Сочинение-письмо на муниципальный конкурс
Вложение | Размер |
---|---|
sochinenie_-pismo_bayramgalin_radmir.docx | 18.1 КБ |
Сочинение - письмо
“Мой вклад в развитие Республики Башкортостан”
Байрамгалин Радмир
4 класс
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
Мавлетова Зилда Ахмадиевна, учитель начальных классов
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа д. Москово МР Учалинский район Республики Башкортостан
“Башҡортостаным үҫешенә минең өлөшөм”
Хат - инша
Байрамғәлин Радмир
4 класс
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, башланғыс кластар уҡытыусыһы
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Һаумы, атай. Һиңә бик күп сәләмдәр менән хат яҙа улың Радмир. Иң тәүҙә мин һине Башҡортостан Республикаһының тыуған көнө менән ҡотлайым. Тыуған илемә файҙалы кеше булып, һиңә лә, миңә лә намыҫ менән йәшәргә яҙһын тип, теләйем. Уға быйыл 28 йәш тула. Ә миңә ун йәш тулды. Мин үҫәм, ҙураям. Үҫкән һайын мине бер һорау борсой. Ошо матур, тыныс илдә рәхәтләнеп йәшәйем. Уҡыйым, белем алам. Тауҙарынан еләк йыям, йылғаһында һыу төшәм, урамында көн дә велосипедта йөрөйөм. Ә мин үҙем Тыуған илемдең үҫешенә ниндәй өлөш керетермен икән? Тыуған илемдең ниндәй улы булырмын икән? Ниндәй һөнәр һайлармын? Илем өсөн нимәләр эшләрмен?
Атай, һин ситтә. Мин әсәйем менән бергә үҫәм. Миңә кәңәшсе, ярҙамсы кәрәк.
Атай, һин үҙең Тыуған илебеҙ өсөн нимәләр эшләнең? Башҡортостаным сәскә атһын өсөн ниндәй өлөш индерҙең? Һинең эшләгән эшең башҡаларҙы ҡыуандырамы? Һин Тыуған илемдең кәрәкле кешеһеме?
Мин Әхмәтғәли олатайым һымаҡ халҡыма үҙемдән изгелек ҡалдырғым килә. Ул һуғыштан килгәс, иген баҫыуҙары буйына күп итеп ҡарағас ағастары ултыртып ҡалдырған. Халыҡ һаман уны телгә алып һөйләй. Уның ултыртҡан ағастары баҫыуҙарға ышыҡ булып һаман хеҙмәт итә. Уны «посадка» тип йөрөтәләр. Ҡоштар рәхәтләнеп шунда оя ҡора. Ҡуяндар ағасын кимерә. Беҙҙең яҡтың тәбиғәтен матурлап үҫеп ултыра улар.
Ә бына Нәзир исемле ағай ауылға мәсет һалды. Атай, әгәр килһәң, икәүләп мәсеткә барыр инек. Ул, хатта, мәсеткә үҙенең әсәһенең исемен бирҙе. Бөтәһе лә ҡыуанып, йома һайын мәсеткә баралар. Бына исмаһам, был ағай Тыуған иленең үҫешенә ҙур өлөш индерҙе.
Атай, мин дә бәләкәй Башҡортостанымды нисек тағы байытырға, нимәләр эшләргә тип баш ватам. Уның өсөн тәүҙә мәктәпте бөтөр кәрәк, тиерһең. Әле бәләкәсһең, тип көлөрһөң. Әсәйем дә шулай, ти. Ә уҡытыусы апай уйлай башлар кәрәк, тине. Тыуған илемә файҙа ғына килтереп, үҫешенә өлөш индереп кенә матур йәшәүгә ни етә!
Атай, һинән кәңәштәр көтәм. Мине борсоған һорауҙарға яуап яҙырһың, тип уйлайым. Мин ағастарҙы тәрбиәләргә яратам. Уларҙың емештәрен йыям. Баҡсама сәскәләр сәстем. Һыу һибеп, үҙем үҫтерҙем. Олатайым һымаҡ, үҫкәс, ауыл ситенә күп итеп ағастар ултыртасаҡмын. Был минең әлегә бәләкәй хыялым.
Ярай, атай, һау булып тор. Башҡортостаным - илем өсөн тырышып йәшәгән улыңа хат яҙ. Яуап көтәм.
Адресым: Башҡортостан Республикаһы, Учалы районы, Мәҫкәү ауылы, Мәктәп урамы, 14, Байрамғәлин Радмир.
Где спят снеговики?
Тигрёнок на подсолнухе
Любили тебя без особых причин...
Нас с братом в деревню отправили к деду...
Гном Гномыч и Изюмка. Агнеш Балинт