Инша.
Вложение | Размер |
---|---|
Инша "Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда!" | 22.45 КБ |
Республика көнөнә һәм Рәсәйҙә Экология йылына арналған иншалар конкурсы
«Республикама дан йырлайым»
Фәтихова Лилиә, X класс уҡыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының Нуриман
районы муниципаль районының Иҫке Күл
ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет белем биреү
учреждениеһы.
Уҡытыусыһы: Шәрәфетдинова
Дамира Миңнислам ҡыҙы,
Башҡортостан Республикаһының Нуриман
районы муниципаль районының Иҫке Күл
ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет белем биреү
учреждениеһы .
Тыуҙырған да беҙҙе ер,
Туйҙырған да беҙҙе ер.
Икмәкле ер – хикмәтле ер,
Доъяла иң изге ер.
Муса Сиражи
Кеше – тәбиғәт балаһы, тимәк тәбиғәт беҙҙең әсәбеҙ. Ысынлап та, ул беҙҙе ашата ла, кейендерә лә. Уның матурлығы, байлығы һуң ни тора! Урманда ҡоштар һайрауын тыңлап туйып булмай. Тирә-яҡтағы ағастарға, төрлө төҫлө, хуш еҫле сәскәләргә ҡарап танһығың ҡанмай. Бал ҡорттары, күбәләктәр ялан сәскәләренә ҡунып, геүләшеп осалар. Ел: “Һаумы, балам!” – тигәндәй ағас япраҡтарын һелкетә. Ә шишмәнең сылтыр-сылтыр ағыуына ҡолаҡ һалғаның бармы? Ул да ашығып-ашығып ниҙер һөйләгәндәй тойола.
Тәпәй баҫҡан, уйнап үҫкән урамдарымды әйтәһе лә түгел...Әйтерһең, ундай урамдар башҡаса юҡ...
Тәбиғәт – ул хазина, ул биргән байлыҡ иҫ китмәле.. Тик ни өсөн беҙ ошо хазинанаы һаҡламайбыҙ, ҡәҙерләмәйбеҙ? Тирә-яғыбыҙҙың аҙ ғына үҙгәреүе лә беҙҙең йәшәйешебеҙгә, һаулығыбыҙға ҙур тәьҫир яһағанын бөтәбеҙ ҙә яҡшы аңлайбыҙ. Шулай булғас, ни өсөн һуң юл буйында, йылға ярҙарында ятҡан сүп-сарҙы йыйырға ынтылмайбыҙ, киреһенсә, үҙебеҙ ҙә өҫтәп китәбеҙ. Шулай уҡ тәбиғәт ҡосағында ял иткән ҡайһы бер әҙәмдәрҙең тәртибе лә аптырата. Халыҡ үҙе артынан өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыра. Шунлыҡтан бөгөнгө көндә ошо гүзәл бай төбәгебеҙгә ҡурҡыныс хәүеф – экологик һәләкәт янай. Бындай хозурлыҡты юғалтһаҡ, кире ҡайтарып ала алырбыҙмы? Һорауҙар, һорауҙар...
Һандуғастар биҙһә баҡсамдан,
Ят күрһә еремде торналар,
Нишләрмен, кипһәләр күлдәрем,
Ҡороһа сәскәле урмандар?
Беҙ урманға барып, төрлө ағастарҙы киҫәбеҙ, сәскәләрҙе өҙәбеҙ. Ә үҙебеҙҙе шул сәскә урынына ҡуйып ҡараһаҡсы! Бына яҙғы ҡояш йылыта башлау менән уянаһың, уның нурҙары аҫтында иркәләнеп үҫәһең, һуңынан иҫ киткес матур итеп сәскә атаһың. Тик оҙаҡҡамы һуң был матурлыҡ? Бәлки, оҙаҡҡа булыр ине, әммә кеше килеп, өҙөп ала ла өйөнә алып ҡайта. Бер-ике көн йәшәйһең дә, хуш еҫең бөткәс, һине сығарып ташлайҙар. Күңелһеҙ, эйе бит?
