Мин әле мәктәптә ултырам. Уҡыйым. Ә бар уйым яратҡан бесәйемдә. Дәрес бөткәнен ул да түҙемһеҙләнеп көтөп алалыр инде. Һөтөкәй эскеһе киләлер инде...
Вложение | Размер |
---|---|
1._sochinenie_insha_besyem_bulyakova_enye_3_klass.doc | 34 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Беҙ кемде ҡулға эйәләштергәнбеҙ,
улар өсөн яуаплыбыҙ” исемле
Республика конкурсы.
Номинацияһы: Инша - эссе
Яратҡан бесәйем
Башҡарҙы: Бүләкова Ынйы Ғазим ҡыҙы
Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең
3-сө класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы,
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәҫкәү - 2018
Мин әле мәктәптә ултырам. Уҡыйым. Ә бар уйым яратҡан бесәйемдә. Дәрес бөткәнен ул да түҙемһеҙләнеп көтөп алалыр инде. Һөтөкәй эскеһе киләлер инде...
Әхирәтем Сөмбөл дә шулай, ти. Тик ул бесәйен һөйләп бармай. Әллә яратмай инде. Этемде, бигерәк тә уның көсөктәрен һағындым, ти. Биш-алты көсөгө бар ине, кешеләргә биреп бөтөп бара. Йәлләмәй ҙә. Ә минең этем булһа, көсөктәрен береһенә лә бирмәҫ инем. Этем хәҙер юҡ шул.
Ә бына бесәйем...Шул тиклем матур, иркә, ҡупшы. Шуға күрә ҡушаматы ла уның Анжела. Исемен ныҡ яратты. Үҙенә килешеп тора. Өйҙә уны мин генә ашатам. Йылы һөт эсерәм. Хатта, аҡсам булһа, магазиндан ҡоро аҙыҡ һатып алам. Уны бигерәк ярата. Минең аяҡтарыма уралып юхалай башлай, мине иркәләй. Бик шәп бесәй ул. Әллә ҡайҙан сысҡан тотоп ашай. Үҙе һорап тышҡа сыға, тауыш биреп өйгә керә.
Тышта оҙаҡлап китһә, эҙләп сығам. Туңып өшөп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Йә берәй бәләгә тарымаһын, йә юғалмаһын тип уйлайым. Бер көн шулай сығып оҙаҡлап китте. Урамдағы эт менән һуғышты, ҡулын ауырттырҙы. Беҙ уның ҡулына крем һөртөп, бәйләп ҡуйҙыҡ. Төн буйына һыҙланып, ҡаңғырып сыҡты. Икенсе көнөнә йүгереп тә йөрөй. Беҙ был бесәйҙе Озерныйҙан һатып алғайныҡ. Бәләкәс кенә ине.
Йәй көнө Сөмбөл әхирәтем менән мунсала йыуыштырҙыҡ. Ҡыҙыҡ булды. Йомшаҡ ҡына йөндәре еүешләнеп китте. Тиҙ генә кипте. Әле һаман үҙебеҙ менән мунсаға алып барырға яратабыҙ. Һеңлем, ҡустым менән бер бесәйгә болашып китәбеҙ. Ҡустым беҙ өйҙә булмағанда уның менән рәхәтләнеп уйнай. Битен тырнаһа ла бер ҙә ҡурҡмай, өҫтөнә менеп бара.
Нәркәс туғаным менән Анжелаға паспорт эшләп ҡуйҙыҡ. Уның төҫлө итеп һүрәтен эшләнек. Исемен, тыуған йылын яҙып ҡуйҙыҡ. Хәҙер бесәйебеҙҙең документы бар. Шкафҡа һалып ҡуйҙыҡ.
Хәҙер дәрестәр бөтә. Ҡайтам. Өйгә кереү менән иң тәүҙә бесәйем мыяулап ҡаршы ала инде. Шунан артынан ҡустым йүгереп сыға. Өйҙән танауҙы ярып тәмле еҫтәр килә. Әсәйем көн дә тәмле аш бешереп беҙҙе мәктәптән көтөп ултыра. Ә бесәйем, миңә лә аш һалыр, тип, мине көтә. Ашап алғас, уйнайбыҙ, бергә дәрес эшләйбеҙ. Ул эргәмдә аҡыллы ғына, тыныс ҡына көтөп ултыра. Ҡайсаҡ эргәмдә йоҡлап китә. Һуңынан урамға сығабыҙ. Мин катокка китһәм, ул ҡапҡа алдында ҡала, эйәрмәй.
Ә кистәрен минең эргәмдән китмәй. Йоҡларға урын һалғанды көтөп кенә ултыра. Эргәмә ятып та ала. Нәркәс туғаным менән болашып та китәбеҙ. Уны һыйпайбыҙ, иркәләйбеҙ, йыр йырлайбыҙ. Уның менән фотоға төшәбеҙ. Ыҙалатып, ҡаңғыртып бөтәбеҙ, кейендерәбеҙ, сисендерәбеҙ, ә ул түҙә. Ҡаса ла, кире килә.
Сит кешенән ҡасмай. Кем генә килһә лә, иң тәүҙә уның алдына менеп ултырырыға тырыша. Йә аяғына урала, уның күҙҙәренә төбәлеп ҡарап китә. Хәбәр тыңлаған һымаҡ, кешенең эргәһенән китмәй. Ҡыҙыҡ ул, беҙҙең Анжелабыҙ.
Мирислам ҡустымдың эргәһендә ултырһа, бесәйебеҙ тиҙ туя. Уның ҡулынан тартып алып ашарға ярата. Уның бәләкәй бала икәнен белә. Олатайым килһә, уның алдына менеп ултыра. Олатайымды ул да һағына. Тик олатайымдың күҙе хәҙер күрмәй шул. Бесәйҙең арҡаһынан һыйпаған була.
Атайым ситтә эшләй. Ул ай буйына өйгә ҡайтмай. Ә бесәйем уны бер ҙә онотмай. Беҙҙең менән бергә ҡаршы ала. Атайым уға ла ашарға килтерә. Өләсәйем дә бесәйемде ярата. Кино ҡарағанда арҡаһынан һыйпап ултыра. Ул кешене дауалай, ауыртҡан урынды белдерә, ти. Бесәйгә аяҡ менән тибергә, һуғырға ҡушмай. Типһәгеҙ, аяғығыҙ һыҙлар, ти. Бесәй ҡарғышын алмағыҙ, тип өйрәтә. Беҙ өләсәй әйткәнен тыңлайбыҙ.
Бына шулай. Мин һеҙгә бесәйем тураһында һөйләнем. Дәрестән ҡайттым. Бесәйемә һөт эсерәйем. Уның менән уйнап алайым. Һау булығыҙ.
Лист Мёбиуса
Растрёпанный воробей
Этот древний-древний-древний мир!
Заповеди детства и юности
Рисуем осень: поле после сбора урожая