«Тыуған яҡты эш һәм ҡаҙаныштар менән маҡтап: Учалы районының арҙаҡлы кешеләре» исемле тыуған яҡты өйрәнеүсе уҡыусыларҙың тикшеренеү эше район конкурсы,
«Фәрит Билаловтың ижады - тыуған яҡтың әҙәби мираҫы»
Вложение | Размер |
---|---|
frit_bilalov.docx | 471.4 КБ |
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
«Тыуған яҡты эш һәм ҡаҙаныштар менән маҡтап:
Учалы районының арҙаҡлы кешеләре»
исемле тыуған яҡты өйрәнеүсе
уҡыусыларҙың тикшеренеү эше район конкурсы
“Ауылымдың билдәле кешеләре” номинацияһы
«Фәрит Билаловтың
ижады -
тыуған яҡтың әҙәби мираҫы»
13 йәш, 6 класс
2018 йыл
Йөкмәткеһе
Инеш .............................................................................................. ..2-се бит
I бүлек. Фәрит Билаловтың тыуған яғы......................................3-сө бит
II бүлек. Фәрит Шамил улының ғаиләһе......................................4-се бит
III бүлек. Фәрит Билаловтың ижады................................5- 9-сы биттәр
Йомғаҡлау.........................................................................................10-сы бит
Ҡулланылған әҙәбиәт........................................................... .......11-се бит
Ҡушымта: шиғырҙар......................................................12-16-сы биттәр
Фото -слайдтар
1
Инеш
Мин Азалия Булат ҡыҙы Билалова булам. Учалы районы Мәҫкәү ауылының берҙән-бер яҙыусыһы Фәрит Шамил улы Билаловтың ейәнсәремен. Тикшеренеү эшемдә олатайым һәм уның ижады тураһында яҙырға йөкләмә алдым. Эшемде “Фәрит Билаловтың ижады - тыуған яҡтың әҙәби мираҫы” тип атаным. Эшемде олатайымдың ошо шиғыр юлдарынан башлап ебәрәм:
Яҙмайынса нисек түҙәйем?
Күптән инде, шиғыр яҙған булып,
Тәүбә итеп кире ташланым.
Төңәлгәс тә (шулай була икән!)
Шиғыр менән яна башланым.
Ләкин йөрәкһеүҙең сәбәбен мин
Ҡояш активлыҡтан күрмәйем.
Тыуған ерем гүзәл моңға тулы-
Яҙмайынса нисек түҙәйем?!
Эйе, олатайым ошо шиғырының бер генә юлында тыуған ерен маҡтап телгә алған. Ә ниндәй ҙур мәғәнәгә эйә! «Тыуған ере, ысынлап та, гүзәл моңға тулы” булыуын ул шиғырҙарында иҫбат итә. Тыуған яғының тәбиғәт хозурлығын, эскән һыуының шифалығын, ағастарында һайраған ҡоштар тауышын, ауылын уратып үҫкән ағастарының һәм хуш еҫле сәскәләренең матурлығын яҙмайынса нисек түҙәйем, тигән олатайым үҙ шиғырында. Тикшеренеү эшемдә олатайым Фәрит Билаловтың ижадында тыуған яҡтың әҙәби мираҫы менән таныштырыуҙы үҙемә маҡсат итеп алдым.
Тикшеренеү эшемдең бурыстары:
2
яһарға өйрәнеү;
Ошо бурыстар аша маҡсатыма ирешермен, тип уйлайым.
Тикшеренеү эшенең объекты булып олатайымдың Тыуған яғы һәм уның хозурлығы тураһында яҙған шиғырҙары тора.
