Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған инша
Вложение | Размер |
---|---|
insha1.docx | 17.34 КБ |
Йырым минең – Башҡортостан.
(Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған инша)
Башҡортостан! Һинең гүзәллегеңә Тиң булған ерҙәр бармы икән? Аҡҡош кеүек ап-аҡ Ағиҙелкәй Ҡайһы илдә бар икән? Башҡортостан - алһыу таң иле, Гөл баҡсалар иле, дан иле.»
Минең тыуған ерем - Башҡортостан! Һин ниндәй гүзәл һәм иркен. Һиндә генә шундай бейек тауҙар, ҡалын урмандар, зәңгәр таҫмалай бормаланып ағыусы саф һыулы шишмә-йылғалар бар. Хәтфә үләнле йәшел болондар, ундағы күп төрлө сәскәләр күңелде әсир итәләр. һулаған саф һауа, яҡты йылы ҡояш нуры, йомшаҡ таң еле миңә йәшәргә, уҡырға көс бирә, ҡоштары ла моңлораҡ һайрай. Тыуған яҡ! Ошо һүҙҙәрҙе әйтеү, ишетеү менән күңелгә әйтеп бөт-мәҫлек хистәр тула. Эйе, ҡоштар һымаҡ һәр кемдең тыуған ояһы, иле бар. Ниндәй ғәзиз һәм ҡәҙерле була ул тыуған ер! Һәр кемдең тыуған ере, тыуған йортонан, ауылынан, районынын башлана. Миңә лә тыуған ерем, Башҡортостан тап беҙҙең өйөбөҙҙән башланған кеүек. Минең тыуған ерем - Шаран районы Ташлы ауылы. Ул тауҙар ҡо-сағында, йәмле Сөн йылғаһы буйында урынлашҡан.Тәбиғәте иҫ киткес матур, уға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Саф тулы һыулы, балыҡҡа бай Сөн йылғаһы бормаланып-бормаланып ауылымдың эргәһенән аға. Йылға буйҙарында үҫкән зифа талдар, мөһабәт өй-әңкеләр йәй буйы бала-сағаның һыуҙа ҡойоноуын күҙәтә. Сөн аръяғында хәтфә болондар йәйелеп ята. Яҙын ул беҙҙе йыуаһы, ҡаҡыһы, балтырғаны, йәйен һутланып бешкән еләге, ҡарағаты, муйылы, ә көҙөн тулышып торған баланы, энәлеге, бөрлөгәне менән һыйлай. Икһеҙ – сикһеҙ баҫыуҙарында иген диңгеҙе тулҡынлана. Ҡуян, төлкөнө үҙ иткән урманы ла бар ауылымдың. Үҙенең башҡорт балы, ҡымыҙы, икмәге менән донъя күләмендә билгеле ул минең ерем. Тәбиғәт беҙҙең ергә байлыҡтарҙы ҡыҙған-майынса биргән. Уға һоҡланмай ҡарап булмай... Тыуған еребеҙ хаҡында күпме һүҙ һөйләнгән. Уға күпме йырҙар, шиғырҙар, әҫәр-ҙәр бағышланған.
Тыуған ерем, тыуған йортом миңә бик тә ҡәҙерле. Ошо ерҙәр өсөн ата – бабаларыбыҙ күпме яу сапҡан, ҡан ҡойған, тупрағына хәләл тирен түккән. Әммә иң ҙур еңеүҙәрҙең береһе - ул суверенитет яулау, башҡорт телен дәүләт теле тип иғлан итеүгә өлгәшеү. Ошо осорҙа республикабыҙ күҙгә күренеп аяҡҡа баҫты, уңышлы аҙым-дар яһаны. Донъяла бер генә нәмә - тыуған ерҙе яратыу хисе, тыуған тупраҡ-ҡа булған мөхәббәт кенә үҙгәрешһеҙ, ул үҙенә бик күп төшөнсәләр-ҙе һыйҙыра. Иң беренсе - тыуған илебеҙҙә, ғөмүмән, бөтөн донъяла тыныслыҡ урынлашыуын күрәһем килә. Балаларҙың, атай-әсәйҙәр-ҙең, олатай – өләсәйҙәрҙең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булмаһын. Икенсенән - тыуған илебеҙҙе, уның тәбиғәтен,туған телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлайыҡ. Әле мин уҡыусы ғына. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үҙ алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты өмөттәр менән йәшәйем. Хыялым - тирә-яғыбыҙҙы биҙәп үҫкән сәскәләр араһында үҙ урынымды табып, сәскә кеүек донъяға нур, кешеләргә шатлыҡ өләшеү. Илем, телем, халҡым , ерем үҫешенә үҙемдең һайлаған һөнәрем менән ҙур өлөш индереү. Шул ваҡытта мин бәхетле булыр инем.
Башҡарҙы: Бэкирова Эльвина, Башҡортостан Республикаһы Шаран районы Түбәнге Ташлы ауылының дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыһы. Уҡытыусыһы:Шәйхуллина Эльза Нәғим ҡыҙы.
Мост из бумаги для Киры и Вики
Мальчик и колокольчики ландышей
Пока бьют часы
Без сердца что поймём?
Волшебные звуки ноктюрна