Автор элеке йола аша үҫмер балаларға башҡорт халҡының бөхтәлеген һәм зауыҡлығын ентекле итеп күрһәтә алған.Юлдаш образы аша итәғәтле баланың тәрбиәһе ниндәй булырға тейешлеген аңлатҡан.
Вложение | Размер |
---|---|
dus_bulayyk.docx | 28.76 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ СТӘРЛЕБАШ АУЫЛЫ
1 ҺАНЛЫ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ МУНИЦИПАЛЬ БЮДЖЕТ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
Зәйнәп Биишеваның
“Дуҫ булайыҡ” әҫәрендә
милли йолаларҙа халҡыбыҙҙың тарихы.
Башҡарҙы: 8-се В класы уҡыусыһы Илүзә Риф ҡыҙы
Хәсәнова
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Розалия Венир ҡыҙы Насырова
Стәрлебаш-2017й.
ЙӨКМӘТКЕҺЕ:
ИНЕШ ----------------------------------------------------------------------- 3
ТӨП ӨЛӨШ
Йолаларҙа халыҡ тарихы.------------------------------------------------ 4
ЙОМҒАҠЛАУ------------------------------------------------------------- 6
ИНЕШ
Башҡорт әҙәбиәтенең бөтә жанрҙарында ла һиҙелерлек өлөш индергән 3әйнәб Биишева ижады социаль-көнкүреш йүнәлешле булыуы менән айырылып тора. Уның үҙенсәлекле стилдәге, юғары поэтикалы әҫәрҙәренә лирик-психологик ағым да, күтәренке романтик яңғыраш та, киң һәм талғын эпик хикәйәләү ҙә хас. Әҙибә үҙ ижадында халҡының бай традицияларына ла, туғандаш әҙәбиәттәрҙең ҡаҙаныштарына ла таяна.
Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», "Ҡояш нимә тине", "Башаҡ",«Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», "Өмөт бөрөләре", «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. "Салауат монологы", "Имән" поэмалары авторы.
1942 йылда ғына «Партизан малай» тигән повесын баҫтыра. Балалар өсөн яҙылған был әҫәрендә әҙибә ун дүрт йәшлек Ирек тигән пионерҙың фашистарға ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлыҡтарын кәүҙәләндерә.
Беренсе яҙған хикәйәһе 1930 йылда "Гөрләүектәр араһында"исеме менән "Октябрь" журналында сығарыла. 1942 йылда "Партизан малай" повесын баҫтыра. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Был эшемдең темаһы: Зәйнәп Биишеваның “Дуҫ булайыҡ”әҫәрендә милли йолаларҙа халҡыбыҙҙың тарихы.
Маҡсаты: Зәйнәп Биишеваның “Дуҫ булайыҡ”әҫәрендә милли йолалар аша халыҡ тарихын танып белеү.
Теманың актуаллеге: бөгөнгө көндә милли аштар, боронғо йолаларыбыҙ үҫмерҙәрҙе тәрбиәләүҙә актуаль булып ҡала.
ТӨП ӨЛӨШ
Йолаларҙа-халыҡ тарихы.
Повесть балалар донъяһына үтеп инә алыуы менән әһәмиәтле. Яҙыусы төрлө ваҡиғалар аша геройҙарының үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, боролош, үҙгәреш моменттарын, тәртип-холоҡтарын ышандырырлыҡ итеп күрһәтә алды.
3. Биишева өсөн илленсе-алтмышынсы йылдар – жанр һәм форма өлкәһендә лә актив эҙләнеүҙәр, ҙур табыштар осоро. Шиғри әҫәрҙәренең күбеһе шулай уҡ ошо йылдарҙа яҙылды. Шағирә Тыуған ер, Ватан, кеше, уның хеҙмәте, бәхете хаҡында уйланды..
3. Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» повеснда , халыҡтың милли йолаһы ,ҡунаҡ саҡырыу йолаһы менән башланып китә. Юлдаштарҙың ҡайтыу хөрмәтенә бер һарыҡ һуйып туғандар һәм күршеләрҙе саҡыралар. Шулай уҡ табын артында үҙеңде дөрөҫ тотоу тәртибе һүрәтләнгән.
