Сочинение написано на башкирском языке
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 14.51 КБ |
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Республика көнөнә бағышланған “Дан йырлайым һиңә, Республикам” иншалар конкурсы
Башҡортостан – ҙур донъяға алып сығыр, яҙмышымдың ишеге!
Автор: Бареева Алһыу, Иҫке Собханғол мәктәбенең 1 “А” класы уҡыусыһы
Уҡытыусы: Вәлиева Нурзилә Фазит ҡыҙы
Иҫке Собханғол – 2018
Минең исемем Алһыу, 1-се класта уҡыйым. Бөрйән районының иҫке Собханғол ауылында йәшәйем. Мин Нөгөш һыуһаҡлағысында, Динопаркта, Талҡаҫ күлендә булғаным бар, Ағиҙел буйлап та йөрөгәнем булды. Республикамда матур һәм ҡыҙыҡлы урындар күп икән шул. Өфөгә барып Салауат Юлаевтың һәйкәлен, фонтандарҙы, бейек йорттарҙы күргем һәм ысын циркка барғым килә.
Өфө – Республикамдың баш ҡалаһы. Президентыбыҙ Хәмитов Рөстәм Зәки улы икәнен мин балалар баҡсаһынан беләм. Президентыбыҙ менән күрешәһем дә килә. Шуға күрә, мин көн дә мәктәпкә ҡыуанып һәм тырышып белем алырға барам.
Әсәйем юҡҡа ғына, «Ҡыҙым, аҡыллы, белемле кеше булып ҙурайып, республикаға кәрәкле кеше бул» - тип әйтмәйҙер. Ата – әсәйемдең ышанысын аҡларға тырышасаҡмын.
Рисуем зимние домики
5 зимних аудиосказок
Груз обид
Дымковский петушок
Четыре художника. Осень