Уҡыусы тураһында мәғлүмәт
Авторҙың фамилияһы, исеме: Мостафина Айгизә
Класс, йәше, дөйөм белем биреү учреждениеһы : 6 А класс (12 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонин ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Уҡытыусының фамилияһы, исеме, мәктәбе: Миңлейәрова Дилә Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонино ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Адрес: 450521, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Шамонин ауылы, Мостай Кәрим урамы, 36. т. 217-80-01, shamonino_mobu@mail.ru
Вложение | Размер |
---|---|
mostafina_aygiz_esse.docx | 15.74 КБ |
Уҡыусы тураһында мәғлүмәт
Авторҙың фамилияһы, исеме: Мостафина Айгизә
Класс, йәше, дөйөм белем биреү учреждениеһы : 6 А класс (12 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонин ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Уҡытыусының фамилияһы, исеме, мәктәбе: Миңлейәрова Дилә Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонино ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Адрес: 450521, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Шамонин ауылы, Мостай Кәрим урамы, 36. т. 217-80-01, shamonino_mobu@mail.ru
Халҡым теле - миңә хаҡлыҡ теле.
Бер халыҡты икенселәренән айырып торған үҙенсәлек - ул уның теле. Һәр бер халыҡ үҙ телендә аралаша, фекерләй, донъяны танып белә, ғилем туплай, киләсәк быуынға үҙ тарихын еткерә.
Минең туған телем - башҡорт теле. Уның аша мин яҡындарым менән аралашам, белем алам, донъяны танып беләм. Уны камиллаштырыр өсөн төрлө китаптар уҡыйым, сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Ата-бабаларымдан ҡалған ауыҙ-тел ижады аша халҡымдың үткәнен өйрәнәм, киләсәге өсөн борсолам. Быға асыҡ миҫал булып, халҡымдың ҡаҙанғыһыҙ, алтын мираҫы булып балҡыған, мәшһүр “Урал батыр” ҡобайырын билдәләп үтке килә. Ҡобайырҙа Урал батыр кешелекте һәм кибеп-ҡороп барған тәбиғәтте үлемһеҙлектән ҡотҡара, донъяға, тирә-яҡҡа ғүмер бирә, йән бүләк итә.
Башҡорт халҡның “Урал батыр” ҡобайырынан да башҡа бик күп халыҡ ижады, әҫәрҙәре бар. Уларҙың һәр береһендә башҡорт халҡының рухы, быуаттар буйына һаҡланып килгән тарихы, мираҫы, әҙәбиәте, моңо гүзәл хазина булып сағыла. Башҡорт хлҡыбыҙға хас хаҡлыҡ, азатлыҡ, ирек кеүек сифаттар сағыла.
Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев образы ла беҙҙең өсөн азатлыҡ, хаҡлыҡ, ғәҙеллек символы булып тора. Уны тыуған иленән айырып та, ситлеккә бикләп тә, язалап та рухын һындыра алмағандар. Ул һуңғы һулышына тиклем үҙенең халҡына тоғро булып, киләсәк быуындарға шиғырҙары аша әйтер һүҙен әйтеп ҡалдырған. Бындай күренеш үҙе бер сағыу, яҡты ата-бабалар мираҫы булып тора.
Ошо ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған тарихыбыҙҙы, мираҫыбыҙҙы түкмәй, сәсмәй үрнәк итеп йөрөтөү, уны һәләк итергә юл ҡуймау - беҙҙең бурысыбыҙ. Туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ауыр түгел, уны юғалтыу ауыр. Халҡыбыҙҙың телен юғалтмау өсөн, беҙ үҙ телебеҙ ҙә һөйләшергә, уны байытырға, үҫтерергә тейешбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ, бөйөк шәхестәребеҙ көс, ҡан менән яулап алған телебеҙҙе юғалтыу, халҡыбыҙға хыянат итеү тигәнде аңлата.
Үҙ телебеҙҙә, башҡорт телендә һөйләшәйек, аралашайыҡ, мәңгеләштерәйек, донъя кимәленә күтәрәйек.
Рисуем акварельное мороженое
Убунту: я существую, потому что мы существуем
О путнике
Сверчок
Рукавичка