Конкурсҡа яҙылған инша- 2 урын
Вложение | Размер |
---|---|
er_yazmyshy_bezzen_kulda.docx | 18.58 КБ |
Тема: Ер яҙмышы -беҙҙең ҡулда.
Башҡарҙы:Архангел районы Абҙау урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
9-сы класс уҡыусыһы Әхмәтова Сөмбөл
Ер яҙмышы -беҙҙең ҡулда.
Ер-әсә! Ер-әсә!Үҙ ғүмерендә ниҙәр генә күрмәгән,ниҙәр генә кисермәгән.Мең-мең бәлә-ҡазаларҙан иҫән-һау ҡалған..
А.Игебаев
Ер...Нимә ул? Күптәр беҙ йәшәгән тыуған урын тип әйтер,ҡайһылары, ер ул
беҙҙе ашата,йылыта,туйындыра тип уйлар.Ә минең өсөн ер ул-әсә!
Ер-әсәбеҙ күпме ҡайғы кисерҙе.Күпме илебеҙҙе яу таланы,күпме йөрәктәргә
ҡан һауҙы,күпме дошман уты тоҡанды...
Ер яҙмышы-беҙҙең ҡулда .Ысынлап та,шулаймы икән? Был һүҙҙәрҙе иҫбатлар өсөн боронғо тарихты байҡайым.Борон-борондан беҙҙең ерҙәребеҙ бай,тәбиғәте матур булған.Шуға ла башҡорт ерҙәренә төрлө хандар һөжүм иткән,күпме ҡан ҡойолған.Шулай булһа ла көслө рухлы халҡыбыҙ ҡулын төшөрмәгән,ҡалған көстәрен йыйып,еребеҙҙе азат иткән,сит–ят баҫҡынсыларҙан һаҡлаған.
Беҙ ,әлбиттә,уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ.
Ә бөгөн хәл ниндәй? Бөгөн ошо яулап алған ерҙәребеҙ ни хәлдә?
Ҡурҡыныс ...Күп эшҡыуарҙар матур тәбиғәтле ,саф һауалы ,таҙа йылғаларҙы һайлап ял итеү урындарын булдыралар. Мәҫәлән, беҙҙең Абҙан ауылы эргәһендәге Шарлама буйын ғына алһаҡ та йәй көндәрендә ял итеүселәрҙән һуң иҫ киткес бысраҡлыҡ ҡала.Ә уны кем таҙартырға тейеш !?
Ҡалаларҙа күпләп завод-фабрикалар төҙөлә.Бер яҡтан яҡшы,кешеләргә эш урындары булдырыла ,икенсе яҡтан унан сыҡҡан төтөн һауаны бысрата,ләкин кешеләр үҙҙәре барлыҡҡа килтергән бысраҡлыҡтан бер ҡасан тонсоғоп, үҙ башына бәлә аласаҡтарын әле һаман да аңлай алмай.
Ләкин завод-хужаларын да, эшҡыуарҙы ла бер нимә лә борсомай,уларҙың күңелен,йөрәген икенсе нимә ҡайғырта:аҡса,байлыҡ!Әлеге ваҡытта бөтә нимә аҡса менән үлсәнә.Байлығың булмаһа, ҡайһы берҙә һине кеше итеп тә күрмәйҙәр...
Быйыл, белеүебеҙсә, республикала экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы.Ә был бушҡа ғына түгел.Еребеҙгә афәт янай.
Был йылға бағышлап бөтә ил буйынса төрлө акциялар,өмәләр үтә. Күп ваҡытта был эштәрҙә мәктәп уҡыусылары,уҡытыусылар,сәнғәт,мәҙәниәт эшмәкәрҙәре әүҙем ҡатнаша.
Киләсәк быуынды ҡайғыртырға кәрәк,сөнки бер нисә йылдарҙан,быуаттарҙан күп нимә тураһында уйланасаҡбыҙ.Шул саҡта ни эшләрбеҙ?
Халҡым , һиңә өндәшәм!Ошондай тормошта йәшәүебеҙҙе ата-бабаларыбыҙ теләр инеме икән?
Әйҙәгеҙ,барыбыҙ ҙа еребеҙҙе һаҡлайыҡ!Сөнки,ер яҙмышы-беҙҙең ҡулда!
Новогодние гирлянды
Владимир Высоцкий. "Песня о друге" из кинофильма "Вертикаль"
Алые паруса
Заяц, косач, медведь и весна
Ёжикина Радость