Сочинение о любимой маме.
Вложение | Размер |
---|---|
Донъяла иң ҡәҙерле кеше. | 11.69 КБ |
Донъяла иң ҡәҙерле кеше.
Әсәй! Донъяла унан да ҡәҙерлерәк, унан да яҡыныраҡ кеше бар микән!? Ер йөҙөндә ул беҙҙең иң яратҡан кешебеҙ. Әсәйемдең исеме – Хәлиҙә. Ул район мәғариф бүлегенең туған телдәр методисы булып эшләй. Башҡорт теленә ҡарата булған һөйөүем миңә яратҡан әсәйемдән күскән.
Әсәйем – беҙгә ғүмер бүләк итеүсе иң изге кеше. Ул һәр ваҡытта ла яғымлы күҙ ҡараштары менән беҙҙе иркәләй. Кәрәк саҡта үҙенең тормош тәжрибәһенән сығып, беҙгә фәһемле кәңәштәрен бирә. Төрлө ауыр хәлдә ҡалғанда, тәү башлап беҙгә әсәйебеҙ ярҙамға ашыға. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була бит. Бер хатаһыҙ ҙа булмайҙыр… Ошо саҡтарҙа ул беҙгә бер ауыр һүҙ ҙә әйтмәй. Үҙ хатабыҙҙы аңларға, киләсәктә дөрөҫ юлдан яҙмаҫҡа ярҙам итә. Ул беҙҙе бик ныҡ ярата.
Әсәйебеҙ өйҙә булғанда, унда нур балҡып тора. Ул беҙҙе төрлө тәмлекәстәр менән һыйлай. Һеңлем менән икебеҙҙе үҙенең бар наҙын биреп иркәләй. Саҡ ҡына моңһоуланып китһәк, йылы һүҙҙәре менән беҙҙе дәртләндереп ебәрә.
Әсәйем – һин беҙҙең өсөн тик изге нур сәсеп тороусы яҡты ҡояш! Мин һине бик яратам!
Вәлиева Алина, 4-се класс уҡыусыһы.
Бабочка
Три коробки с орехами
Злая мать и добрая тётя
Как нарисовать портрет?
Попробуем на вкус солёность моря?