Инша
Вложение | Размер |
---|---|
Ғаиләм - ҡәлғәм | 89.42 КБ |
Ғаиләм – ҡәлғәм
Минең ғаиләм, тыуған йортом, туғандарым – минең ышаныслы терәгем һәм таянысым. Ауыр минуттарҙа, ҡыйын ваҡыттарҙа миңә һәр саҡ туғандарым ярҙамға килә. Улар һәр саҡ минең менән. Мин уларға бөтә булған серҙәремде, проблемаларымды ышанып һөйләй алам. Яҡындарым мине бер ваҡытта ла ауыр минуттарҙа ҡалдырмаҫына ныҡлы ышанам.
Һәр бер кеше бәхетле ғаилә, йылы йорт тураһында хыяллана. Тыуған йорт йылыһын ҡайҙа ғына булһа ла һағынып ҡайта. “Ояһында ни күрә, осарында шул булыр”, - тиелә халыҡ мәҡәлендә. Бының мәғәнәһе тәрән: кеше ғаиләлә, тыуған йортонда ниндәй тәрбиә алһа, тормошта ла шулай буласаҡ. Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар илебеҙҙең өмөтлө киләсәге.
Минең ғаиләм ҙур түгел, ләкин беҙ бик татыубыҙ. Беҙҙең ғаилә усағыбыҙҙың йылыһын тотоп тороусы минең әсәйем. Ул беҙҙе ярата, иркәләй, ҡайғырта. Ғаиләлә әсәйем иң ҡәҙерле кеше. Ул бик уңған хужабикә. Атайым беҙҙең ғаиләбеҙҙең һаҡлаусыһы һәм яҡлаусыһы. Ул балта оҫтаһы. Ҡулдары алтын атайымдың, эшендә лә бик хөрмәт итәләр. Ҡустым Артур балалар баҡсаһына йөрөй. Ул бик шуҡ, шаян, аҡыллы. Киләһе йыл мәктәпкә барам тип, тырышып-тырышып уҡырға, һанарға, яҙырға өйрәнә. Ә мин туғыҙынсы класта уҡыйым. Әсәйем менән атайым минең менән ғорурланһындар өсөн, тырышып уҡыйым, түңәрәктәргә йөрөйөм, мәктәптән тыш үткәрелгән сараларҙа ҡатнашам.
Беҙҙең өйөбөҙҙә һәр саҡ йылы һәм йәмле, сөнки беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ғаилә байрамдарын һәр саҡ бергәләшеп уҙғарабыҙ. Яҡын дуҫтарҙы, туғандарҙы саҡырабыҙ. Һәр ғаиләләге һымаҡ уҡ беҙҙең дә ғаиләнең үҙ традициялары бар. Яҡын туғандарыбыҙҙың тыуған көнөнә бүләкте мотлаҡ үҙ ҡулыбыҙ менән эшләйбеҙ. Ҡотлап йырҙар йырлайбыҙ, шиғырҙар һөйләйбеҙ.
Бергә байрамдар ғына үткәрмәйбеҙ, ә эште лә бергәләп эшләйбеҙ. Мин әсәйемә һәр саҡ ярҙам итәм. Ҡустым бәләкәй булһа ла атайым һәр саҡ уны бергә алып йөрөй. “Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән” – тип әйтә минең атайым һәр саҡ. Атайым менән әсәйем беҙгә аҡыллы һәм яҡшы кәңәштәр бирәләр, хеҙмәт һөйөргә, аҡыллы булырға өйрәтәләр. Мин уларҙы бик ныҡ яратам һәм хөрмәт итәм.
Мин бик бәхетлемен. Сөнки мине яратыусы, мине ҡайғыртыусы ғаиләм бар. "Ғаилә бәхете – ил бәхете”, ти халыҡ. Был иһә ғаиләнең сәләмәтлеге һәм ныҡлығы, ырыу-нәҫелдең абруйы – ил абруйы тигән һүҙ. Һәр бала үҙ ғаиләһендә тәрбиәләнеп, атай-әсәй наҙына күмелеп йәшәһен ине. Донъяла бер етем бала ла булмаһын ине. Илебеҙҙә ни тиклем татыу, берҙәм ғаиләләр күп булһа, бәхетле балалар ҙа күберәк булыр ине. Гүзәл Башҡортостанымды бәхетле балалар иле итеп күргем килә.
Сказка "Дятел, заяц и медведь"
Машенька - ветреные косы
Галка в чужих перьях
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Рисуем лошадь акварелью