Тикшеренеү эшемдең актуаллеге: Олатайым үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә тыуған яҡ тәбиғәтенең нескәлектәрен, һәр бер сәскә – ағастарҙың матурлығын, ҡоштарҙың тормошон, хатта күктәге йондоҙҙарҙың хәлен шиғырҙарында яҙып ҡалдырған. Мин уның ижадын өйрәнәсәкмен, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта буласаҡмын, башҡаларға ла һәр тыуған таңға ҡыуанып йәшәргә өйрәтәсәкмен. Был минең тикшеренеү эшемдең гипотезаһы.
I бүлек. Фәрит Билаловтың тыуған яғы
Олатайым, Фәрит Шамил улы Билалов, 1938 йылдың 5 июнь көнө Учалы районы Мәҫкәү ауылында тыуған. Олатайымдың атаһы ла ошо Мәҫкәү ауылыныҡы, ул һуғышҡа киткәнсе колхоз иҫәпсеһе булып эшләй. Ҡәһәрле һуғыштан Шамил олатай ҡайтмай, ғаиләһен ҡабат күрергә яҙмай. Әсәһе, абруйлы уҡытыусы Мәрхәбә Вәлит ҡыҙы, балаларҙы етем итмәй, пенсияға сыҡҡансы, тырышып мәктәптә эшләй.
Атай наҙынан иртә ҡалған Фәрит Шамил улы әсәһен йәлләп төрлө эштәрҙә йөрөй. Бала сағы уйын менән түгел, эш менән үтә. Әсәһе уны ғаилә башлығындай күреп, барлыҡ эштәргә, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеп, ысын ир-ат итеп үҫтерә. Олатайым, артабан уҡый алмағанлыҡтан, 7 класс белем менән ҡала һәм төрлө эштәрҙә йөрөй. Малсылар курсын тамамлағас, колхозда һауын гурты бригадиры булып, тимерлектә, иҫәпсе, келәт мөдире кеүек эштәрҙә эшләй. Бик иртә, 16 йәшенән эш башлай олатайым.
Ул колхоз эшендә тәбиғәткә һоҡланып, рәхәтләнеп эшләй. Эшкә барған һәм ҡайтҡан һайын күңеле менән шиғырҙар яҙа. Тыуған яҡ тәбиғәтен шул тиклем ярата. Ауылдың эргәһенән генә, Азия һәм
3
Европа сиктәрен айырып, Яйыҡ йылғаһы аға, йылға аръяғында емеш-еләкле һаҙ башлана. Икенсе яғын тарихҡа бай тауҙар уратып алған, тауҙарында емеш-еләк, төрлө хайуан-ҡоштар күп. Ауылдың осонда бесән сабырлыҡ туғайлыҡтар йәйрәп ята, тәмле икмәк үҫкән баҫыуҙар ҙа бар. Шундай матур һәм бай ерҙе һайлаған Мәҫкәү ауылы.
Олатайым Яйыҡ йылғаһында туя алмай һыу төшә, балыҡ ҡармаҡлай. Һаҙына кереп муйыл ашай, ағастарҙа һайраған ҡоштар тауышын иркенләп тыңлай. Туғайында бесән саба, ҡымыҙлыҡ, балтырған, йыуа ашай, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр өҙә. Олатайым һәр матурлыҡты күргән һайын яҙған шиғырҙарын күңел дәфтәренә йыя бара.
II бүлек. Фәрит Шамил улының ғаиләһе
1966 йылда күҙ һалып йөрөгән күрше ауылы ҡыҙы – Мостафина Рүзилә Ғүмәр ҡыҙына өйләнә. Өйләнгәс тә, йәш белгесте, Белорет ҡалаһына, аҙаҡ “Ҡарағай” совхозына эшкә саҡырып алалар. Ун йыл ситтә йөрөгәс, ғаиләһе менән ауылына ҡайта. Сөнки, олатайымдың Камил ҡустыһы оҙаҡ ауырығандан һуң үлә, әсәһенә яңғыҙ ауыр була.
