Сочинение на тему "Письмо неизвестному солдату".
Вложение | Размер |
---|---|
bildhez_haldatka_hat_insha.doc | 34.5 КБ |
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
“СТӘРЛЕТАМАҠ ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫ ХАКИМИӘТЕНЕҢ
МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ” МУНИЦИПАЛЬ ҠАҘНАУЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
ЖӘЛИЛ КЕЙЕКБАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ 3-СӨ ГИМНАЗИЯ
Билдәһеҙ һалдатҡа хат
Башҡарҙы:
Стәрлетамаҡ ҡалаһы
“Жәлил Кейекбаев исемендәге
3-сө гимназия” муниципаль
автономиялы дөйөм белем
биреү учреждениеһының
10-сы класс уҡыусыһы
Хужәхмәтова Гөлмирә
Етәксеһе:
Шәрәфетдинова
Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы,
башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Стәрлетамаҡ-2018
Билдәһеҙ һалдатҡа хат
Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Һаумы, ҡаһарман яугир!
Бына еребеҙгә көләс яҙ килә. Тәбиғәт яй ғына йоҡонан уяна.
Ә мин, күңелемдең иң төбөндә ятҡан һүҙҙәремде ҡағыҙ битенә төшөрәйем, тип ҡәләмгә тотондом. Йөрәгемдә һаҡланған уй-кисерештәрем мине үткәндәргә, 1945 йылдың ҡояшлы яҙына алып барған төҫлө.
Туҡ-туҡ-туҡ… Йөрәгем тибә тип торам. Юҡ икән дә… Тимер юл буйлап ҡысҡыртып-ҡысҡыртып поезд килә бит. Бына ул, йөрөшөн яйға һалып, станцияға килеп туҡтаны. Вагондарҙан, етеҙ генә баҫып, ашыға-ашыға һалдаттар төшә башланы. Фашист илбаҫарҙарын еңеп, тыуған ерҙәрен, берҙән-бер әсәләрен, һөйгән йәрҙәрен, ғәзиз сабыйҙарын һағынып ҡайтып киләләр ил батырҙары. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ, сикһеҙ бәхет кисерә улар был минуттарҙа!
Эй, бөйөк яугир! Һин дә, ошо һалдаттар менән бергә, тыуған төйәгеңә ҡайтырға тейеш инең бит. Әммә яуыз һуғыштың зәһәрле ут-ялҡыны бер кемде лә аямай икән. Дошман менән тиңһеҙ алышта, һуғыш яланында башыңды һалдың шул, яу батыры. Фашистарға бирешергә теләмәнең, пулялар һыҙғырыуына ла, снарядтар шартлауына ла иғтибар итмәй һаман алға, Еңеүгә табан атланың. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен, еребеҙ тыныс, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн көрәштең һин.
Йыраҡ ерҙәрҙә йөрөһәң дә, күңелең һәр ваҡыт тыуған ереңдә ине бит. Ауылды ышыҡлап торған мөһабәт тауҙар, ат эсергән мул һыулы йылғалар, тау битләүендәге зифа ҡайындар бер ҡасан да күҙ алдыңдан китмәне.
Иҫеңдәлер, шау сәскәгә төрөнгән болонда ҡолас ташлап бесән саба торғайның. Йәйге селләлә сарсап китһәң, һыуһыныңды ҡандырыр өсөн айран эсеп алаһың. Әммә арыу-талыуҙы белмәйһең, салғы ҡулыңда уйнап ҡына тора. Ярты көн эсендә киң болонлоҡ бал еҫе аңҡытып торған бесән бакуйҙары менән ҡаплана. Эй, тәбиғәттең бар матурлығын йыйған ҡабатланмаҫ мәлдәр!
Хәтерләйһеңме, яҙғы һабантуйҙар ниндәй күңелле үтә ине. Һин башҡаларға бил бирмәҫ көрәшсе булараҡ дан алғайның бит. Күрше-тирә ауылдарҙа һине еңерлек батырҙы күреүсе лә, ишетеүсе лә булманы.
Ә йәйге кистәрҙә өҙҙөрөп бер гармун тартып ебәрһәң, бөтә ауыл өҫтөнә тулҡын-тулҡын булып моң тарала. Барса кеше, һәммә тереклек тынып ҡалғандай тойола. Башҡа берәүҙеке менән дә бутамаҫлыҡ шундай ғәжәйеп, сихри һәм илаһи моңдо һин генә сығара ала торғайның. Ул гармун тауышы бөгөн дә иркен ауыл урамдарында аҙашып йөрөгән һымаҡ.
Әсәйең, өмөтлө ҡарашын юлға төбәп, көн һайын һине бына-бына ҡайтыр, тип көткәндер. Һөйгәнең, тәҙрәнән күҙҙәрен алмай, нисәмә йылдар ышаныс менән йәшәгәндер. Ләкин юҡ… Күпме генә көтмәһендәр, нисек кенә һағынмаһындар, мәрхәмәтһеҙ һуғыш һеҙҙе мәңгегә айырған.
Мине күптән онотҡандарҙыр инде, тип йәнең өҙгөләнмәһен. Халыҡ хәтерендә һин һаман да йәшәйһең, сая батыр!
1967 йылдың 8 майында баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә “Билдәһеҙ һалдат ҡәбере” тип аталған архитектура мемориалы асыла. 3 декабрь илебеҙҙә Билдәһеҙ һалдат көнө булараҡ билдәләнелә. Исемең билдәһеҙ булһа ла, ил алдындағы батырлығыңды, хәрби ҡаһарманлығыңды халҡыбыҙ һаман да күңел һандығында ҡәҙерләп һаҡлай.
Эй, ҡыйыу һалдат! Һин йөрөгән яу яландарында хуш еҫтәрен бөркөп сәскәләр үҫәлер. Һин эскән йылғалар һаман да урғылып-урғылып ағалыр. Әммә улар һуғыш һалған әсе ғазаптарҙы, ауыр яраларҙы, көслө шартлау тауыштарын, илау-һыҡтауҙарҙы бөгөн дә онотмай.
Илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән батырҙарҙың исеме мәңгелек, улар үлемһеҙ. Һинең ҡаһарманлығың алдында баш эйәм, бөйөк яугир!
Браво, Феликс!
Новогодняя задача на смекалку. Что подарил Дед Мороз?
Денис-изобретатель (отрывок)
Ломтик арбуза. Рисуем акварелью
Философские стихи Кристины Россетти