Инша
Шәйхетдинова Милена,VIII класс уҡыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының Нуриман
районы муниципаль районының Иҫке Күл
ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет белем биреү
учреждениеһы.
Уҡытыусыһы: Шәрәфетдинова Дамира
Миңнислам ҡыҙы, Башҡортостан
Республикаһының Нуриман районы
муниципаль районының Иҫке Күл
ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет белем биреү
учреждениеһы .
Мин донъяның иң йәмле ерендә - Башҡортостан Республикаһында тыуғанмын. Башҡортостаныбыҙ – иҫ киткес матур һәм бай! Уның тураһында нимә әйтһәң дә, аҙ булыр кеуек. Республикам нефткә, күренекле шәхестәргә, балға, ҡымыҙға бай. Башҡортостан борон-борондан сәсән телле, бай рухлы, атай-олатайҙарыбыҙ ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төйәк. Салауат Юлаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғайнан Хәйри һәм башҡалар – былар бөтәһе лә республикамдың ғорурлығы.
Башҡортостан сиген үтеү менән,
Тыуып – үҫкән ергә етеү менән,
Нур тулғандай була күңелгә,
Йыр тыуғандай була күңелдә.
Ә тәбиғәте ниндәй уның?! Ҡуйы-ҡуйы урмандары, киң болондары, көмөш һыулы шишмәләре, йылғалары, зәңгәр күлдәре, бейек бәрәкәтле тауҙары... Ап-аҡ ҡайынлы урмандары бәшмәккә, тәмле емештәргә бай. Унда бик күп хайуандар бар: айыу, төлкө, ҡуян һәм башҡалар. Тыуған яғымдың һайрар ҡоштары ла, хуш еҫле сәскәләре лә, хатта әреме лә – хозурлыҡтың хозуры. Башҡа ерҙә бындай гүзәл тәбиғәт юҡтыр. Был матурлыҡҡа бейектән ҡараһаң, иҫең китер.
Ошондай бай гүзәл тәбиғәтле ерҙә, әлбиттә, яҡшы күңелле кешеләр көн күрә. Нисәмә милләт дуҫлыҡта, берҙәмлектә Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге өсөн тырыша. Республикала төрлө милләтле халыҡ йәшәй: башҡорт, татар, рус, удмурт, марый, үзбәк һәм башҡалар. Төрлө милләт булһа ла, бындағы халыҡ бер төрлө – ҡунаҡсыл, үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә һөйләшергә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш. Юҡҡа ғына «Иле берҙәмдең-көнө берҙәм», тип әйтмәгәндәр. Башҡорттар ғәҙел, һәйбәт кешеләр, улар тәбиғәтте, йәнлектәрҙе яраталар. Матур итеп башҡорт телендә һөйләшәләр, мин был телде мәктәптә яратып өйрәнәм.
Беҙҙе бөтәбеҙҙе лә Башҡортостан берләштерә. Тыуған төйәгем тәбиғәт тауышы менән йырлай, башҡорт халҡы үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән, ә мин – Башҡортостанымды йырлайым! Тәбиғәтен, ҡурайын, Салауатын...
Картаға ҡарап, еремде:
-Бер япраҡ саҡлы, - тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә
Башҡортостаным-илем!
Эйе, Ер шарының картаһында беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бер япраҡ саҡлы ғына булһа ла, үҙенең меңәр саҡрымдарға һуҙылған дала ҡырҙары, күҙ күреме етмәҫ тауҙары, йылға-күлдәре, эшсән халҡы менән ул ысында япраҡ ҡына түгел, ә Рәсәй дәүләтенең күкрәгенә һыйынған бай тарихлы республика.
Тыуған ерем Башҡортостан! Ни тиклем күңелемә яҡынһың, ни тиклем ҡәҙерлеһең һәм изгеһең һин.
Республикам... Күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған бәрәкәтле баҫыуҙар, хәтфә болонлоҡтар, кукһел тауҙар иле. Шул ғорур тауҙарҙың иң боронғоһо, иң күркәмдәренең береһе - Урал тауы. Ниндәй генә ер аҫты байлыҡтары юҡ унда! Алтыны ла, көмөшө лә... Башҡорт халҡы борон-борндан ошо ерҙәрҙе үҙ иткән, ошонда донъя көткән. Улар Урал тауын күҙ ҡараһылай ҡәҙерләгән, яман күҙҙәрҙән һаҡлаған. Башҡортостаныбыҙ яралған, тамырланған йәнтөйәк ул Уралтау. Урал булғанда – башҡорт та булыр. Башҡа тауҙарыбыҙ ҙа бик бай, күҙҙең яуын алып тора: Торатау, Янғантау, Ирәмәл, Ирәндек, Йөрәктау, Ямантау... Һанап бөтөргөһөҙ!
Башҡортостан! Мин ошо изге ерҙә тыуып үҫкәнемә ғорурланам. Данлы илдә йәшәгәнем өсөн сикһеҙ бәхетлемен! Һин минең иң ҡәҙерле, ғәзиз ерем, берҙән-бер тыуған илем!
Башҡортостан – беҙҙең Бөркөтостан,
Иркең ҡурсып, күпме бөркөт осҡан!...
Башҡортостан – йөрәк ҡағышым,
Ерһенмәһәм, төшһөн ҡарғышың!
Стрижонок Скрип. В.П. Астафьев
Рисуем крокусы акварелью
Одна беседа. Лев Кассиль
Как нарисовать лимон акварелью
Как нарисовать небо акварелью