Олатайым ауылға ҡайтҡас, ауыл тағы ла йәнләнеп ҡалғандай була. Өләсәйем, Мәрхәбә Вәлит ҡыҙына ла йәшәүе еңелләшә. Улы һәм килене ҡулында ул тағы бәхетле ғүмер кисерә. Ошо йылдарҙа Мәрхәбә өләсәйҙе ҡыуандырып өс бала эргәһенә тағы ла бер-бер артлы ике улы тыуа. Олатайымдың әсәһе, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, улар менән бергә 16 йыл йәшәй. 1993 йылда 79 йәшендә ауылдың абруйлы уҡытыусыларының береһе, бай ғаиләлә тыуған Ҡаҙаҡҡол ауылы ҡыҙы, Мәрхәбә Вәлит ҡыҙы Вәлитова яҡты тормош менән хушлаша. Олатайымдың әсәһе улының мәҡәләләрен, хикәйәләрен, тыуған яғы тураһында яҙылған шиғырҙарын уҡып ҡыуанып йәшәгән. Ул олатайыма илһам биреп, йәшәүгә дәрт биреп, ижадын маҡтап торған.
4
III бүлек. Фәрит Билаловтың ижады
Олатайым әҙәбиәт менән күптән ҡыҙыҡһынған эшен ауылға ҡайтҡас та йәнләндереп ебәрә. Ул саҡтарҙа яҙыусылар өсөн “Йәшмәләр” берекмәһе эшләп килгән була. Шул берекмә Фәрит Билаловтың шиғырҙарын, мәҡәләләрен “Ураҡ һәм сүкеш” гәзитенә баҫып сығара. Шунан олатайым дәртләнеп, яҙыша башлаған. Яҙыусылар кәңәшмәләрендә ҡатнашып, үҙенә фәһем алған.
Фәрит олатайҙың эш араһында ғына яҙған шиғырҙары күп. Ул уларҙы эштә иптәштәренә, сәхнәлә ауылдаштарына уҡып ишеттереп торған.
Бергә эшләгән дуҫтарына таҡмаҡтар яҙған. Төртмә телле таҡмаҡтары аша ул ауылдың эшһөйәр һәм тырыш кешеләрен маҡтаған, ә ялҡауҙарҙы яратмаған. Уның 1981 йылда яҙған шиғырҙары байтаҡ. Мәҫәлән, уның миңә тәбиғәттең матурлығын, Яйыҡ йылғаһының шифа һыуын данлап, ҡоштар-хайуандар тормошон, йыл миҙгелдәрен, ағастарҙың шаулауын күҙәтеп маҡтап яҙған шиғырҙары оҡшай. Ул барыһын да күреп, хис-тойғоға бирелеп, матур һәм тыныс донъяның ҡәҙерен белеп, уларҙы яҙып өлгәрә алмай, тормоштан туя алмай йәшәгән.
Олатайымдың, беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ – ҡоштар тураһында яҙған шиғырҙары оҡшай миңә. Бына улар:
Һабан турғай
Баш осонда туҡтап, һабантурғай,
Ҡотлап һайрай яңы ояһын.
Иген сәскән саҡта орлоҡтарға
Көмөш моңдарыңды ҡояһың.
Йыры менән өҙөп әйтмәк була
Йыраҡ ерҙә ин-зар булыуын.
Ҡыш буйына һағыш көйө сүпләп
Күңеленең ташып тулыуын.
5
Йә талпынып күктән ҡыңғырауҙай
Көйҙәреңде ярып түгәһең.
Ҡомарланып ерҙе үбеү өсөн
Йә атылып түбән төшәһең.
Хис йомғағы булып күккә сөйөлөп,
Һөйөүеңдән янып төшмәсе.
Былайҙа ла ҡыҫҡа ғүмереңде
Сама менән сарыф итһәңсе.
Төйәгеңдән айырмаҫҡа һине
Ниндәй генә хәлдәр ҡылайым?
Хистәреңде бөтә баҫыр өсөн
Һалҡын ҡышты нисек ҡыуайым?
