Һәр бер ғаиләнең яратҡан байрамдары була. Минең йыл буйына көтөп алған байрамым – Яңы йыл байрамы. Сөнки, Яңы йыл байрамында күңелле: мәктәптә йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғырҙар һөйләбеҙ. Костюмдар өсөн бүләктәр алабыҙ.
Вложение | Размер |
---|---|
bulkova_ynyy_insha_2.doc | 514.5 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Минең ғаиләм – минең ҡәлғәм”
конкурсы.
Номинацияһы: Ғаиләм байрамдары
Инша
Башҡарҙы: Бүләкова Ынйы
Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең
3-сө класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы,
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәҫкәү - 2018
Минең ғаиләм биш кешенән тора: атайым, әсәйем, туғаным, ҡустым һәм мин. Беҙҙең ғаилә бик дуҫ һәм татыу. Беҙ бер-беребеҙ өсөн өҙөлөп торабыҙ, яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ауыр саҡтарҙа бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Беҙ гел бергә, беҙгә рәхәт. Мин ғаиләм менән ғорурланам.
Һәр бер ғаиләнең яратҡан байрамдары була. Минең йыл буйына көтөп алған байрамым – Яңы йыл байрамы. Сөнки, Яңы йыл байрамында күңелле: мәктәптә йырлайбыҙ, бейейбеҙ, шиғырҙар һөйләбеҙ. Костюмдар өсөн бүләктәр алабыҙ. Әсәйем костюмдар әҙерләргә ярата, күңел һалып тегеп бирә. Бигерәк тә Ҡыш бабай бүләген көтөп алабыҙ. Мәктәптә был көндө аш-һыу бүлмәһе эшләй. Унда ата-әсәләр тәмле-тәмле аштар бешереп һата, ғаиләбеҙ менән барып ашап ҡайтабыҙ. Лотерея билеттары отторабыҙ. Төрлө уйындар уйнайбыҙ. Ә өйҙә, был көндө, иртә менән тәмле еҫтәр сыға башлай. Әсәйем ҡаҙ ите бешерергә һала. Төрлө, иҫ киткес тәмле һәм матур салаттар эшләй. Төрлө һуттар әҙерләй. Тәмлекәстәр һатып ала. Ә кисен Яңы йыл табыны әҙерләй. Яңы йылды ғаиләбеҙ менән йыл һайын бергә ҡаршылайбыҙ. Атайым менән әсәйем беҙгә бүләктәр бирә. Ҡыш бабайға хаттар яҙабыҙ. Ҡыш бабай, беҙ һораған бүләктәрҙе, мендәр аҫтына һалып китә. Атайым эштән дә тәмлекәстәр алып ҡайта. Яңы йылды шулай күңелле үткәрәбеҙ.
Минең тағы бер яратҡан байрамым бар. Ул да ғаилә байрамына әйләнде. Ул – Ураҙа байрамы. Мосолмандарҙың көтөп алған байрамы миңә оҡшай. Беҙ ул көндө тәм-том йыйырға сығабыҙ. Ауыл ерендә өй буйлап әйенселәү йолаһы – бик күңелле күренеш. Ҡыҙҙар, малайҙар бергәләп йөрөйбөҙ. Һәр бер өйгә ингән һайын, изге теләктәр теләйбеҙ, рәхмәт әйтеп сығабыҙ. Әсәйем дә иртә тороп, тәмле еҫтәр сығарып, балалар килеүгә йыуасалар, бөйөрөктәр бешерә башлай. Өйгә ингән һәр береһен ихлас ҡаршы ала.
Мин үҙем дә намаҙ уҡырға өйрәнә башланым. Миңә Илһам ағайым өйрәтә. Уның менән мәсеткә йөрөйөм. Ағинәйҙәр йома һайын намаҙ уҡый, аҙағынан йома сәйе эсәләр. Мин дә был йоланан ҡалырға тырышмайым.
Ғаилә байрамдары беҙгә ғаилә менән бергә булырға, күберәк бер-береңә йылы һүҙҙәр әйтергә, йылы ҡарашта булырға кәрәк. Башҡортостаныбыҙҙа бик күп байрамдар бар. Һәр береһен көтөп алабыҙ, ул көндө уҡымайбыҙ, ғаилә менән ял итәбеҙ. Бүләктәр бирешәбеҙ, берәй ергә ял итергә барабыҙ. Шулай уҡ миңә Ҡорбан байрамы ла оҡшай. Йәй көнө Кәкүк сәйенә сығабыҙ. Мәсеттә «Туй йолаһы», «Бәпәйгә исем ҡушыу» йола-байрамдары ла матур үтә беҙҙең ауылда.
Тиҙҙән 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө етә. Ул байрамға мәктәптә лә, өйҙә лә әҙерлек бара. Әсәйем менән атайыма, ҡустыма, ағайыма, олатайыма бүләктәр әҙерләп ҡуйҙыҡ. Туғаным менән открыткалар эшләнек. 8 Март – беҙеең байрам. Йырҙар, шиғырҙар өйрәнәбеҙ. Атайым килһә ҡыҙҙарын берәй ергә ял итергә алып бара.
Бына шулай, беҙ һәр байрамды ғаиләбеҙ менән бергә үткәрергә тырышабыҙ. Сөнки, байрамдар эштән арынып, ял итергә, яратыу һүҙҙәре әйтергә, ғаилә менән бергә булырға бирелгән.
Дерево в снегу
Спасибо тебе, дедушка!
Акварель + трафарет = ?
Кто грамотней?
О падающих телах. Что падает быстрее: монетка или кусочек бумаги?