Минең ғаиләм
Вложение | Размер |
---|---|
minen_gailm.docx | 13.08 КБ |
Минең ғаиләм.
Һәр кемдең ғаиләһе, тыуған йорто бар. ;аилә – ул һине яҡлай, һаҡлай торған бер өй. №әр кемдең тормошо тыуған йортонан, ғаиләһенән башлана.
Беҙҙең ғаилә дүрт кешенән тора. Атайым, инәйем, Зөлфиә апайым һәм мин. Беҙ бергәләп еләккә, бәшмәккә, балыҡҡа йөрөйбөҙ. Күмәкләп тәбиғәт ҡосағына сығырға яратабыҙ.
Ғаилә тотҡаһы атайымдың исеме Зинфир. Ул әлеге ваҡытта Себерҙә, вахта ысулы менән эшләй. Ул беҙҙең яҡлаусыбыҙ, ныҡлы терәгебеҙ. Атайым тыныс холоҡло, сабыр кеше. Техниканы яҡшы белә. Ул беҙҙең донъя тотҡаһы.
Әсәйем – Ризида. Ул мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Ул йәш быуынға белем һәм тәрбиә бирә. Мин әсәйемә һәр саҡ ярҙам итергә тырышам. Киләсәктә мин дә уның кеүек уҡытыусы булырға теләйем. «сәйем бик тырыш һәм талапсан кеше. Беҙ уны бик яратабыҙ. Апайым менән миңә ҡатын- ҡыҙҙар эшен өйрәтә әсәйем.
Апайым Зөлфиә Өфө ҡалаһында, колледжда уҡый. Ул да, әсәйем кеүек, уҡытыусы һөнәрен һайланы. Аҙна һайын беҙ уның ҡайтыуын һағынып көтөп алабыҙ. Ул миңә тәмле-тәмле күстәнәстәр алып ҡайта.
Мин ғаиләбеҙҙә иң кесеһе. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә өлгәшәм. Буш ваҡыттарымда йырларға, бейергә яратам. «хирәттәрем дә күп. Улар менән бер – беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ.
Мин үҙебеҙҙең ғаиләбеҙҙе бик ныҡ яратам. ;аилә байрамдарын көтөп алам. Һәр бер баланың да беҙҙең ғаилә кеүек татыу, бер –береһенә ҡарата ихтибарлы булыуын теләйем!
Сәғәҙәтова Айгизә,
Тәүәкәс мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы
Зимняя сказка
Прекрасное далёко
О падающих телах. Что падает быстрее: монетка или кусочек бумаги?
Сказка "Колосок"
Ветер и Солнце