Кинйәбай ағаһы шул көндө үк бер өлкән һарыҡты тотоп һуйҙы. Өләсәһе менән Гөлйөҙөм еңгәһе өлтөрәп йөрөп ит бешерергә тотондо. Улар ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы боронғоса, иң ҡәҙерле аш — һалма бешереп, туған-ырыу, күрше тирә-яҡты саҡырып һый ларға булдылар.
Бына оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ибраһим бабай ме нән Хәсән бабай әбейҙәре менән иң түргә, мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы. Юлдаштың .атаһы, Хәмит, Кинйәбай ағайҙар ситтәнерәк урынлашты. Шунан һуң Хәмит ағай ҙың Юлдаш ҙурлыҡ бер ҡустыһы, ҡомғанға йылы һыу һалып, бик һәйбәт итеп ағартылған еҙ тасҡа ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибен дә ҡыҙыҡ өсөн борон ғоса һаҡларға тырыштылар. Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҡыҙыл кизеләр менән матурлап, етен ебенән һуғылған ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. Һәр кем алдына ағас ҡалаҡтар ҡуйылды. Был — ашты әҙерләүҙә элекке тәртип һаҡланһа ла, хәҙер бер кемдең дә та баҡтан ҡул менән ашамаясағының билдәһе ине. Бынан һуң Зөләйха әбей табынға бер табаҡ һалма килтереп ултыртты. Кинйәбай ағайҙың алдына шулай уҡ ҙур ағас табаҡ менән тотош бер һарыҡ итен килтереп ҡуйҙылар. Быны күреп Юлдаш саҡ ҡына ҡысҡырып көлөп ебәрмәне. Сөнки уның итте бер юлы былай күп бешергәнде күргәне юҡ ине. Ул атаһының да, быны күреп, йылмая биреп ултырыуын күрҙе. Ләкин атаһы өндәшмәгәс, үҙе лә көлмәне. Тимәк, ҡунаҡта улай һөйләнеп, көлөп ул тырыу ярамай икән.
Автор элеке йола аша үҫмер балаларға башҡорт халҡының бөхтәлеген һәм зауыҡлығын ентекле итеп күрһәтә алған.Юлдаш образы аша итәғәтле баланың тәрбиәһе ниндәй булырға тейешлеген аңлатҡан.Юлдаш атаһының йөҙөнә ҡарап ҡунаҡта үҙеңде етди тоторға кәрәклеген аңлап ҡала .
Тәмле аштан һуң ниндәй үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү, халыҡтың йәшәү мәғәнәһе тураһында әңгәмә була , береһе лә урынынан тороп китмәй, иғтибар менән өлкәндәрҙең һүҙен тыңлай. Ошо урында Зөләйха инәй Юлдашҡа ниндәй әҙәплелек ҡағиҙәһен төшөндөрә? ( Ололарҙың һүҙен бүлдереү килешмәй...)
Повеста Хәсән оҫта көрәшсе булыуы, һәм башҡорт халыҡ «Буранбай», «Ҡаһым түрә», «һандуғас» йырҙарын башҡарып туғандарҙың күңелен күреү менән бер йәһәттән халҡыбыҙҙың тарихы менән да таныштырыусы образ булып тора. Хәсән бабай ололар менән һөйләшкәндә үҙ тарихын һөйләһә, Юлдаштың өләсәһе милли ризыҡтар һәм риүәйәттәр , легендалар, әкиәттәр аша халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен,нисек килеп сығыуын күрһәтә.Авторҙың халыҡ тарихын шулай еңел һәм ҡыҙыҡлы итеп биреүе һәр уҡысыла халҡыбыҙға ҡарата хөрмәт һәм ғорурлыҡ хистәре уята.
З.Биишева шулай уҡ халыҡ йырҙарына ла мөрәжәғәт итә. Халыбыҙҙың бай тарихын йырҙар аша һөйләй. Әгәр ҙә “Ауылда тәүге кис” бүлегендә халыҡ йырҙарының исемдәре генә телгә алынып китһә, “Өләсәйҙең әкиәте”бүлегендә халыҡ йырҙарынан өҙөктәр бирелә.
