Инша
Вложение | Размер |
---|---|
sochinenie_yeshlek_2.docx | 22.42 КБ |
Бер күрешеү- үҙе бер ғүмер????
Ошондай бер көләмәс бар: егет менән ҡыҙ, интернет селтәрендә танышып, бик оҙаҡ аралашҡандан һуң, кафела осрашырға булалар. Билдәләнгән урынға килеп, реаль ысынбырлыҡта күрешеп, күҙгә-күҙ осрашҡас, һөйләшергә һүҙҙәре бөтә. Егет, аптырағас:
- (йҙә, интернет аша һөйләшәбеҙ, - ти.
Кыҙ шатланып риза була. Һәм уларҙың әңгәмәһе йәнә интеренет селтәренә күсә.
Бер ҡараһаң көлкө кеүек. Икенсе яҡлап ҡарағанда - был күренеш заманыбыҙҙың оло сире: беҙҙең күптәребеҙ реаль донъяла бай тел менән әңгәмә ҡора белмәй, реаль донъянан виртуаль донъяға күсеп бара. Был бик уңайлы ла кеүек: тиҙ генә яңы дуҫтар табаһың, оҡшамаһа- «ҡара списокка» ебәрәһең, донъяуи проблемалар ҙа юҡ, хәл итәһе мәҫьәләләр ҙә юҡ. Интернет селтәренең теге яғында ултырған кешелә һиңә оҡшаған бөтә сифаттар ҙа бар һымаҡ.Ул-ҡыҙыҡлы әңгәмәдәш, һине аңлаусы дуҫ. Тик был беренсе ҡарашҡа ғына шулай күренә. Бер аҡыл эйәһенең ошондай һүҙҙәре бар: «телефон аша һөйләшеү- алдашыу өсөн иң ҡулай нәмә». Был һүҙҙәр виртуаль аралашыуға ла ҡарай. Интеренет «донъя селтәре» булһа ла, ул һиңә ысын дуҫтар тапмай. Был аралашыу иллюзияһы ғына барлыҡҡа килтерә. Ысын аралашыу- ул реаль доньяла реаль кешеләр менән. Бәйләнештең теге башында ултырған кешегә һинең рухи халәтең мөһим микән? Был кешене һин белмәйһең. Бәлкем ул ғүмерендә ҡулына бер китап та тотоп ҡарамағандыр? Ошондай кешенең рухи донъяһы ниндәй булыуын аңлап була.
Йәштәр көндән – көн төрлө социаль сайттарға нығыраҡ бәйләнә. Урамда ла, кинола ла, өйҙә ял иткәндә лә улар шунда аралаша. (Мин компьютер бәйлелек проблемаһына был яҙмамда туҡталып тормайым. Ул да замандың оло сире). Улар баштан-аяҡ виртуаль донъяға сумғандар. Йәштәр реаль аралашыуға ҡарағанда виртуаль донъяны хуп күрәләр. Сөнки кеше хәҙер компьютер донъяһына бала саҡтан уҡ килеп инә. Формалашып бөтмәгән психика өсөн был ҙур имтихан. ( инде үҫмер саҡҡа еткәндә инде ул бөтенләйе менән интеренет донъяһына күскән була. ( реаль донъя уның эргәһенән яй ғына уҙа бирә. Был проблема ҡала йәштәре өсөн генә түгел, ауыл йәштәренә лә актуаль. Ауылда аҙбар-ҡура тултырып мал тотмайҙар, баҡса–баҡса картуф ултыртмайҙар. Ауыл үҫмерҙәре лә интернет селтәренән аралашыуға күсеп бара. Шағир әйткәнсә: «Ят шикелле хәҙер малайҙарҙың урамдарҙа йүгереп йөргәне».
Был проблеманан сығыу юлдарын күп һөйләйҙәр. Мин дә ҙур яңылыҡ асмам кеүек. Иң популяр булған юл- йәштәрҙе төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йәлеп итеү. Һис шикһеҙ, был бик кәрәк сара. Мин ауыл йәштәренә ҡағылышлы бер иҫкәрмә генә өҫтәп киткем килә. Ауылдарҙа ла ҡалалағы кеүек «ҡыҙыҡһыныу буйынса клубтар» (клубы по интересам) асыу отошло булмаҫ ине микән. Бөгөнгө көндә бик популяр булған ҡорама менән тегеү (лоскутное шитье) кеүек клубтар эшләһә, ә спорт залдарында традицион саңғы, футбол, волейбол менән бер рәттән альпинизм, йога, фитнес менән шөғөлләнеү, сәйәхәт итеү мөмкинселеге булһын ине. Асылған донъяны яңынан асыу йәштәштәрем өсөн ҡыҙыҡлы булыр ине. Сөнки болар бөтәһе лә ауыл ере өсөн яңылыҡ. (йәш кеше яңылыҡҡа нығыраҡ тартылыусан була. Был эшкә бит интузиасттарҙы ла йәлеп итеп була: үҙ белгәндәрен йәштәргә өйрәтһәләр.
Дөрөҫ, болар бөтәһе лә өҫтәмә сыгымдар талап итә. Финанс көрсөк заманында был еңел эш тә тугел. Ләкин бөтә бер быуындың киләсәге хәл ителгәндә, үлсәүҙең кайһы яғы аҫҡа тартҡанын тарих ҡына әйтә ала.
Финат Заманов,
Саҡмағош районының Саҡмағош ауылы
гимназияһының 11-се класс уҡыусыһы.
Почему люди кричат, когда ссорятся?
3 загадки Солнечной системы
Именинный пирог
Домик зимней ночью
Рисуем зимние домики