“Беҙ кемде ҡулға эйәләштергәнбеҙ, улар өсөн яуаплыбыҙ” исемле Республика конкурсына инша яҙырға, тигәс уҡытыусы апайым, бер ҙә аптырап ҡалманым. Ә киреһенсә ҡыуандым. Сөнки, минең этем ауылда иң яҡшыһы һәм кәрәклеһе, тип уйлайым.
Вложение | Размер |
---|---|
2._sochinenie_insha_mulyukova_sumbul_minen_yaratkan_etem.doc | 33 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Беҙ кемде ҡулға эйәләштергәнбеҙ,
улар өсөн яуаплыбыҙ” исемле
Республика конкурсы.
Номинацияһы: Инша - эссе
Минең яратҡан этем
Башҡарҙы: Мөлөкова Сөмбөл Илдар ҡыҙы
Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең
3-сө класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы,
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәҫкәү - 2018
“Беҙ кемде ҡулға эйәләштергәнбеҙ, улар өсөн яуаплыбыҙ” исемле Республика конкурсына инша яҙырға, тигәс уҡытыусы апайым, бер ҙә аптырап ҡалманым. Ә киреһенсә ҡыуандым. Сөнки, минең этем ауылда иң яҡшыһы һәм кәрәклеһе, тип уйлайым.
Безҙең Юлдаш исемле этебеҙ бар. Ул түп-түңәрәк, һорғолт һары төҫтә, бик матур эт. Йөндәре ҡуйы ғына. Артыҡ зур ҙа түгел, шуға күрә күп тә ашап бармай. Беҙ уны Ансар ағайымдан алдыҡ, ул уны юлда табып алған. Шуға күрә, Юлдаш ҡушаматын бирҙек. Көсөк бик тиҙ үҫте.
Уны йылы аш менән һыйлайбыҙ, һөйәк ашатабыҙ, кипкән икмәк бирәбеҙ. Ул, рәхмәт әйткәндәй, шатланып ҡойроғон болғай. Мин уны ҡышын урамға алып сығам. Үҙе бәләкәй генә булһа ла, ул бик етеҙ , шәп йүгерә. Мине уны санаға бәйләп, шыуып алам. Йә, тайғаҡ итек кейәм дә, ул мине һөйрәтә. Йә, ул урамда артымдан ҡалмай саба, минең менән уйнай. Беҙ уны бик яратабыҙ.
Ни өсөн, минең этемде ауылда иң яҡшыһы һәм кәрәклеһе, тип уйлайым һуң? Сөнки, минең атайым ауыл көтөүсеһе. Ул, мин иҫ белгәндән бирле, йәй көнө ауылдың һарыҡ көтөүен көтә. Этебеҙ өйҙә торғаны ла юҡ. Шуға күрә мин этемде лә, атайымды ла бик һирәк күрәм. Хатта уларҙы һағынам. Төш ваҡытында апайым менән атайыма ашарға алып барабыҙ. Ә мин этемде лә онотмайым. Уға ла ашарға һалып алам. Сөнки, ул да асыға. Көнө буйы һарыҡ артынан сабып йөрөп ҡара әле! Шул тиклем дә тоғро эт булар. Малға теймәй, уларҙы ситкә ебәрмәй. Атайымдың бер ҡарашынан уҡ аңлап тора. Ауылға ҡасып та ҡайтмай.
Атайым менән бергә еләк өҙөп ашай икән. Сысҡан баҫтыра. Күбәләк һәм башҡа бөжәктәр өҫтөнә ырғып уйнап ала икән. Атайым ҡыҙыҡ итеп һөйләп, беҙҙе көлдөрә.
Юлдаш йылғала йыуынырға бик ярата. Минең менән һыу төшә. Шунан минән алда сыға ла, яр ситендә кибенеп ала.
Мин уны бәләкәс сағынан төрлө һөнәрҙәргә өйрәтә башлағайным. Тик ул мине тыңламай. Йәһәт кенә солан аҫтына керә лә ята. Ә көсөктәре булһа, бушамай, уларҙы имеҙә. Бөтөнләйгә солан аҫтынан сыҡмаҫ булып китә. Уның бер ҙә малай көсөктәре булғаны юҡ. Көсөктәрен мин дә ҡарашам. Һөт һалам, икмәк бирәм. Улары сыйылдашып, болашып ашап бөтәләр. Мин берәр ерҙән ҡайтһам, улар мине шатланып ҡаршы ала, аяҡҡа урала башлайҙар. Юлдаш баҫып, битемде ялай хатта. Күрешергә ҡулымды һуҙһам, тәпәйен бирә. Өйгә сит кешене керетмәй. Ят кеше килеүен әллә ҡайҙан һиҙеп ала, өрә башлай.
Көсөктәре ҙурайғас, һораған кешеләргә таратып бөтәбеҙ. Йәл булып китә, тик шул тиклем этте нисек ҡарамаҡ кәрәк. Әле этебеҙ бәйле тора. Уның паспорты ла бар. Мал врачы укол яһап тора. Ҡышын тышта һыуыҡ. Түҙә инде, йылы урын юҡ. Өйгә керетергә ярамай. Бына тиҙҙән ауыл көтөүе сығыр. Эше башланыр. Атайым да ҡыш буйы эшһеҙлектән ялҡты.
Мин этем һәм уның ғүмере өсөн яуаплы икәнемде аңлайым. Уны яҡшы ҡарайым, ашарға һалырға онотмайым. Уны яратам.
Машенька - ветреные косы
Знакомимся с плотностью жидкостей
Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца
Горка
Рисуем ананас акварелью