Башҡортостан Республикаһы үҫешенә минең индергән өлөшөм
Вложение | Размер |
---|---|
bashkortostan.doc | 50 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль районы Тәүәкәс ауылының төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение основная общеобразовательная школа д. Тавакачево муниципального района Архангельский район Республики Башкортостан
Республика көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоу4а үөө йыл тулыу4а арнал4ан
» Республикамды данлайым » исемле район иншалар конкурсы
Районный конкурс сочинений «Пою мою Республику»,
посвящённый Дню Республики и празднованию үөө-летия образования Республики Башкортостан
Тема: «Башҡортостан Республикаһы үҫешенә минең индергән өлөшөм»
«Мой вклад в развитие Республики Башкортостан»
(эссе)
Башҡар6ы: Сәғәҙәтова Айгизә
Тәүәкәс төп дөйөм белем биреү
мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы
Выполнила: Сагадатова Айгиза, ученица
7 класса МОБУ ООШ
д. Тавакачево
Уҡытыусы: Аҫылбаева Г.Л.
Тәүәкәс төп дөйөм белем биреү
мәктәбенең туған (башҡорт) теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Учитель: учитель родного / башкирского/
языка и литературы
Асылбаева Г.Л.
Моңдарымдың моңо һиңә,
Башҡортостан - төйәгем һин.
Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,
Берҙән-берем, йөрәгем һин.
Рәмил Йәнбәк.
Башҡортостан – минең тыуған республикам. Күҙ күреме етмәҫ ерҙәргә йәйелгән баҫыуҙар, хәтфә болондар, күкһел тауҙар иле. Ҡолағыма ат тояҡтары тауышы, ҡурай моңо, сал бөркөт саңҡылдауы ишетелә. Өйөр- өйөр йылҡылары, яҫы табан айыуҙары, тарбаҡ мөгөҙлө боландары, шифалы үләндәре, йылға – күлдәре, сәскәле яландары күҙ алдынабаҫа, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Ошо тауыштарҙы ишетеү менән күңелемә әйтеп бөтә алмаҫлыҡ хистәр тула. Ниндәй ғәзиз һәм ҡәҙерле була ул тыуған ер! Һулаған һауаһы ла саф, ҡояшы ла нығыраҡ яҡтыртҡандай, иҫкән еле лә йылы, ҡоштары ла моңлораҡ һайрай төҫлө…
Мин республикамдың гүзәл бер төбәге - Тәүәкәстә тыуып, атай- әсәй ҡуйынында ғына иркәләнеп үҫкән бер ҡыҙмын. Ауылым йәмле Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Матур тәбиғәтенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Йылға буйындағы мөһабәт өйәңкеләр, йөҙйәшәр тирәктәр йәй буйы һыуҙа ҡойонған бала- сағаны күҙәтә… Ауылым көндән- көн ҙурая, төҙөкләнә. Йыл һайын матур, ҙур йорттар ҡалҡып сыға. Йәштәр тыуған төйәктәрен ташлап китмәй, тырышып донъя көтә. Һәйбәт ял итер, төплө белем алыр өсөн ауылымда шарттар бар. Мәктәбебеҙҙә әсәләрҙәй яғымлы, үҙ эштәрен күңел биреп башҡарған уҡытыусылар беҙгә белем бирә.
