“Республикамды данлайым” исемле иншалар конкурсы “10 йылдан һуң республикам…” (Республика көнөнә арнала).
Вложение | Размер |
---|---|
respublikama_dan_yyrlayym.docx | 18.54 КБ |
Муниципальное общеобразовательное автономное учреждение
средняя общеобразовательная школа № 10
«Центр образования» городского округа город Нефтекамск
Республики Башкортостан
Республиканский конкурс сочинений
“Пою мою Республику”
“Какой я вижу республику через 10 лет”
(посвящено Дню Республики Башкортостан).
Выполнила: Мансурова Айгуль,
ученица 3л класса.
Учитель: Баранова Зульфия Валитовна
Нефтекамск, 2019
Нефтекама ҡалаһы
10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Белем биреү үҙәге” муниципаль дөйөм белем биреү
автономиялы учреждениеһы
“Республикамды данлайым” исемле
иншалар конкурсы
“10 йылдан һуң республикам…”
(Республика көнөнә арнала).
Башҡарҙы: 3-сө Л класы уҡыусыһы Мансурова Айгөл. Уҡытыусыһы: Баранова Зөлфиә Вәлит ҡыҙы |
Нефтекама, 2019
“Башҡортостан картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына!”
Йәйге каникулда ғаиләбеҙ менән Ҡара диңгеҙ буйында ял иткәндә, минең уйҙарым тыуған яҡтарым тураһында булды. Тыуған Башҡортостанымды бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим ҡайын япрағы менән тиңләй. Ҡайын япрағындай ғына булһа ла, минең республикам бик ҙур. Башҡортостанда ғорур тауҙары, тәрән йылғалар, таҙа күлдәр, киң яландар ҙа бар. Башҡортостандың тәбиғәте үҙе бер мөғжизә. Тыуған илемдең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ла бай һәм күп төрлө.
Әйткәндәй, беҙ сит илгә күстәнәскә йүкә балы алғайныҡ. Күршеләребеҙ яратып тәмләп ҡаранылар. Киләсәктә беҙгә ҡунаҡҡа килергә вәғәҙә бирҙеләр. Башҡорт балы һәм шифалы ҡымыҙының даны башҡа илдәргә лә таралған. Тыуған яғымдың тәбиғәте һәр бер кешене үҙенә ылыҡтырып, ымһындырып саҡырып тора. Минең уйҙарым ошо хаҡта булды. Яңы дуҫтарыбыҙ 10 йылдан һуң беҙгә ҡунаҡҡа килерҙәр, мин уларҙы тыуған яғыбыҙҙың мөғжизәле тәбиғәте, шифалы балы менән ҡыуандыра алырмынмы? Киләсәк быуынға ошо матурлыҡты, ожмах донъяны һаҡлай алырбыҙмы? Республикабыҙ киләсәге беҙҙең ҡулда. Минеңсә, илһеҙ, телһеҙ милләт булмай, шуның өсөн - иң тәүҙә телде белергә кәрәк. Башҡортостан – бәрәкәтле ер. Мин ошо изге ерҙә тыуып үҫкәнемә ғорурланам. Данлы илдә йәшәгәнем өсөн сикһеҙ бәхетлемен!
Башҡортостаныбыҙҙың киләсәгенә, үҫешенә үҙ өлөшөмдө яҡшы уҡыуым менән индерәм. Республикамдың киләсәге бар, сөнки унда тырыш, уңған кешеләр йәшәй.
Акварельные гвоздики
Свинья под дубом
Невидимое письмо
Как нарисовать осеннее дерево акварелью
Спасибо тебе, дедушка!