Инша
Вложение | Размер |
---|---|
gulshat.docx | 17.96 КБ |
Муниципальное бюджетное общеобразовательное
учреждение- Гимназия
с.Чекмагуш Муниципального района Чекмагушевский район
Ты - свет в моей судьбе (посвящено 100-летию со дня рождения Мустая Карима и Дню Республики Башкортостан)
Выполнила: Валиева Алина, учащаяся 5д класса
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение- Гимназияс. Чекмагуш Муниципального района Чекмагушевский район
Руководитель: Шамсетдинова Гульшат Явдатовна
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение- Гимназияс. Чекмагуш Муниципального района Чекмагушевский район
Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы муниципаль
районының Саҡмағош ауылы
муниципаль белем биреү учрежденияһы – Гимназияһы
Һин- минең яҙмышымдың нуры ( Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышлана)
Башҡарҙы: Вәлиева Алина,
Башҡортостан Республикаһының
Саҡмағош районы муниципаль
районының Саҡмағош ауылы
муниципаль белем биреү
учрежденияһы – Гимназияһының
5-се д класы уҡыусыһы
Етәксеһе: Шәмсетдинова Гөлшат
Йәүҙәт ҡыҙы
Башҡортостан Республикаһының
Саҡмағош районы муниципаль
районының Саҡмағош ауылы
муниципаль белем биреү
учрежденияһы – Гимназияһының
уҡытыусыһы
Беҙҙең Мостай.
Ҡулымда тыштары туҙып бөткән фотоальбом. Бәләкәй сағымдан уҡ хәтеремдә, иҫке фотолар араһында бер һүрәт һаҡлана бында: ырҙын табағында игенселәр йыйылып ултырған, уртала уртаса буйлы, тулы ҡәүҙәле, мөләйем йөҙлө, ҡоңғорт ҡара сәсле тулҡынланып торған ир, ҡулдарын алға һуҙып, нимәлер һөйләп тора. Тыңлаусыларҙың ҡарашы был кешегә төбәлгән. Уларҙың уйсан йөҙҙәрендә ниндәйҙер илаһилыҡ сағыла.
Олатайымдың был кешене: “Беҙҙең Мостай”,- тигәне хәтеремдә.
Мәктәпкә уҡырға ингәнсе, мин был ағайҙы беҙҙең йыраҡ ҡына туғаныбыҙ, тип уйлай инем. Ә инде мәктәптә туған башҡорт телен өйрәнә башлағас, был ағайҙың Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим икәнен белдем һәм, уның портретын күргән һайын, мин бер яҡынымды күргәндәй ҡыуана инем. Шуға ла Мостай Кәрим ижадына бағышланған конкурста сығыш яһарға шатланып риза булдым, уның “Уҡытыусыма” шиғырын ятланым һәм шағирҙы үҙем өсөн яңынан астым. Ул хәҙер - минең Мостай.
“Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап ҡараның күҙҙәремә,
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың бәләкәс йөрәгемә.”
Изге күңелле, оло йөрәкле кеше генә ошо юлдарҙы яҙа ала. Шағир уҡытыусыһына булған хөрмәтен уҡыусыға бөтә нескәлеге менән бирә белгән.
Сәхнәгә сығып был шиғырҙы уҡығанда, автор үҙе залда ултыра төҫлө тойола ине миңә. Ул әйтергә теләгән уйҙы мин тамашасыға түкмәй-сәсмәй илтеп еткерергә бурыслы булыуымды аңлай инем.
Мостай Кәрим ижадына булған ҡыҙыҡһыныу миндә артҡандан артты: “Бөжәк апа”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”... Һәр бер әҫәрендә автор уҡытыусыһынан алған изгелек орлоҡтарын күңелендә үҫтереп, халыҡҡа сәсә. Минең дә ошо нурҙың бер осҡоно булғым килә ине. Шуның өсөн дә уҡытыусым ЮНЕСКО тарафынан Өфөлә Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған сарала ҡатнашырға тәҡдим иткәс, бер һүҙһеҙ риза булдым.
...Бына көтөлгән көн дә килеп етте. Бында шағирҙың ижадын һөйгән уҡыусылар ҡатнаша . Бинаны асып кергәс тә, Мостай рухы, Мостай сәме уратып алды. Мин үҙемә төбәлгән Мостай ҡарашын тойғандай булдым. Һәр ваҡыттағыса ул минең эргәлә ине. Минең эргәлә генә түгел, һәр бер конкурсант эргәһендә ине ул. Һәр беребеҙ уның рухын һиҙә инек. Һәм мин бында ошоно аңланым: Мостай Кәрим минеке генә түгел, ә ул, олатайым әйткәнсә, “беҙҙең Мостай”. Ул йылдар, быуаттар аша киләсәккә баға. Һәм һәр бер быуын уны үҙенеке итеп һанай, һәр бер быуын уны үҙенә яңыса аса.
Олатайымдың һүҙҙәрендә ҙур хаҡиҡәт булыуын мин шунда аңланым.
Прекрасное далёко
Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца
Где спят снеговики?
Зимняя ночь. Как нарисовать зимний пейзаж гуашью
Стеклянный Человечек