Әлеге ваҡытта мин тыуған мәктәбемдә 7-се класта белем алам. Республикамдың алға китеше, үҫеше беҙгә, киләсәк быуынға бәйле икәнлеген аңлайым. Ә бының өсөн иң тәүҙә белемле, рухлы шәхес булырға кәрәк. Илен яратып үҫкән кеше генә уға файҙа килтерә ала. Бына миңә үә йәш. « ниндәй файҙалы эштәр килә минең ҡулымдан? Иң тәү сиратта минең Кесе Ватаным – тыуған ауылымды таҙарта, төҙөкләндерә алам бит мин. Ысынлап та, йылына әллә нисә тапҡыр экологик өмәләргә сығыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Ауылым сүп-сарҙан таҙартыла. Урамдар таҙа булһа, кәйеф тә күтәрелә, ситтән килгән ҡунаҡтар алдында ла йөҙөбөҙ яҡты була. Быйылғы йыл илебеҙҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителгәс беҙ мәктәп менән йыш ҡына Инйәр йылғаһы ярҙарын, юл буйҙарын, туҡталыш эргәләрен таҙартырға сыҡтыҡ. Бәләкәй класс уҡыусыларына өлгө күрһәттек. Ошо эштәребеҙ тураһында видеоға төшөрөп « Тамыр » студияһының «Тау-тау хәбәр » тапшырыуына ебәрҙек. Видеофильм ауылдаштарыбыҙға бик оҡшаны. Оло быуын вәкилдәре беҙҙе дәртләндереп тә ебәрҙе. Хаттабеҙгә ҡушылып күмәк эштәргә сыҡтылар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә беҙ үҙебеҙҙең шәжәрәләребеҙҙе төҙөйбөҙ, быуындар сылбырын барлайбыҙ. Был да киләсәк быуындарға ҙур ярҙам булып тора, тип уйлайым. Сөнки һәр бер кеше үҙенең ете быуынын яҡшы белергә тейеш. Тағы ла ололарҙан һорашып ауылыбыҙҙың ер – һыу атамалары тураһында легендалар, риүәйәттәр яҙып алып папкалар, альбомдар төҙөйбөҙ. Беҙҙең үҙебеҙ өсөн дә был эш бик ҡыҙыҡлы. Кем белә, бәлки киләсәктә берәй ауылдашыбыҙ беҙҙең яҙмаларыбыҙҙы ҡулланып китап сығарыр… Әгәр республикамдың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай алам икән, тимәк, минең ҡулымдан килерлек эш бит был.
Республикамдың үҫешенә индереләсәк өлөшөм исемлегенә мин үҙеңдең киләсәктә һайлаясаҡ һөнәрем тураһында ла мотлаҡ яҙыр инем. Беҙҙең ғаиләне уҡытыусылар династияһы тип тә әйтергә була. »сәйем кеүек Зөлфиә апайым да башланғыс кластар уҡытыусыһы булырға уҡып йөрөй. Мин дә бәләкәйҙән әсәйемдең көндәлек план яҙыуҙарын, дәфтәр тикшереүҙәрен күреп үҫәм. Күңелемә уҡытыусы һөнәренә ҡарата һөйөү, ихтирам орлоҡтары бөрөләнгән. Тыуған мәктәбемде тамамлағас та ошо маҡсатымды тормошҡа ашырыр өсөн бар тырышлығымды һалырмын тип уйлайым. Киләсәгемде мин тик тыуған ауылым, мәктәбем менән бәйләйәсәкмен. Ауылымдың киләсәге, уның үҫеше өмөтлө һәм ҡыйыу йәштәр ҡулында булырға тейеш. Кескәй генә балаларға белем һәм тәрбиә биреү, уларҙы оло юлға сығарыу ҙур яуаплылыҡ, сабырлыҡ та талап итә. Сөнки республикамды төрлө йәһәттән үҫтереүсе ғалимдарҙы ла, инженерҙарҙы ла, уҡытыусы тәрбиәләгәнен беләбеҙ.
Ысынлап та, тап шиғырҙа әйтелгәнсә, берҙән – беребеҙ булған республикабыҙҙың үҫеше, йәшәйеше беҙҙең кеүек илһөйәр кешеләр ҡулында. Әгәр һәр беребеҙ бәләкәй генә өлөш индергәндә лә уның киләсәге өмөтлө һәм ышаныслы буласаҡ.
Как нарисовать китайскую розу
Рождественский венок
Флейта и Ветер
Рисуем осенние листья
Сказка "Дятел, заяц и медведь"