Был тиклем дә янып-көйөүҙәргә
Ни хәл итеп, ҡошсоҡ, түҙәһең?
Тыуған еркәйеңдең һөйөүҙәре
Ҡуш йөрәкле итә, күрәһең.
Был шиғырында олатайым кешеләргә ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәргә өндәй. Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә Тыуған яҡты ташларға ярамай, ти ул.
Тумыртҡа
Туҡылдата һуғып, ағастарҙың
Тыңлап ҡарай йөрәк тибешен.
Әйтерһең дә, урман санитары
Ихлас башҡарыусы үҙ эшен.
Был шиғыры аша олатайым беҙгә, ошо ҡош һымаҡ, кеше урманды һаҡлап, таҙа тотоп йәшәргә тейеш, ти.
Ҡарлуғас
Һауаларға берәү көй яҙған тим
Ноталарҙы күргәс тәүелә-
Тулҡындарҙы һыйпап, уйнап туйғас
Ҡарлуғастар сымда бәүелә.
Был шиғыры кешене эш һөйөп йәшәргә өйрәтә. Эш бөткәс кенә уйнарға ярай, ти, олатайым.
6
Кәкүк
Саҡырма ла, кәкүк, ҡошсоғоңдо,
Яҙмышығыҙ күптән аҙашҡан.
Һиҙҙермәйсә йәш түгәһең микән-
Моңдарың да әрнеү-һағыштан.
Олатайым был шиғырында кеше тормошоноң әсе яҙмышы тураһында яҙа, балаларҙы ташларға ярамай ти ул.
Һаубуллашыу
Тыйнаҡ әсә кеүек ерем һыҡтай-
Тирә-яҡты ямғыр сылата.
Һағыштарға һабыштырып мине,
Йыраҡтарға ҡоштар юл тота.
Китер ҡош йөрәге ҡысҡырыуға,
Тәбиғәт тә бойоҡ, тын ҡала.
Күҙ йәштәре ҡатыш һаубуллашыу,
Күңелдәргә бөтмәҫ зар һала.
Бошонмағыҙ,ҡоштар, йылы елдәр,
Яҙғы һыуҙар аҡһа, көтөрмөн.
Мамыҡ түшәп, ебәк менән биҙәп,
Һырмап оя эшләп ҡуйырмын.
Ҡоштар миңә үрнәк булып тора,
Ерем өсөн янып, көйөргә.
Илен һатҡан мөртәт өйрәнһәсе,
Тыуған ерҙе нисек һөйөргә.
Олатайым күсер ҡоштарҙы маҡтап яҙа, сөнки улар кире Тыуған илдәренә ҡайта, ташламай, ти. Кешеләрҙе ерен һатмай, Тыуған илен һөйөп йәшәргә өндәй.
Фәрит олатайымдың хайуандар тормошо тураһында ла шиғырҙары бар
Мышы
Һуйыр тауыштарын ишеткәс тә
Мышы туҡтап ҡалды тын алмай.
Ҡолаҡ япраҡтарын һоноп тыңлай-
Кейектәр ҙә, ахыры, моң аңлай.
7
Хайуандар ҙа тере йәндәр, улар ҙа матурлыҡты күрә, ишетә белә. Һәр тауышҡа һаҡ булып йәшәйҙәр. Мышылар - урман һаҡсылары, уларға тейергә ярамай.
Йәҙрә)
Борсаҡ тиклем йәҙрә ергә йыҡты
Уйнаҡлаған болан балаһын.
Ҡулы булһа баҫыр ине мәхлүк
Ҡан саптырып торған яраһын.
Ошо дүрт юллыҡ шиғырҙа ғына болан балаһына күпме йәлләү, ә насар кешегә үс - нәфрәт ҡала күңелдә. Хайуандарға теймәҫкә, уларға кәрәк саҡта ярҙам күрһәтергә өндәй был шиғыры Фәрит олатайҙың.