Бик яратҡан шул был ерҙе беҙҙең халыҡ... Уға ҡарап, ниндәй генә йыр йырламаған ул...
Ирәндектең анауы болотҡа тейеп торған бейек
сағылдарына һоҡланып:
Алыҫтарҙан ағарып, һай, күренә,
Ирәндеккәй тауҙың аҡ. ташы.
Ҡайҙа ғына йөрөмәй, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы, —
тип тә йырлаған ул, — тип һөйләп китте.
— Саңҡ! Саңҡ! та ғына итеп төлкө тибә,
Ирәндеккәй тауҙың бөркөтө... —
тип сағылдар араһына оялаған бөркөттө лә үҙ йырҙары
на ҡушҡан ул. Хәҙер бына һеҙҙең кеүек йәштәр:
Бәхет ҡояшы яҡтырҙы
Ирәндек буйҙарында.
Тыуған илемә ҙур рәхмәт,
һөйөү гел уйҙарымда, —
тип йырлайҙар бит. Эйе бит, балалар?!
Һәр замандың үҙ йыры булараҡ юлдаштың өләсәһе боронғо һәм улар йәшәү дәүерендәге йырҙарҙы йырлап күрһәтә.Һәм шондай матур йырҙар аша боронғо замандарҙағы халыҡтың йәшәү рәүеше нимәһе менән хәҙерге заман халҡының йәшәү рәүешенә сағыштырыү ҙа биреп китә әҙибә. Әгәр ҙә борон халыҡ ер өсөн көрәшеп яу яланында ятып ҡалһа, яңы тормош башланғас халыҡтың яҙмышы бәхетле көндәр кисереүен йыр аша күрһәткән.
З.Биишева һәр бүлектә башҡорт халҡының йәшәү рәүешен, йәшәү мәғәнәһен һүрәтләй.
Борондан дан тотҡан милли ризығыбыҙ ҡымыҙ тураһында, Юлдаш ейәне һәм уның дуҫы Ҡыҙрасҡа, күп мәғлүмәттәр бирә өләсәһе. Уны нсек яһауҙарын, иң тәмле һаналған ыҫланған һаба ҡымыҙының ниндәй ысул менән эшләнеүен күрһәтеп бирә.
ЙОМҒАҠЛАУ
Повеста Юлдаш менән Ҡыҙрас боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙән алып комсомол көндәренә тиклемге тарихты оло быуын аша байҡап уҡыусыға еткерә. Уларҙың араһындағы мөнәсәбәт үтә киҫкенләшеп китһә лә, егет булараҡ бер-береһенә яҡынайыу, киренән дуҫлашыу юлын табалар.Әлбиттә быға Хәсән бабайҙың һөйләгән ваҡиғалары, өләсәйҙең риүәйәттәре, әсәй-атайҙың кәңәштәре, пионерһәм комсомол ойошмаһы эсендә булған талаптар ҙур ярҙам була.
З.Биишева әҫәрҙе халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен һүрәтләүҙән башлап китеп, йырҙар, таҡмаҡтар,әкиәтәр һәм милли аштар аша халҡыбыҙҙың тарих төбөнән комсомол өйөшмаһының төҙөлөүенә тиклем ябай ғына итеп һүрәтләп бирә.
Ҡулланылған әҙәбиәт:
1. http://kitaptar.bashkort.org/files/Дуҫ булайыҡ.pdf
2. Вахитов Ә. Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы // Ағиҙел, 2013, 1-се һан
3. https://ba.wikipedia.org/wiki/Биишева_Зәйнәб_Абдулла_ҡыҙы
4 Һутлы телле ижад. Марат ЗӘЙНУЛЛИН. «Башҡортостан» гәзите, 25.02.2013..
5. «Дуҫ булайыҡ» — Повесть — Зәйнәб Биишева. Башҡорт. Com сайты
Зимний лес в вашем доме
Рождественский венок
Ералаш
Домик зимней ночью
Мост Леонардо