Вложение | Размер |
---|---|
![]() | 266.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған
муниципаль иншалар конкурсы
“Республикамды данлайым”
Ижади эш: Ерем мөғжизәһе
Башҡарҙы: 4 – се класс уҡыусыһы
Вәлиева Гөлдәр
МДББУ Николаевка ауылы урта мәктәбе
Тикшерҙе: башҡорт теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы
Лемдясова Зөлфиә Әснәүи ҡыҙы
2016 йыл
Тыуған ер, тыуған йорт, тыуған ауыл, Ватан! Барыһы ла – иң яҡын һүҙҙәр. Еребеҙ булмаһа ҡайҙа йәшәр инек? Быны һис тә күҙ алдына килтерерлек түгел. Ояһыҙ ҡош, өйһөҙ кеше булмайҙыр ул. Һәр кеше үҙенә йорт һала.
Һеҙгә ауылымда булған ер биҙәге тураһында яҙырға теләйем. Был хәл ауылда булды. Мин ул ваҡытта бик бәләкәй инем әле. Шулайҙа ошо хәл минең иҫемдә ҡалған.
Бер ваҡыт ишеккә кемдер туҡылдатты. Ә тәҙрә аша бер кемдә күрен-мәй. Өләсәйем йәһәт кенә торҙо ла ишекте асты. Унда белә-һегеҙме нимә ине: ҡаҙ тора ине. Ҡаҙ эшсән ҡиәфәт менән беҙгә ҡарап алды ла, карауат аҫтына боҫто. Ваҡыт үтә торҙо, ә күңелде уйҙар борсой. Ниңә был ҡаҙ керҙе лә, карауат аҫтында юғалды, ә аҙаҡтан сығып китте. Шундай хәлдәр тағы ҡабатланды. Бер саҡ түҙмәнем өләсәйҙән һораным. Өләсәй мут ҡына йылма-
йып миңә: ғаиләбеҙ бәхетенә, ҡаҙ беҙгә муллыҡ килтерә, тине. Ул һүҙҙәрҙе аңламаһам да, аңлайым тип, баш ҡаҡтым. Ниңә ул ҡаҙ өйгә инә, ни өсөн өлә-
сәйем уны керетә, сөнки ҡаҙҙарҙың үҙ тора торған урындары бар. Һыйыр, һарыҡ-тар менән бергәләп һарайҙа торалар.
Бер көндө ҡурсаҡтарым менән бик шаулы уйын ойошторҙом. Радио-
нан нәфис тауышлы апай йырлай, ә мин уға ҡушылып, ҡурсаҡтарыма уйын
өйрәтәм. Өләсәйем килеп сыҡты ла, Гөлөм –матурым шаулама, ҡаҙға ҡа-
масаулама, уның бик ҡатмарлы дәүере башланған, тине. Тағы һорауҙар донъяһына сумдым. Нимә ул дәүер, ҡаҙ ултыра бит, әйҙә, ултыра бирһен. Ваҡыт үтә торҙо, бер заман “сип- сип” тигән тауыштар ишетеп ҡалдым. Ап- тырауымдың сиге булманы, өләсәйем быны күреп, беҙҙең бәхетебеҙ яралды, тине. Күп ваҡытта үтмәне беҙҙең аҡ ҡаҙыбыҙҙың ун бөпкәһе барлыҡҡа килде. Улар һарғылт һәм йәшкелт төҫтәләр ине.
