Сочинение -эссе на муниципальный конкурс
Вложение | Размер |
---|---|
sochinenie_gubaydullin_radmir.doc | 32.5 КБ |

Сочинение - эссе
“Я и моя семья – вперед в будущее”
Губайдуллин Радмир
4 класс
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
Мавлетова Зилда Ахмадиевна, учитель начальных классов
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
“Ғаиләм менән алға киләсәккә”
Эссе – инша
Ғөбәйҙуллин Радмир
4 класс
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы

Ғаиләм менән алға киләсәккә
Эссе – инша
Мин Ғәбәйҙәллин Радмир Рәфис улы булам. Башҡортостандың иң матур ере - Учалы районы Мәҫкәү ауылында тыуғанмын. Сентябрь аҙағында миңә ун йәш тулды. Уйлап ҡараһаң, миңә тағы ун йылдан әрме сафына баҫыр кәрәк. Ә мин үҙемде әле бәләкәй, урамда уйнап туймаған, малай итеп тоям. Икенсе йыл башланғыс класты тамамлайым. Ә, баҡһаң, олатайым шул йәшендә генә Тыуған илен һаҡлайым, тип баҫыуҙа ауыр эштәр эшләгән. Ул ғаиләһе менән бергә илемдең киләсәген уйлап йәшәй белгән. Һуғышҡа ҙур өлөш индергән. Ә мин? Мин дә ғаиләм менән бергә киләсәгемә ниндәй эштәр башҡара алам һуң? Киләсәктә мине нимә көтә һуң? Киләсәгем минең ниндәй булыр? Минең ғаиләм нимәләр эшләне икән? Ошо һорауҙар бына бер-нисә көн баштан сыҡмай ҡаңғырта. Үҙем ситтән генә күҙәтәм, үҙем атай-әсәйҙән арлы-бирле һораштырам. Ә уҡытыусы апай иншала бөтә күрһәтегеҙ, ти. Нимә яҙырға?
Эйе, миңә тәүҙә мәктәпте тамамлар кәрәк. Ете-һигеҙ йыл...оҙаҡ бит әле. Эй, ғүмер тигәнең бик тиҙ үтә, ти атайым. Үҫкәс, кем булырға? Атайым һымаҡ малсы булып ауылда ҡалырға микән...Ул да бит хәҙер ҡырҡҡа еткән ир уҙаманы. Һуң ғына өйләнгән. Ул олатайым менән өләсәйемде үлгәнсе ҡараған. Шуға күрә, атайым ситкә китә алмаған. Атай йортон тәрбиәләп, һаман шунда йәшәй. Әсәйем беҙҙе ҡарай, ашарға бешерә, өйҙө йыйыштыра. Беҙ өс бала. Иң өлкәне мин. Туғаным менән ҡустым әле уҡымайҙар. Мин атайыма мал ҡарашам. Быҙауҙарға һыу ташып эсерәм, бесән ырғытам. Мал ҡарау миңә оҡшай ул. Олатайым да малсы булған. Эшен улына өйрәткән. Уйлап ҡараһаң, бик һәйбәт эш. Заманында ауылда ҙур ферма булған. Олатайым менән атайым бик тырышып эшләгәндәр. Олатайымдың эше бик маҡтаулы булған, ти атайым. Фермабыҙ алдынғылар рәтендә булған. Һөт, ит, һарыҡ йөнө менән ул илемде аҫыраған. Эш хаҡы ла ваҡытында бирелгән. Өләсәйем алдынғы һауынсы булған. Ҡыҙҙары ла фермала һыйыр һауғандар.
Бәлки, ауылда яңынан ферма асылыр. Нисек итеп, олатайым үҙ ғаиләһе менән бергә киләсәккә ынтылып йәшәгән, мин дә шулай тырышып йәшәр инем. Улар беҙҙең киләсәкте уйлап ҡына ҡалмаған, ә Тыуған иленә хәлдәренән килгәнсе тос өлөш индергәндәр. Мин дә улар һымаҡ ауылда ҡалып, киләсәгем өсөн, ғаиләм эшен дауам итеп, тырышып йәшәйәсәкмен.
Бына хәҙер үҙемә биргән һорауҙарыма яуап таптым шикелле. Тимәк, миңә лә бөгөндән башлап киләсәкте уйлап йәшәр кәрәк. Ғаиләмдән ҡалмай алға киләсәккә мин дә ынтылам. Әлегә һарайҙа торған һыйырға бесән, атҡа һоло һалып, һарыҡҡа һыу эсереп, эшкә өйрәнеп йәшәйем әле. Донъя матур, тормош тыныс, киләсәгем үҙ ҡулымда!

Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"
Что есть на свете красота?
Акварельные гвоздики
Лепесток и цветок
«Яндекс» открыл доступ к нейросети "Балабоба" для всех пользователей