Эссе
Вложение | Размер |
---|---|
halkym_tele_min-haklyk_teleesse_.docx | 13.4 КБ |
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы
муниципаль дөйөм белем биреү автоном учреждениеһы
13-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле
(эссе)
Башҡарҙы: 6а класы уҡыусыһы
Фазлыева Рузана
Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Билалова М.М.
Нефтекама 2017
Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырында “Әсәм теле миңә - сәсән теле.Унан башҡа минең халҡым юҡ...” тигән юлдар бар. Ошо шиғри юлдар миңә бик оҡшай, сөнки, ысынлап та, әсә теле кеше менән донъяға ауаз һалған минутынан алып, һуңғы һулышына тиклем йәнәшә килә. Кеше донъяға беренсе ауаз һалыуға, уны тыуҙырған әсә үҙенең сабыйына туған телендә “балам” тип өндәшә. Баланың беренсе һүҙе лә туған телендә яңғырай. Кеше үҙенең иң саф хистәрен туған телендә генә белдерә ала. Шуға күрә мин шағирҙың фекере менән тулыһынса килешәм.
Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз! Мин туған телем – башҡорт телемде яратам. Туған телде яратыу, тыуған илгә булған мөхәббәт менән үрелеп килә. Шуға күрә лә туған телде яратыу Ватанға тоғролоҡҡа, ата-әсәне яратыуға, хөрмәт итеүгә тиң. Тыуған илдең яҡшылығын, Ватандың ғәзизлеген тойорға ла беҙгә туған тел ярҙам итә. Туған тел хеҙмәт менән бергә кешене үҫтерә, уға Ватандың тарихын белергә, милли мәҙәниәтен, сәнғәтен аңларға, яратырға ярҙам итә.
Һәр кеше үҙ тыуған телен һөйөргә, яратырға тейеш. Әгәр кеше туған телен һөймәһә, ул туғандарын да яратмаҫ. Туған тел ул – Ватан, йыр, ата-әсә менән бергә торған бөйөк, изге һәм ҡәҙерле һүҙ!!!
Дөйөмләштереп шуны әйтер инем: әгәр ҙә кеше үҙе теләп туған тел ҡәҙерен белмәй икән, уның иле лә, теле лә,халҡы ла булмаясаҡ.
Карандаши в пакете
Пейзаж
Рисуем осенние листья
Лиса Лариска и белка Ленка
Несчастный Андрей