Бер ваҡыт тыштан уйнап кергәндә тағы ғәжәп хәл булды:ҡаҙ карауат аҫтынан сыҡҡан, ә уның янында бәләкәй йоморсаҡтар сипелдәп йүгерешә. Өләсәйем ишекте асты һәм унда уҫал ата ҡаҙ пәйҙә булды. Мин ҡурҡышым-
дан өләсәйемдең артына йәшендем, ә ата ҡаҙ иҫе лә китмәйенсә үҙ ғаиләһе-
нә яҡынлашты. Муйынын аҫҡа төшөрөп “ға – ға –ға” тигән тауыштар сығарып, аяҡтары менән бейергә тотондо.Аҙаҡ икенсе яҡтан боролоп килеп, тағы бе-
йергә тотондо. Ошо-но ҡарап миңә шундай уйҙар килде: ата ҡаҙ бәпкәләре менән уйнай икән, тип. Баҡтиһәң, ата ҡаҙ үҙ бәпкәләре менән ғорурлана,
шатлана икән. Миңә быны өләсәйем аңлатты. Үҙенең бейеүе менән ата ҡаҙ кем бында баш һәм ата булыуы тураһында һүҙ бара икән. Көндәр үтә торҙо, бәпкәләр йәшел үләнгә сыҡты. Ата ҡаҙ үҙенең ғаиләһен сит кешеләрҙән, ас ҡарғаларҙан һаҡланы һәм ҡурсаланы. Бәпкәләр ҙурайҙы һәм ҡаралы- аҡлы ҡаҙҙарҡа әйләнделәр. Ысынлап та, өләсәйемдең байлығына әүерелделәр. Өләсәйем уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡланы, ашатты,тәрбиәләне. Хәҙер инде өләсәйем ҡаҙҙар үрсетмәй. Ул олоғайған. Әлеге заманда кешеләр ҡаҙҙарҙы карауат аҫтында тотмайҙыр инде. Бар нәмәне һатып алырға мөмкин. Ундай мөғжизәләр юҡтыр инде. Әммә мин ошо күренеште бер ваҡытта ла онотмая-
саҡмын.
Ошо ваҡыттан һуң атайымдан һорай ҡуйҙым: атай, беҙ туғаным тыуғас, һин дә ата ҡаҙ кеүек ҡыуандыңмы? Атайым аңламаны...
Бер ваҡыт мәктәптән ҡайтҡас, сәй өҫтәле әҙерләгәндә ишеккә шылтрат-
тылар. Асып ебәрһәм, унда йылмайып, өләсәйем тора ине. Хәлдәрҙе һораш-
ҡас, өләсәйемә һорау бирәм:
-Өләсәй, беҙҙең атай ҙа, теге ата ҡаҙ кеүек,беҙ тыуғас ҡыуандымы, бейене-
ме икән?
-Ҡыҙым, һорауыңды аңламаным?
-Өләсәй иҫләйһеңме, һары ҡаҙ бәпкәләрен, нисек итеп ата ҡаҙ ошо бәпкәлә-
рен күреп , шатлығынан бейегәйне. Өләсәйем баш ҡаҡты. Ә беҙҙең атай ҡыуандымы,туғаным менән мин тыуғас? Уйланып ултырғандан һуң, өләсәйем һүҙгә килде. Ошо матур донъяға, беҙ туғаным менән тыуғас, атайым менән әсәйемдең ҡыуаныстарының иге – сиге булмаған. Беҙҙе оҙаҡ көткәндәр. Өлә-
сәйем һөйләүе буйынса, беҙ был донъяға үҙ бәхетебеҙ менән тыуғанбыҙ. Ата-
йым менән әсәйем оҙаҡ итеп беҙгә матур исем һайлағандар. Бигерәк тә ата-
йым теге ата ҡаҙ кеүек ҡыуанған икән.
Өләсәйем әйтә: хайуан- ҡоштарҙың да тойғолары бар , ти. Улар ҙа шатла-
на, асыулана, үҙ ғаиләһен һаҡлай белә. Тереклек донъяһы барыһы өсөн дә бер. Яраталар, һөйәләр, ҡурсалайҙар.
Почему люди кричат, когда ссорятся?
Распускающиеся бумажные цветы на воде
Как нарисовать ветку ели?
Сказка про Серого Зайку
Астрономический календарь. Октябрь, 2018