм. Инә алһам, уҡырға инермен, инә алмаһам, бер заводҡа урынлашырмын. Исмаһам, йөҙгә - йөҙ әйтеп ҡыҙартыусы булмаҫ.”
Был әҫәр өҙөгөнән бала һәм ата - әсәләр проблемаһы күтәрелә. Атай кеше балаларын, ә балалары атаһын аңламай. Беҙҙең заман менән сағыштырғанда, ошондай ғаиләләр ығы – зығыһы менән осрашырға мөмкин.
Ни тиһәң дә, ул тиҫкәре Шәрәфи. Шундай булыуына ҡарамаҫтан, уның дуҫтары ла бар. Улар иҫке йәмғиәттең һөрһөгән ҡалдыҡтары: Иван Иванович, Хәлил мәзин, Һикһәнбай.Шулай ҙа Шәрәфи синфи дошман түгел. Ул колхозды яратмай,әммә үҙ аҡылы менән йәшәүсе кеше. Ә уның дуҫтары совет кешеләренең дошманы. Был уларҙың комсомол Фәтхиҙе үлтереү вағиғаһында бик асыҡ күренә. Фәтхи кәмәгә аяҡ үрә баҫып , һис нимәнән шикләнмәйенсә, алдан рәтләп һалынған йылымдарҙы төшөрә барҙы. Һул ҡулы менән күҙенә
төшөп килгән оҙон һары сәстәрен бер нисә тапҡыр артҡа һыйпап ташланы. Уның йөҙөндә эшләгән эштең техникаһын белеү, йүгәнһеҙ бунтрҙарҙы аҡрынлап теҙгенгә ала башлау, ғөмүмән, тормоштан ризалыҡ һәм йәшәү ялҡынында
ҡайнау нурҙары яна ине. Шул шатлыҡтар, әленән - әле көс бирә торған эске ялҡындар эсендә ҡайнап, ул үҙенә яҡынлап килә торған үлем ҡуҡынысын да күрә алманы. Уның унһыҙ ҙа еңеү йәшендәре уйнатып яна торған йөҙө: “ Була,был юлы балыҡ була... Еңелмәҫ ятыу! Һиңә был юлы беренсе удар яһайым”, - тип йылмая башланы.
Унһыҙ ҙа йөҙө ҡарайып, йөрәгендә ҡара асыу яуҙары ҡайнатып бара торған Һикһәнбай уның шатлыҡтарын күреп түҙә алманы. Кәмәне ҡапыл ғына ҡырынайтып, Фәтхиҙе һыуға төшөрөп ебәрҙе...
Шәрәфи Фәтхиҙе ни тиклем яратмаһа ла, аңлы рәүештә енәйәт ҡылмай. Фәтхиҙең бата башлағанын күргәс тә, уны ҡотҡарырға ташлана. Һәм ҡотҡара алмауына ысын күңелдән борсола. Ул ауылдан ҡасып сығып китә һәм Махачкалала йәйге балыҡ тотоу миҙгелендә берҙәм һәм татыу коллективҡа – балыҡсылар бригадаһына барып эләгә. Ошошнда уның күңелендә үҙенең ғаиләһенә, тыуған ауылына, колхозға, кешеләргә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрә.[2]
Тик намыҫлы тормоштан һәм хеҙмәттән күңел тыныслығы, шатлыҡ һәм бәхетте табырға мөмкин икәнлегенә ышана. Барыһын да уйлағандан һуң, үҙенең эске тауышын ишеткәндәй була: ғаиләһен юҡһына, Фәтхиҙең үлеменә үкенә.
Шулай итеп, Шәрәфи ағайҙың тормошҡа ҡарата ҡарашы үҙгәрә, иҫке донъяһы емерелеп пыран – заран килә. Уның эске ҡара ятыуы еңелә, ташлап ҡасҡан Ҡара ятыуын халыҡ файҙалана.
Имай Насыриҙың был повесы фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәр. Бында кеше тормошоноң эске донъяһы һәм уйланыуҙары аша яңыса ҡараш, үҙгәреш бирелгән.
Ҡулланған материал
1. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө-1996 йыл.
2. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле: рус мәктәптәренең 10 класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. - Өфө: Башҡортостан, “Китап” нәшриәте, 1999.
3.М.Ғабдрахманов. Ихласлыҡ. Стәрлетамаҡ,2004 йыл.
[1] Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле: рус мәктәптәренең 10 класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. - Өфө: Башҡортостан, “Китап” нәшриәте, 1999. - -99 сы бит.
[2] Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле: рус мәктәптәренең 10 класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. - Өфө: Башҡортостан, “Китап” нәшриәте, 1999. - -232- се бит.
Лупленый бочок
Машенька - ветреные косы
Большое - маленькое
Как Дед Мороз сделал себе помощников
Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"