Олатайым үҙ шиғырҙарында ҡоштар, хайуандар, ағастар, сәскәләр тураһында яҙһа ла, улар аша кеше тормошон тасуирлай. Мәҫәлән, "Ағастар" тигән шиғырында кеше ниндәй генә хәлгә төшһә лә, иманына тоғро ҡалып, ауырлыҡҡа бирешмәйенсә йәшәргә тейеш, ти.
Ағастар
Урман киҫкәнемдә күңелемде
Арбағайны оло ағастар.
Уйламаҫһың нисек – ауғанда ла
Ер һелкетеп тура ауғастар.
Тамырынан киҫелгәс тә улар
Бөгөлмәйҙәр, һынһа һыналар.
Янғын сыға ҡалһа, шул ағастар
Аяҡ өҫтө тороп яналар.
Күпте күргән оло ағастарҙан
Мөмкин икән һабаҡ алырға:
Ниндәй генә хәлгә төшкәндә лә
Иманыңа тоғро ҡалырға.
Ә бөгөнгө көндә тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп, эскегә бирелеп, эш юҡлыҡҡа һылтанып йәшәгән кешеләр бар бит. Улар олатайымдың яҙған ”ағастары” һымаҡ ныҡ түгел кешеләр.
Олатайымдың ижадында тыуған яҡтың әҙәби мираҫы ярылып ята.
Уның һәр бер шиғыры кешене йәшәргә өйрәтә, тыуған яҡтың матурлығын күреп танырға һәм һаҡларға өйрәтә. Тик шиғыҙарын
8
күңел биреп аңлап уҡырға ғына кәрәк.
Олатайым Яйыҡ йылғаһының шифалы һыуын да данлап яҙа.
Яйығым
Һайлап ҡына Яйыҡ яйлап аға
Һандуғастар һайрар урында.
Дуғаланып ҡына иркен аға
Сәскә еҫе аңҡыр болонда.
Шифа һыуы уның мул булһа ла,
Әҙләп, тәмләп кенә йоторлоҡ.
Һәр тамсыһын уның әрәм итмәй
Дауа өсөн генә тоторлоҡ.
Аҫыл таштар йыуып сыҡҡан һыуҙан
Көс- ғәйрәттәр генә йыйырлыҡ.
Баллы тәлгәштәрҙе сайҡағанға
Сабый тәнен генә йыуырлыҡ.
Ҡомлоғонан таштар йыйып алдым
Мәрйен итеп тағып йөрөргә.
Оҙон юлдар ҡыуып сығып китһәм,
Уның төҫө итеп күрергә.
Тыуған яғыбыҙҙың әҙәби мираҫын өйрәнергә теләүселәргә олатайым – Фәрит Билаловтың шиғырҙарын уҡырға тәҡдим итәм. Иптәштәремә әҙәби ижадты үҫтереү өсөн олатайымдың шиғырҙарын ятлап алырға өндәйем.
Олатайым, Фәрит Шамил улы Билаловтың, 1991 йылда “Ышаныс” исемле публицистик мәҡәләләре донъя күрә. Ул был мәҡәләләрендә кеше, кешелек һәм мәңгелек тураһында уйланыуҙар яҙа. “Бесән” исемле ҡыҙыҡлы бәләкәй хикәйәһе “Шоңҡар” журналына баҫыла.
1993 йылда, олатайым Фәрит Шамил улы Билалов, фәжиғәле үлә. Ул үлгәс, 1994 йылда “Серҙәр саҡыра” китабы баҫылып сыға. Олатайым Фәрит Билаловҡа райондың әҙәбиәт өлкәһе буйынса Әҙһәм Ғарипов һәм Хөснә Юлдыбаева премияһы лауреаты исеме бирелә.
