Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 37.5 КБ |
Стәрлетамаҡ район мәғариф бүлеге
Республика көнөнә һәм тирә - яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған республика иншалар конкурсы
Ижади эш: Эсәр һыуыбыҙ – сөсө һыу
Башҡарҙы: 10 – сы класс уҡыусыһы Хәлитова Рузиләнең
МДБББУ Яңы Отрадовка ауылы урта мәктәбе
Тикшерҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы
2013 йыл.
Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,
Һалҡын терегөмөш шикелле.
Ярҙарыңда талдар тулҡыналар,
Шаулашалар ялбыр ҡайындар,
Төптәрендә ваҡ таш,
әйтерһең дә,
Барлыҡ йондоҙ шунда байыған.
Башҡортостандың күренекле шағиры Рәшит Ниғмәти һүҙҙәре менән тулыһынса килешәбеҙ. Һүрәттәге төҫлө матур, әкиәттәге төҫлө серле, йырҙағы төҫлө моңло йылға ул Ағиҙел... Уның даны ҙурлығы менән дә һәм хозурлығы менән дә таралған.Тирә- яҡтағы ҡаяларға ҡарап, тәбиғәттең мөғжизәһенә һоҡланаһың. „Нисек тәбиғәттә бөтә нәмә шундай гүзәл, шундай урынлы икән?”- тип ғәжәпләнәҺең, уйланаһың. Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бит бай һәм йомарт. Уның йылғалары ғына ни тора!
Ата – бабаларыбыҙ ҡалдырған тәбиғәт мираҫын һаҡлай белмәйбеҙ һәм тәбиғәттең матулығын да күрмәйбеҙ. Ҡайҙалыр ашҡынабыҙ, нимәлер эшләргә тырышабыҙ, ә шул сихри һәм баш әйләндергес гүзәллеккә иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Бер килеп, кешелектең ҡылған эштәрен тәбиғәтебеҙ ғәфү итмәҫ.
Экологик проблема – ул глобаль проблема. Ниндәйҙер ҙур эште башҡарыр алдынан беҙ барыбыҙ ҙа бәләкәй еренән башлайбыҙ. Беҙ ҙә мәктәп тупһаһынан башларға булдыҡ. Тирә - мөхитте һаҡлау - беҙҙең дә бурысыбыҙ. Йәй көндәрендә бала – саға һыу инә, балыҡ ҡармаҡлай, ата - әсәһе һәм туғандары менән ял итә. Бигерәк тә, ошо миҙгелдә йылға буйҙары сүп – сар менән тула: ташланған һут шешәләре, төрлө пластик һауыттар, гәзит һәм сепрәк киҫәктәре. Ял итеүселәр үҙҙәренең урынын күрһәтер өсөнмө йәки беҙ бөгөн бында “ял иттек”, ә иртәгә бында кем килһә лә ярай типме, бысраҡ, ташландыҡ ергә әйләндерәләр. Һәр кеше тәбиғәткә ошондай “бүләктәр” ҡалдыра башлаһа, 2-3 йылдан йылға буйҙары сүплеккә әйләнәсәк. Көҙ етеү менән “гүзәл урындар” төрлө төҫтәге ағас япраҡтары менән ябыла. Ҡыш был урындарҙы ап – аҡ ҡарҙары, һепертмә бурандары менән ҡаплай. Ә яҙ миҙгеле үҙенең гөрләүектәре менән йылғаға йыуып төшөрә. Һыу ташыуы кәмегәндә бөтөн “матурлыҡтар” ағас – ҡыуаҡтарҙа эленеп ҡала. Шуны күргән ағай – апайҙарҙың күңеле әрнемәйме икән? Беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән тәбиғәтебеҙҙе тонсоҡторорға тырышабыҙ кеүек. Мәктәптә тәртипле булырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтәләр. Ә ни өсөн, беҙ, уҡыусылар, каникул ваҡытында шуны онотабыҙ икән. Әллә был ғаилә тәрбиәһенән шулай киләме, әллә икенсе сәбәптәнме? Беҙ үҙебеҙ эскән һыуыбыҙҙы бысратабыҙ,ә үҙебеҙ йәйге селлә лә теш ҡамашырлыҡ һыу эсергә яратабыҙ. Һыуһыҙ йәшәү бөтөнләй мөмкин түгел. Уны үҙебеҙ ҡулланыуҙан тыш, хужалыҡ, сәнәғәт өлкәһендә киң файҙаланабыҙ, экологик торошо бөтәбеҙҙе лә уйландырырға тейеш.
