Ә.Атнабаев ижадының төп темалары билдәләнә. Шиғырҙарына күҙәтеү яһала. Һүрәтләү сараларын асыҡлана.
Вложение | Размер |
---|---|
atnabaev-.docx | 24.76 КБ |
Ә.Ф.Мусина
Мин был ерҙе матурларға тыуҙым
(Ә.Атнабаев ижады буйынса)
Тикшереү эше әҙәбиәт өлкәһенә ҡарай,Башҡортостандың халыҡ шағиры Ә.Атнабаевижадына бағышлана. Уның юбилейы үткән көндәрҙә эштең актуаллеге тағы ла арталыр, тип уйлайбыҙ.Эштең маҡсаты- шағирҙың ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһау. Ошо маҡсатҡа ярашлы төп мәсьәләләрҙе асыҡлап үтергә кәрәктер. Бына улар: ҡай бер бик мөһим булған темаларҙы билдәләү, һәм уларҙың ни тиклем көн ҡаҙағына тура килеүен күҙәтеү. Шағирҙың ижады – эштең объекты булып тора. Тикшереү предметы- уның шиғырҙары. Маҡсатҡа ярашлы күҙәтеү, анализлау методтары ҡулланылды.
Һәр халыҡтың, ғәҙәттә, тәбиғәт биргән үҙенсәлекле һәм бай талантҡа эйә данлыҡлы улдарын һәм ҡыҙҙарын бер һүҙ менән атап йөрөтөү ғәҙәте бар. Ошондай шәхестәрҙең береһе-Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев. Халыҡ уны яратып «Атнабай»тип йөрөтә.
«Мин был ерҙе матурларға тыуҙым һәм күрергә тыуҙым гүзәллектең күккә үрләүен»- был һүҙҙәр Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың йәшәү һәм ижад девизы булдылар.
Ә.Атнабаевтың һәр ваҡыт тормоштағы етешһеҙлектәрҙе күреп йәне көйҙө, йөрәге әрнене. Шағир хәҙерге шаулы һәм даулы заманды бөтә тулылығында һүрәтләргә ынтыла. Мәҫәлән, уның « Ҡағыҙ түрә» шиғыры бөгөнгө көндәлә актуаллеген юғалтмай. Ул һуңғы йылдарҙа сәскә атыусы бюрократиянан көлә:
Ҡағыҙ түрә булған ерҙә,
Һүҙ почетта булмаған.
Һүҙен-һүҙ итерөсөн
Кеше ҡағыҙ юллаған.
Ләкин заманалар ауыр булһа ла йәшәргә кәрәк:
Ғүмер буйы ҡалһаҡ ине,
Тормошта көслө булып(“Булды инде”).
Замананың ҙур проблемаларының береһе-экологик проблема. Ә.Атнабаев та был проблеманы урап үтмәй.Шелтәләп кенә ҡалмай, йән асыуы менән тәбиғәтте ҡоротоусыларға ләғнәт уҡый:
…Шулҡайынды киҫкән кешеләрҙең
Тотоп киҫәр инем үҙҙәрен. («Аҡҡайындарҡайҙа булғандар»)
Был ҡайындарзаманында лирик геройҙың серҙәштәре, дуҫтары булған.Был ҡайындар эргәһендә улүткәненә ҡайтҡан.Ләкин ағастар юҡҡа сыҡҡан, лирик геройға ла бала саҡ хәтирәләренә юлдар ябылған.
Тормоштоң тиҫкәре яғын һүрәтләһә лә, Ә.Атнабаевтың поэзияһы оптимизм менән һуғарылған. Йәмғиәттәге кимселектәрҙең бөтөүенә ул шикләнмәй.
Бөтә Россия коррупция менән көрәшкән заманда, «Шигем юҡ», «Алабыҙ»шиғырҙары икенсе йәшәйеш кисерә.
Шағирҙың поэзияһында тормоштоң, донъяның ҡатмарлы һәм ғәҙәти хәл-ваҡиғалары, шатлыҡ һәм ҡайғы, һөйөү һәм нәфрәт айырылғыһыҙ булып үрелеп бара.Мәҫәлән, «Ике һорау» шиғырында шағир «Кеше ни өсөн кесе лә, көсһөҙ ҙә, дәүҙә?» тигән һорауға яуап эҙләй. Кеше ни ҡәҙәр көслө булһа ла, тәбиғәттең бер киҫәге булып ҡала, тигән фекергә килә ул.
90-сы йылдарҙа тарих елдәренә эләккән бөйөк дәүләттең таралыуы ла тынғылыҡ бирмәй Атнабайға. Был осорға ул милләт-ара ыҙғыштар, тыуған телде һаҡлау, халыҡтың бөлгөнлөккә төшөү проблемаларын күтәрә. Һуҡырларса Америкаға эйәреүҙе лә хуп күрмәй шағир. Илебеҙҙең эскеселек һаҙына батыуы ла Ә.Атнабаев күҙенән ситтә ҡалмай. Уға айырыуса ҡатын-ҡыҙҙарҙың эсеүе тынғылыҡ бирмәй (“Һеҙ ҙә иҫерһәгеҙ”)
Беренсе ҡарашҡа, Ә.Атнабаев ижадының һуңғы осоронда яҙылған шиғырҙарында төшөнкөлөк сатҡылары ла күренгән кеүек. Ләкин был улай түгел. Шағир һәр ваҡыт дөрөҫлөк яҡлы булды. Шиғырҙарындағы ҡырыҫлыҡ та дөрөҫлөктө яҡлауҙың бер ыҫулығына.
Шиғырҙарының идея-проблемаһын асыуға тел-стиль үҙенсәлектәре лә ярҙам итә. Ә.Атнабаев бер составлы һөйләмдәр, кәм һөйләмдәр, риторик һорауҙарҙы күпләп ҡуллана, өндәш һүҙҙәр йыш осрай («Ташла мине», «Килмәнең», «Янайымсы», «Хушығыҙ, хыялдарым», «Аһ, ауыр» һ.б.). Бындай алым уҡыусының иғтибарын төп фекергә йүнәлтергә, уйланырға мәжбүр итә.
Дөйөм алғанда, Ә.Атнабаевтың бөтә поэзияһы тормошто матурларға, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә йүнәлтелгән. Уныңөсөн тормошта, йәмғиәттә ваҡ проблема юҡ.
Әҙәбиәт
Два петушка
Горка
Сказка об одной Тайне
Три орешка для Золушки
Андрей Усачев. Пятно (из книги "Умная собачка Соня")