Был иншала Башҡортостан менән ғорурланыу хисе ята
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡортостаным-илем | 17.55 КБ |
Башҡортостан – баш илем
Йыһандағы бишегем.
Ҙур донъяға алып сығыр
Яҙмышымдың ишеге.
(Р.Ураксина)
Һәр кемдең тыуған ере, тыуған иле тыуған йортонан, ауылынан, районынан башланалыр. Миңә лә тыуған ерем Башҡортостан тап беҙҙең өйөбөҙҙән башланған кеүек. Тыуған яғым Башҡортостан шул тиклем ҡәҙерле, яҡын. Кеше ҡайҙарҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә гүзәл ерҙәрҙә йәшәмәһен, ул барыбер үҙенең тыуған яғына ынтыла.
Мин Башҡортостандың бер төбәге булған Архангел районы Абҙан ауылынанмын.Әлеге көндә 7-се класта уҡыйым.Аҡыллы,тәртипле,уңған ҡыҙ булырға тырышам.Заманға ярашлы,һәр яҡлап үҫергә теләйем.Әлеге ваҡытта яҡшы уҡырға,мөмкин тиклем күберәк белем алырға ынтылам.
Йортобоҙ Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Өйөбөҙ ултырған урын, дүрт яҡтан да бейек- бейек, күккә олғашып ултырған тауҙар менән уратып алынған. Яҡында ғына ҡуйы-ҡуйы йәшел урмандар урынлашҡан. Унда муйыл, йүкә, ҡарағай, ҡайын, имән һәм башҡа төрлө ағастар үҫә.
Яҙҙың бер осоронда ап-аҡ сәскәле муйылдар күҙҙең яуын алһа, йәй башында хуш еҫтәр таратып йүкә сәскә ата. Уның сәскәларен өҙөп алып сәйгә һалып эсергә яратам. Файҙаһы шул тиклем ҙур икәнен әсәйем әйткәндәренән беләм.
Көҙ көндәрендә эргә-тирәбеҙгә төрлө төҫтәге япраҡтар яуа. Тәбиғәт һәр ваҡыт матур, ә беҙ шул матурлыҡтың эсендә йәшәйбеҙ. Уның ялтырап ятҡан күлдәренә, мул һыулы йылғаларына, тау-ҡаяларына һоҡланып туйып буламы ни?!
Башҡортостанда тыуып үҫеүебеҙгә, ошондай матур мәктәптә уҡыуыбыҙға, яҡын кешеләребеҙ булыуға бик шатбыҙ! Моғайын, илебеҙҙән ситтә йәшәй алмаҫбыҙ, беҙ. Был беҙҙең Тыуған еребеҙ! Беҙ бәхетле, сөнки Тыуған илебеҙҙә халҡыбыҙ, туғандарыбыҙ дуҫ, етеш һәм шат йәшәй. Беҙ бәхетле, сөнки һәр таңыбыҙ тыныс һәм яҡты. Ер йөҙөндәге һәр балаға ла беҙҙеке кеүек бәхетле көндәрҙе, тырыш ата-әсәйҙәрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе теләр инек.
Беҙ ҙә, башҡорт егет-ҡыҙҙары, киләсәккә һәр беребеҙ үҙ күҙлегебеҙҙән бағабыҙ. Әммә маҡсат бер булһын ине. Йәйғор булып балҡыған илебеҙҙең сағыу төҫтәре тоноҡланмаһын, Ҡояш-Рәсәй менән дуҫлыҡ нығына барһын, шаулы-даулы көндәр килмәһен беҙгә. Тыуған илемдең киләсәге уң булһын. Тыуған илем гөрләп сәскә атһын! Киләсәк быуындарыбыҙ үҙ иле менән хаҡлы рәүештә ғорурланһын ине!
Шиһабетдинова Резида
Знакомимся с плотностью жидкостей
Хитрый коврик
Астрономический календарь. Февраль, 2019
За еду птицы готовы собирать мусор
Зимняя сказка