9
Йомғаҡлау
Мин, Мәҫкәү ауылының берҙән-бер яҙыусыһы Фәрит Шамил улы Билаловтың ейәнсәре булараҡ, тикшеренеү эшемдә олатайым һәм уның ижады тураһында яҙырға алған йөкләмәне үтәнем. Олатайым “Ышаныс” исемле яҙмаһында кеше тураһында оҙаҡ уйланып яҙа. “Бөтә кеше гений була алмай” ти ул, ә шулай ҙа олатайымдың ижадын ныҡлап өйрәнеп, бәлки миндә лә шундай талант асылыр. Олатайым Фәрит Билалов ижадында тыуған яҡтың әҙәби мираҫы сағылған шиғырҙары бик күп, мин уның бер-нисәүһен генә уҡып ишеттерҙем. Уның нимә әйтергә теләгәнен мин яҡшы аңланым. Олатайым кеүек, үҙемде рухи яҡтан бай һәм ижади итеп үҫтерәсәкмен. Олатайым «Рәхмәт һүҙе» шиғырында былай ти:
Рәхмәт әйтһәм изге кешеләргә,
Туҙандарҙан күңел йыуыла.
Бер тылсымлы һүҙҙең йылыһында
Ике кеше бергә йылына.
Рәхмәт һүҙе ҡай саҡ әйтелмәһә,
Көршәк кеүек, күңел ватыла.
Һүҙҙәр араһында ошо бер һүҙ
Осһоҙ табып, ҡиммәт һатыла.
Олатай, ҙур рәхмәт, һиңә!
10
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Фәрит Билаловтың «Ышаныс» публицистик мәҡәләләре
2. Яҙыусының «Автобиографияһы»
3. Фәрит Билаловтың «Серҙәр саҡыра» китабы
4. Фәрит Билаловтың шиғырҙар шәлкеме
11
Ҡушымта
Тимер 7а6ы7
К1к кендеге булып, Тимер 7а6ы7
Йы3ан урта3ына 7а4ыл4ан.
Йондо66ар4а т1гел, ерг2 7арай
Б2хет тулы ижау 7а4ыл4ан.
Бер 7ара3а8, 09т2 бишек-сана
Б21елеп сы4а т0н буйына.
Ишаралай, г1й2: 7ылыс т1гел,
Бишек бул3ын кеше уйында.
Бер 7ара3а8, к0сл0 магнитмы ни,
Туплап тора ке1ек к1к 7отон.
Йондо66ар6ан к1с йыйыр4а ос7ан,
Әйтер3е8 д2, ин2 бал 7орто.
Ул булма3а, к0мб26 таралыр 6а
Килеп сы4ыр ке1ек 32л2к2т.
Ер62 ген2 т1гел, йы3анда ла
Т2ртип булыу6ары - б2р2к2т.
Умырзая
Умырзая 7ар6ы тишеп сы77ан
Йондо6со7тар 2лл2 т1гелг2н?
Я6 киле1ен белеп Ер-2с2не8
№ипкелд2ре 2лл2 т1гелг2н?
Шишм2
Ташта-таш7а ыр4ып йырсы-шишм2
Сы4ып кит2 т21ге юлына.
№у8ламайса барып етер 0с0н
Сабый-шишм2л2р6е8 хорына.
?урай
Тик Уралда 19к2н 0с0н мик2н
Алтын т090 к1ск2н 7урай4а.
Баш7ортомдо 2лл2 ошо 1л2н
Б2йл2г2нме м28ге Урал4а?
К06
Байлы7 тей2п килг2н е8г2 ке1ек
К1ст2н2сен йомарт 0л2ш2.
К06 е8г2не8 ба6ы7 к1лд2ген2
Й2й4ор6ар6ы8 т090 к0нл2ш2.
12
Й2й
№алдат ке1ек тимен й2й6е 32р са7
Кейеме й2шел булма3а ла
Анау х2тле эште нисек б0т30н
Й2шенд2ре ялтлап торма3а.
