Минең атайым, Бүләков Ғәзим Ғасим улы, 1981 йылдың 31 декабрендә Мәҫкәү ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан атайым тырыш кеше булған. Тик «4», «5» билдәләренә генә уҡыған.
Вложение | Размер |
---|---|
bulkova_ynyy_insha.doc | 689 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
“Минең ғаиләм – минең ҡәлғәм”
конкурсы.
Номинацияһы: Ғаиләлә атай
Инша
Башҡарҙы: Бүләкова Ынйы
Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең
3-сө класс уҡыусыһы
Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы,
башланғыс кластар уҡытыусыһы
Мәҫкәү - 2018
Ғаиләнең ныҡлығы, бәхетле йәшәүе атайҙан да ҡала
Бер кем дә юҡтыр
Атайым төҫлө –
Ул бик тә батыр,
Ул бик тә көслө!
Фәүзиә Рәхимғолованың «Атайым» шиғыры нәҡ минең атайым тураһында. Ысынлап та, атайым төҫлө бер кем дә юҡтыр, тип уйлайым. Ул батыр, сөнки беҙҙе уҡытам, тип, йыраҡҡа йөрөп, аҡса эшләй. Ул көслө, сөнки ул ҡышҡы һыуыҡтарҙан да, ауыр эштәрҙән дә, ҡурҡмай, һәр ваҡыт эштә, юлда, эштән ҡайтһа, мал ҡарауҙан да ҡурҡмай, бесән эшләй, утын әҙерләй. Бөтәһенә өлгөрә атайым.
Минең атайым, Бүләков Ғәзим Ғасим улы, 1981 йылдың 31 декабрендә Мәҫкәү ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан атайым тырыш кеше булған. Тик «4», «5» билдәләренә генә уҡыған. Үҫеп, 11 класты тамамлағас, ул Өфөгә БДПУ-ға уҡырға керә. Ҡулына диплом алғас, Уральск ҡасабаһына уҡытырға эшкә килә. Бер йыл эсендә үҙен аңлы һәм тәрбиәле шәхес итеп күрһәткәс, атайымды Абҙаҡ урта мәктәбенә эшкә саҡыралар. Ул унда математика һәм физика фәндәренән белем бирә башлай. Компьютерҙы яҡшы белгәс, балалар атайыма бик тиҙ ылығалар. Унан күп нәмәне өйрәнеп ҡалалар, юғары уҡыу йортона керәләр. Уҡытыусылар ҙа компьютер серенә өйрәнәләр.
Йәйҙең бер матур мәлендә, атайым үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәс, ҡауышалар. Иң беренсе булып донъяға мин килгәнмен. Миңә “Ынйы” тип исем ҡушҡандар. Икенсе булып, атайымды ҡыуандырып, Нәркәс туғаным тыуған. Ул әле беренсе класта белем ала.
Атайым, өләсәйем үлгәс, олатайымды яңғыҙ ҡалдырмайым, тип, тыуған ауылы – Мәҫкәүгә ҡайтты. Бында ла уға эш булды. Мәктәп балалары уны ныҡ яратты. Ул үҙ тыуған мәктәбендә дәртләнеп эш башлап ебәрҙе. Йорт эштәренә лә өлгөрҙө. Йәйен бесән сапты, уны ташыны, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләне. Атай йортон таҙа тотто. Олатайым да хәленән килгәнсе ярҙам итеп торҙо.
Хәҙерге ваҡытта атайым уҡытмай. Ул вахта менән эшләп йөрөй. Атайым һымаҡ белгес унда ла кәрәк. Ул эшенә зарланмай, эш хаҡын ваҡытында алып тора.
Минең ҡустым да бар, уға бер йәш тулды. Әсәйемдең әсәһе беҙҙә йәшәй, ул ҡустымды ҡараша. Өләсәйем эргәлә булғас, беҙгә лә күңелле. Әсәйем атайым өйҙә булмағанда малды ҡарай. Атайым аҡса ебәрһә, баҙарға барып кейенәбеҙ. Нимә кәрәк, шуны алабыҙ.
Олатайымдың күҙҙәре хәҙер күрмәй. Ул заманында ауылдың эшсән һәм тырыш кешеһе булған. Туғандарын уҡытҡан, әсәһенә ярҙам иткән. Шуға күрә ғаиләне лә һуң ғына булдырған. Үҙенең ике балаһы булған, ә өләсәйҙең дүрт балаһын да ҡараған. Шулай итеп, олатайым алты баланы аяҡҡа баҫтырған. Атайыма ла бик һәйбәт тәрбиә һәм белем биргән. Олатайым үҙе лә ауылдың өлгөлө шәхесе, уны бөтәһе лә хөрмәт итә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙың ауыр тормошо, бөтмәҫ эше олатайымдың һаулығын ҡаҡшатҡан. Хәҙер уны ҡыҙы алып ҡайтты. Атайым олатайымды ла һағынып ҡайта. Уны алып ҡайтып, ҡараша. Бына шундай һәйбәт минең атайым.
Атайымды беҙ һағынабыҙ, түҙемһеҙләнеп эштән ҡайтҡанын көтәбеҙ. Уны бик ныҡ яратабыҙ. Сөнки, атайыбыҙ ҙа беҙҙең өсөн өҙөлөп тора, беҙҙе ныҡ ярата. Ғаиләнең ныҡлығы, бәхетле йәшәүе атайҙан да ҡала.
Юрий Визбор. Милая моя
В.А. Сухомлинский. Для чего говорят «спасибо»?
Именинный пирог
Ветер и Солнце
Отчего синичка развеселилась