Тәбиғәтте һаҡлау - үҙ-үҙеңде һаҡлау ул
Вложение | Размер |
---|---|
tbigtte_haklau.docx | 11.96 КБ |
Тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙеңде яҡлау ул.
Кеше өсөн Тыуған ил, тыуған ер төшөнсәләре берәү генә. Улар беҙҙе ғүмеребеҙҙең аҙағына тиклем оҙата баралар. Беҙҙең тыуған еребеҙ – Башҡортостан. Ошо ерҙә тыуғанбыҙ, әлеге көнгә тиклем йәшәйбеҙ һәм белем алабыҙ. ?айҙарға ғына китһәк тә, тыуған еребеҙҙе һағынып ҡайтабыҙ һәм уның ни тиклем ғәзиз булыуы тураһында уйланабыҙ.
Минең Кесе Ватаным, Архангелем, иҫ киткес бай тәбиғәтле төбәк. Урманында ниндәй генә ағастар, емеш- еләк һәм дарыу үләндәре үҫмәй?! Ошо хозур тәбиғәт байлыҡтарын беҙ, кешеләр, яҡларға, һаҡларға бурыслыбыҙ. Ауыл кешеләре булараҡ, утынын да, бесәнен дә ошо тәбиғәт ҡосағында әҙерләйбеҙ. Ләкин хәҙерге ваҡытта рөхсәтһеҙ ҡырҡылған ағастар һаны күбәйеү сәбәпле, урмандар ҙа һирәгәйә башланы. Әгәр ҙә урмандарҙы һаҡламаһаҡ, киләсәк быуындарға ни ҡалыр?
Инйәр йылғаһы- Башҡортостанда иң таҙа йылғалар иҫәбенә инә. Йәй көнө йылға буйы ял итеүселәрҙең шат тауыштарына күмелә. Тик ниңә аҙаҡтан уларҙың артынан өйөм-өйөм сүп-сар ятып ҡала һуң? Әллә был кешеләрҙең битарафлығы, әллә ситтән килгән кешегә бөтәһе ярай, тиеүҙәреме...
Быйылғы йыл- илебеҙҙә, республикабыҙҙа Экология йылы тип иғлан ителде. Тыуған еребеҙҙең матурлығын, байлығын һаҡлау, яҡлау өҫтөндә эштәр алға барыр, тип уйлайым мин. Кешеләр, тәбиғәтте бысратмайыҡ! Уны рәнйетмәйек! Сөнки тәбиғәтте беҙ һаҡламаһаҡ, уны бысратырға юл ҡуйһаҡ, киләсәк быуынды кем хәстәрләр?!
Зәйнуллин Илгизәр
Тәүәкәс мәктәбенең 8 –се класс уҡыусыһы
Медведь и солнце
На берегу Байкала
Подарок
О путнике
Весёлая кукушка