№ыу буйында
№ыу буйында й0р0п 16ем
№ыу3аманым.
Ирм2к 0с0н бер сиб2р62н
№ыу 3ораным.
К1н2кт2ре м0лд0р2м2
№ыу4а тул4ан.
Белм2г2нмен 3ыу эсенд2
?ояш бул4ан.
?ы6 7улынан эск2н 3ыуым
№ыу булманы.
К1кр2гемде, булмышымды
Ут ялманы.
Ми82 к0л0п, 3ылыу яр6а
?улын бол4ай.
Й0р2к т1гел, х26ер минд2
?ояш тулай.
?арап торам был 3ылыу4а
Хайран 7алып.
Б0лд0р60 бит 3ыу эсен2
?ояш 3алып.
К1к есеме
Бер секунд7а к1к 0л0ш0н телеп,
К1к есеме т1б2н атыла.
Шул к1ренеш хал7ым теленд2
Йондо6 атылыу тип атала.
К1к есеме 16ене8 3у84ы м2лен
Ана шулай атылып 7аршылай.
Т0нг0 к1кт2 я7ты 3ы6ат булып,
№2л2к була осоп барышлай.
Йондо6 атыл4анын к1рг2н 3айын
Зи3енемд2 бер уй 7абына:
Хал7ым к18елемд2 нур 7алдыр4ан
Бабич кил2 к16ем алдына.
13
«с2йем2
С2ф2р62р62 ал4ан той4олар6ан
Й2ш2рг2нд2й бул3ам са7 7ына,
?айт7анымса 2с2й оло4ая
Мине к0тк2н 3а4ыш ха7ына.
Бо6о7 й2нд2р наха7 316е мен2н
К18елемде 7ыйып 0ш0т32,
« 2с2йем, о9та табип ке1ек,
Йомша7 31662р мен2н эш ит2.
Шатлы7 кил32 26әм урта7лашмай,
К0с0м таш7ан бул3а саманан,
Хыянаттар тет32, 2с2йем д2
Яраланды мине8 яранан.
К18елене8 тул4ан са4ында ла
Урын таба я84ы6 улына.
Х2лд2рен2н кил32 а7 мамы7тар
Т1ш2р ине 1т2р юлыма.
«с2й ми82 сик3е6 30й01 мен2н
Я3а7 т1л2п 41мер 1тк2р2.
Х2ст2рлеген бил2п бил21ен2,
Х2ср2темде берг2 к1т2р2.
Япа-я84ы6 2с2 й2ш2п ята
)й0б06608 3а7лап й2м, т090н.
Был донъяла 2г2р ул булма3а,
?ай4ы ба9ыр ке1ек ер т090н.
Бала
«1р2теп кешел2р6е
С28гелд2кт2 бала ята.
Ирек3е662н б0т23ене8
?араштарын 16ен2 тарта.
«с2 улын врач ит32,
Ата унан эшсе к0т2.
Шул б2песк2 30н2р 3айлап,
Б2х2с мен2н к0нд2р 1т2.
14
)м0тл2неп с28гелд2кк2
К0л0п ба4а 2с2, ата.
Сабый т1гел, г1й2, унда
Ап-а7 7ына хыял ята.
Эшсемен
К16ем 7ур7а7 т1гел, 7улым батыр,
№2р н2м2л2 мине8 эшем бар.
Замана3ы шулай- муллы7 к2р2к,
Х2ст2рлегем к1п т2 - т21лек тар.
Хе6м2т мен2н х0рм2т юлдаш булып
Ал4а 2й62й шаулы тормошто.
Ая6 к1гем 0с0н бер к0н эшем
К1м2к 7ол эшен2 торошло.
Б0т2 байлы7тар6ы тыу6ырыусы
?улдан эш т0шм2г2н эшсемен.
;2м3е6лекк2, яуызлы77а 7аршы
Кеше булыу мен2н к0сл0м0н.
