Мин Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класында белем алам. Беҙҙең мәктәп шундай матур, яҡты, ике ҡатлы. Тирә-яҡҡа балҡып, ауылыбыҙҙы йәмләндереп, йылы бөркөп ултырғандай. Сөнк унда мине яратҡан уҡытыусыларым эшләй. Иркен, яҡты бүлмәләр, тырыш класташтарым, дуҫтарым көтә.Үҙебеҙ ултыртҡан күҙҙең яуын алырҙай сәскәле баҡсаһын әйтеп тораһы ла юҡ!
Вложение | Размер |
---|---|
minen_ukytyusym._insha.docx | 14.83 КБ |
Минең уҡытыусым!
(инша)
6 класс уҡыусыһы Колбахтин Айҙар
Мин Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылы дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класында белем алам. Беҙҙең мәктәп шундай матур, яҡты, ике ҡатлы. Тирә-яҡҡа балҡып, ауылыбыҙҙы йәмләндереп, йылы бөркөп ултырғандай. Сөнк унда мине яратҡан уҡытыусыларым эшләй. Иркен, яҡты бүлмәләр, тырыш класташтарым, дуҫтарым көтә.Үҙебеҙ ултыртҡан күҙҙең яуын алырҙай сәскәле баҡсаһын әйтеп тораһы ла юҡ!
Мәктәбемдә бөтә уҡытыусылар ҙа һәр кешегә өлгө булырлыҡтар, белемгә, алға, үргә өндәйҙәр. Береһен дә айырып әйтерлек түгел. Ә шулайҙа һеҙгә үҙемдең уҡытыусым тураһында һөйләп үткем килә. Ул минең әсә телемде, башҡорт телен уҡытыусы , Баширова Зәлифә Риян ҡыҙы. Шундай яғымлы, мөләйем, изге күңелле кеше.Уны ыҫпай, иғтибарлы булғаны өсөн дә класташтарым да, атай- әсәйҙәребеҙҙә ихтирам итә. Һәр бер уҡыусыһын үҙ балаһындай күреп күңел йылыһын өләшә, әгәрҙә хаталанһаң шунда уҡ йылы һүҙҙәр табып йыуата ла белә. Алсаҡ та ул,ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрөп ала. Уның дәрестәре миңә бик оҡшай. Беҙҙе күп нимәгә өйрәтә, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаштыра. Яңы ғына районыбыҙҙа уҙғарылған йыр бәйгеһендә ҡатнашып ҡайттыҡ. Мин ҡурайҙа ла уйнаным, йырланым да. Эшебеҙ уңышлы ғына булды, маҡтау грамотаһы алып ҡайттыҡ.
Зәлифә Риян ҡыҙы тағы ла алты бала әсәһе. Ғаиләһендә бик яҡшы әсәй ул. Үҙенең балалары күп булғанғаҙыр инде, ул беҙҙе лә ярата, фекерҙәребеҙҙе тыңлай, яҡшы кәңәштәр бирә.
Шундай уҡытыусының класында уҡығаным өсөн мин бик шатмын.Уға алдағы тормошонда уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.
Интересные факты о мультфильме "Моана"
Туманность "Пузырь" в созвездии Кассиопея
Андрей Усачев. Пятно (из книги "Умная собачка Соня")
Самый главный и трудный вопрос
Сказка "Дятел, заяц и медведь"