Эсәр һыуҙың Ер шарында ҙур тиҙлектә кәмеүе бөгөн генә тыуған проблема түгел. ХVIII быуатта Башҡортостанда йәшәп киткән Петр Рычков дәлилләүенсә, ул заманда Ағиҙел йылғаһы Ҡариҙелдән ике тапҡыр мул һыулыраҡ булған. Йылға буйлап Мәләүез ҡалаһына тиклем караптар йөҙгән. Бөгөн иһә Ағиҙел менән Ҡариҙел — бер сама. Ағиҙелдең бөгөнгө кимәлгә тиклем һайығыуында, ололар раҫлауынса, элекке йылдарҙа күпләп һал ағыҙыуҙың да өлөшө бар. Мәҫәлән, йылға буйлап кәмә менән ағырға яратҡан күренекле хирург В. Сәхәүетдиновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда батып ҡалған бүрәнәләрҙән бер нисә ҡатлам барлыҡҡа килгән. Билдәле, улар ләм иҫәбенә ҡалынайып, шишмәләрҙең юлын быуа.
Әлбиттә, Башҡортостандың төп йылғаһы үҙәнен батҡан ағастарҙан таҙартыу — уның мул һыулылығын ҡайтарыу буйынса атҡарылырға тейешле тәүге эштәрҙең береһе. Тик бының өсөн бер нисә йыл, шулай уҡ бик күп сығымдар кәрәк. Кемдәрҙең был башланғысты күтәреп алыры ла билдәһеҙ. Йыуан олондарҙы йыйып алыу өсөн махсус техника кәрәк.
Йомғаҡлап әйткәндә, һыу мәсьәләһенә күптән иғтибар барлыҡҡа килгән. Дөрөҫ, әлегә һүҙ кимәлендә, эше ҡасан күренер — билдәһеҙ. Атаҡлы болгар күрәҙәсеһе Ванга ҡасан да булһа һыуҙың нефттән дә ҡиммәт буласағын әйтеп ҡалдырған, тиҙәр. Һуңғы осорҙағы хәлдәр быға ышандыра кеүек.
Эсәр һыуҙың Ер шарында ҙур тиҙлектә кәмеүе бөгөн генә тыуған проблема түгел.
Быны белгестәр һыуҙы артыҡ тотоноу менән аңлатырға тырышыуға ҡарамаҫтан, уның башҡа, мәҫәлән, климат үҙгәреүгә бәйле сәбәптәре лә юҡ түгелдер. Ғөмүмән, сөсө һыу үткән быуаттың 60 — 70-се йылдарынан бирле ныҡлап кәмей.
Башҡортостанбыҙҙың гүзәл тәбиғәте менән киләсәк йылдарҙа ла ғорурланыр өсөн бар көсөбөҙҙө һалып, экологик проблема – эсәр һыуыбыҙ өсөн көрәшәйек һәм унан сығыу юлдарын эҙләйек, табайыҡ. Тирә - яҡ мөхитте һаҡлайыҡ, аң һәм уяу булайыҡ. Барыһы ла беҙҙән тора: илебеҙҙең киләсәге, беҙҙең киләсәк - ул буласаҡ һәм тыуасаҡ балаларыбыҙ өсөн кәрәк.
Зимняя сказка
Два плуга
Марши для детей в классической музыке
Притча о гвоздях
Груз обид