Я6мышына 16е хужа бул4ан
Бер улымын азат еремде8.
Ябай 4ына эшсе бул3ам да мин,
Ышанысы б0й0к илемде8.
Агроном
Иген тей2п, машиналар,
Са8 30йр2теп, килеп тора.
Иген тауы эрг23енд2
Агроном 7ы6 к0л0п тора.
Керпект2ре 7ылсы7 ке1ек,
!6е о6он, 16е 3ары.
С2ст2рен2 алтынланып
Ялатыл4ан иген са8ы.
Игенд2р6е услап-услап
Шатлы4ынан к1кк2 с0й2.
К0нг2 ян4ан ая7тары
У8дырышлы ер6е 30й2.
15
?олон
К1пте к1рг2н туры бей2
Ашы7майса 1л2н тир2.
Йыра7 т1гел й2п – й2ш 7олон
Болонло7тар ги6еп ел2.
Я64ы елд2р еб2к ялын
Йомша7 7ына на6лап тарай.
?абырса7тай тоя7тарын,
?олон сабып 3ынап 7арай.
Кин2несен 3ый6ыралмай
№икерг2нд2й - н27 т2 бала.
Шатлы7 тулы к1662ренд2
Ике тамсы ысы7 яна.
К1б2л2кт2р 7ыуа 7олон
№ыймайынса ки8 болон4а.
Былай бул4ас да4а т16м29, -
Тип уйлайым мин, - быны4а.
******************************************************
Экрандар6а атыу, а9ыу, 3уйыу…
Б0т23е бар 1лем ха7ында.
Яндыралар шаш7ан ут7а ташлап,
Балалар6ы 7ы6ыу ял7ында.
«Бе66е8 фильм т1гел. Тор6о7, балам.
?арау т1гел, к1662р ояла.
Й2п-й2ш 7ы66ы йырт7ыстарса к0сл21
Хас т1гел бит бе66е8 йола4а.
Й1н3е6 н2м2л2р6е 3ин 7арама,
Улар хол7о - а64ын,алама.
?ылы7тарын я7шы белге8 кил32,
Китап у7ы»,- тием балама.
«Т0ш0н, улым, улар донъя3ында
?арттары ла и9әр й2шт2р62н.
Олпатланып, 6ур урын4а менг2с,
№у4ыш су7марына 2йл2нг2н».
************************************************************
16
?аялар4а ба9ып ю4арынан
Булды инде й2шен тот7ан са7.
Елд2р6е л2 у6ып, аттан осоп,
Булды инде 3уш3ы6 ят7ан са7.
;азапланыр инем, т2нде й2лл2п,
Хист2рем2 ирек бирм232м.
;азапланыр инем, ер62 й2ш2п,
Бар сер62рен 16ем к1рм232м.
Ни эшл2йем инде ауан бул4ас,
Т0пл0 а7ыл 3аман 7унма4ас?
Ни эшл2йем инде был тормошто8
Матурлы4ын эсеп туйма4ас?
Мин т212кк2л, б2лки, 3ин бул4ан4а,
?урсала4ан 2ж2л- 1лемд2н.
Мин т212кк2л: с0нки 7ат-7ат 1леп
Терелерг2 кире 0йр2нг2н.
**************************************************************
)й08д0 к16л2п, й0608д0 э6л2п
К0тк2н са4ымда м04жиз2 булды:
Ба6ап тор4анда, ми82 яр6ам4а,
№е66е8 ба7са4а бер к2к1к 7унды.
Ул мине к1реп, 3а4ышым белеп,
Ауыр х2лемде а8ланы ке1ек.
№а4ышым булып, тир2кк2 7унып,
Са7ыра 3ине, са7ыра к2к1к.
17
Лягушка-путешественница
Знакомые следы
Бабочка
Рисуем "Ночь в лесу"
Барсучья кладовая. Александр Барков