Республикамды данлайым
Вложение | Размер |
---|---|
insha.docx | 15.19 КБ |
Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р.Ураҡсина.
Иң ҡәҙерле, иң һөйөклө
Тыуып үҫкән ил бит ул.
Йөрәктәргә тамыр йәйгән,
Шиңмәй торған гөл бит ул.
Тыуған илем… Йөрәккә шул тиклем яҡын, күңел түрендәге иң изге исем бит ул. Был һүҙҙе әйткәндә күңелебеҙ ҡайнар тойғолар менән тула, күҙ алдыбыҙға иң яҡын урындар килеп баҫа.Донъялағы иң ҡиммәтле әйберҙәр менән сағыштырғыһыҙ, бер ҡасан да онотолмаҫ ҡәҙерле тыуған илем!
Башҡортостан - минең тыуған илем. Ата – олатайҙарымда ошо гүзәл төбәктә йәшәгән.Тыуған илем бик ҙур һәм бай. Күккә олғашҡан ғорур, ялтыр ҡаялары, бейек – бейек тауҙары, үтеп сыҡҡыһыҙ, ҡуйы,ҡара урмандары, күҙҙең яуын алып торған мең төрлө сәскәләре, көмөш һыулы, саф йылғалары - күлдәре, урмандарындағы йәнлек - кейектәре, бар тирә -яҡты иртәнән кискә хәтле үҙҙәренең моңона, сихри һайрауҙарына сорнап тороусы иҫәпһеҙ – һанһыҙ ҡоштары – былар барыһы ла минең еремдең матурлығы, мөғжизәһе. Тыуған ерҙең бәпкә үләндәре лә, ыжғыр бурандары ла, йәйрәп ятҡан иген баҫыуҙары ла - һәммәһе лә күңелгә яҡын. Тыуған ерҙә сылтырап аҡҡан шишмә һыуҙары тәмлерәк, ҡоштар йыры моңлораҡ, кешеләре мөләйемерәҡ кеүек тойола. Һәр кемгә үҙ тыуған яғы йөрәгенә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Ҡайҙа ғына булһаң да, ниндәй генә матур ерҙәрҙе күрһәң дә, күңел барыбер үҙ тыуған яғына тартасаҡ, сөнки бында тәбиғәт тә матурыраҡ, һауа ла яҡшыраҡ. Башҡортостан йәшел ҡуйы урмандары, саф таҙа һыулы йылғалары, бөйөк Урал тауҙары, тәбиғи байлыҡтары, үҙенсәлекле мираҫы һәм ҡомартҡылары менән дан тота, әҙәбиәте һәм фольклоры телдән төшмәй. Тыуған яҡ- минең яратҡан ғаиләм һәм тыуған йортом ғына түгел, тыуған яғым минең - бөтә Башҡортостан.
Башҡортостан! Һинең гүзәллеккә
Тиң булырлыҡ ерҙәр бар микән?
Аҡҡош кеүек ап –аҡ Ағиҙелкәй
Ҡайһы илдә генә бар икән?
(З.Күлбәков)
Башҡортостандың данлы тәбиғәтле Бөрйән районында, йәмле Ағиҙел йылғаһы буйында минең тыуған ауылым Тимер урынлашҡан.Ошо ерҙә мин тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡанмын һәм“әсәй” тип телем асылған.
Тимер ауылында минең иң – иң яҡын, ғәзиз кешеләрем балалыҡ дуҫтарым, тыуған йортом.Тап ҡаҙан эсендә ултырған кеүек ауылымды уратып алған бейек тауҙар, текә ҡаялар, ҡолас етмәҫлек имәнле, зифа буйлы аҡ ҡайынлы, щифалы балына бай йүкәләр һәр саҡ нимәлер серләшкәндәй япраҡтарын туҡтауһыҙ һелкеп ултырыусы уҫаҡлы, төҙ һәм мәғрур ҡарағайлы урмандар, киң яландар - минең күңелемә шул тиклем яҡын. Фәҡәт минең ауылым өсөн генә Ағиҙел йылғаһы ағалыр, тик беҙҙең өсөн генә иртән нурланып ҡояш ҡалҡалыр кеүек.
Тыуған ауылымда мине һәр ваҡыт үҙенә тартып тороусы йортом да- донъялағы иң изге урын. Был өйҙә минең өсөн өҙөлөп тороусы, ҡәҙерлеләрҙән – ҡәҙерле, атайым һәм әсәйем, һеңлем йәшәй. Шуның өсөн дә мин сикһеҙ бәхетлемен, тик күҙ генә тейә күрмәһен!
Ай менән ҡояш, ата һәм әсәй берәү генә булған кеүек, тыуған ил дә ер ҙә, тыуған йорт та берәү генә була. Шуға ла һәр кеше өсөн уларҙан ҡәҙерле, изге нәмә юҡ. Юҡҡа ғына башҡортомдоң мәҡәлендә “ Алтын - көмөш яуған ерҙән, тыуған - үҫкән ил яҡшы” тимәгәндәр бит. Ожмах кеүек, бай, йомарт ерҙә донъяға тыуыуыма, йәшәүемә шатланам да һәм икһеҙ – сикһеҙ ғорурланам. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо тәбиғәт байлыҡтарын, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын һаҡлауға барлыҡ көсөбөҙҙө һалыу, тыуған еребеҙгә оло хөрмәт менән ҡарау.Ҡоштарға осор өсөн – ҡанат, үләндәргә үҫер өсөн – тупраҡ, балыҡтарға йөҙөр өсөн – һыу, ә кешегә йәшәр өсөн үҙ тыуған иле кәрәк.Ғәзиз төйәгебеҙ булған Башҡортостаныбыҙ биҙәктәрен киләсәк быуынға күҙ ҡараһылай һаҡлап, тапшырайыҡ. Мин бәхетлемен икән был ерҙә, киләсәк быуындарыбыҙ ҙа шулай уҡ бәхетле булыр, тип ышанам.Илемдең гүзәллегенә, шул ерҙә йәшәүсе халҡына ошо илаһи матурлыҡтың ҡәҙерен белеп, бөтмәҫ – төкәнмәҫ байлығын һаҡлап, алтын бишегебеҙҙе киләсәк быуынға еткерһәк ине тип өндәшкем килә!
Бөрйән районы муниципаль районы Иҫке Монасип мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының
урта дөйөм белем биреү мәктәбе Тимер филиалы
“ Республикамды данлайым” исемле иншалар конкурсына
Тема: Башҡортостан – баш илем,
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
Р.Ураҡсина.
Башҡарҙы: VII класс уҡыусыһы
Баймырҙина Резеда
Етәксеһе: Ҡолдобаева Дилә
Әхтәр ҡыҙы
2017 йыл
Рисуют дети водопад
Пейзаж
В.А. Сухомлинский. Для чего говорят «спасибо»?
Отчего синичка развеселилась
Весенние чудеса