Ҡороһа сәскәле урмандар?
Турғайҙар осмаһа бейектә,
Тоҙланһа саф һыулы шишмәләр,
Һайыҡһа илемдә йылғалар,
Киләсәк быуындар нишләрҙәр?
Минең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын булған ер - ул минең тыуған ауылым Иҫке Исай ауылы. Уның тирә-яғын урман, яландар уратҡан, ә уртаһынан Йәләнде йылғаһы ағып ята, эргәһендә Кәрәкә тауы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тауҙан ҙур-ҙур машиналар менән көнө-төнө ҡом ташыйҙар. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл түгел. Сөнки эсәр шишмәләребеҙ ошо тауҙан ағып сыға. Ҡомдо күпләп алыу шишмәләребеҙҙең юлын быуа. Шунлыҡтан Йәләнде йылғаһының һыуы көндән-көн кәмей, тауҙағы урмандар ҙа юҡҡа сығып килә.
Ағастар булмағас, һауа бысрана.
Эсер һыуҙарыбыҙға ағыуҙарын ағыҙа,
Мәсхәрәләй ерҙе ҡанһыҙлыҡ.
Ҡырылып бөттө башҡорт урмандары,
Башҡорт китабына ҡағыҙ юҡ, – тип яҙа Рауил Бикбаев “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта” шиғырында. Эйе, был шиғыр юлдары менән килешмәҫлек түгел. Йылғаларыбыҙ ныҡ һайыҡҡанына барыбыҙ ҙа хафалана. Ә шулай ҙа беҙҙең ауылда шишмәләребеҙ төҙөкләндерелде. Был халыҡ өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды. Тимәк, беҙ үҙебеҙҙең ер-һыуыбыҙҙы һаҡлай алабыҙ. Йылда шишмәләрҙе таҙартабыҙ. Әйҙә саф, таҙа һыуы менән кешеләрҙе ҡыуандырһындар.
Егерме беренсе быуат – автомобиль, завод-фабрикалар заманаһы. Тик улар, шулай уҡ, һауаны, ер-һыуҙарҙы бысрата һәм шуның менән бергә беҙҙе лә аҡрын ғына ағыулай. Йылғаға түгелгән төрлө сүп-сарҙар ҙа һыуҙың бысраныуына килтерә.
Шул тиклем ғәмһеҙлек, битарафлыҡ ҡайҙан килә икән? Тәбиғәтте
һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау икәнен онотмаһаҡ ине. Беҙ үҙебеҙҙең һәм киләсәк быуындың яҙмышы тураһында борсолорға тейешбеҙ. Шуны иҫтә тоторға кәрәк: тәбиғәт кешеһеҙ йәшәй ала, әммә кеше тәбиғәтһеҙ – юҡ. Шуға ла еребеҙгә ярҙам итергә кәрәк. Тирә-яғыбыҙҙы сүпләмәһәк, ағастар ултырһаҡ, сәскәләрҙе өҙмәһәк, йәнлектәрҙе үлтермәһәк – киләсәк өсөн ҡайғырырға сәбәп булмаҫ ине. Көнкүреш ҡалдыҡтары эшкәртелһә, бәлки, еребеҙ ошо тиклем бысранмаҫ ине. Бөгөнгө көндә был мәсьәлә көнүҙәк булырға тейештер. Шулай уҡ, завод-фабрикалаларға тәбиғәткә зыян килтермәй торған ҡоролмалар ҙа ҡуйыу яҡшы һөҙөмтәләргә килтерәсәк. Тәбиғәт балаһы булыуыбыҙҙы һәр саҡ иҫтә тотайыҡ. Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда!
Сочини стихи, Машина
Иван Васильевич меняет профессию
Акварель + трафарет = ?
Рисуем осень: поле после сбора урожая
Два плуга