Инша. Минең атайым
Вложение | Размер |
---|---|
moy_geroy_isprav.doc | 27.5 КБ |
Һәр кеше ғүмерендә бөйөк идеал булырға тейеш, ул ошоға ынтыла. Ошондай идеал минең өсөн - атайым . Минең атайымдың исеме Ринат. Уға 47 йәш. Атайым Башнефтегеофизикала 24 йыл инде, инженер булып эшләй. Эшендә ул хөрмәткә лайыҡ хеҙмәткәр. Атайымдан башҡа эш бармай кеүек, уны йыш ҡына ял көнөндә лә, төн уртаһында ла саҡыртып алалар. Минең атайыма “Һөнәрендә яҡшыһы” тигән маҡтаулы исем бирҙеләр, ул был марканы бер нисә йыл тота инде.
Эше күп булыуына ҡарамаҫтан, атайым ғайлә тураһында онотмай. Ул әсәйемә һәр ваҡыт булыша. Улар бергә аш-һыу әҙерләйҙәр, өй төҙөйҙәр, баҡсала эшләйҙәр. Беҙ ҙә уларға булышырға тырышабыҙ. Хәҙер беҙ үҙебеҙ төҙөгән өйҙә йәшәйбеҙ.
Атайымдың кулдары алтын, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, бөтәһе лә эшләнә. Беҙ бергәләп инкубатор йыйҙыҡ һәм себештәр сығарҙыҡ. Әле беҙҙең тауыҡтарыбыҙ матур, йылы һарайҙа йәшәйҙәр.
Иртә яҙҙан ҡараңғы көҙгә тиклем баҡсала татыу эшләйбеҙ. Атайым ерҙе ярата, көн оҙонона үҫемлектәр менән булаша:ултырта, утай һәм бәйләй...
Ә иң яратҡаны атайым менән Кама йәки Ағиҙел йылғаһына балыҡ тоторға йөрөү. Бында беҙ ярышабыҙ: кем күберәк йә ҙурыраҡ балыҡ тота. Ҡышын атайым ҙур суртандар(шүкәләр) тота.
Бала саҡта ул Норильскиҙа йәшәгән. Беҙҙең ҡалаға күскәнгә атайым бик шатлана, ул йыш тыуған яҡтар матур,ти. Көҙ көнө беҙ бәшмәк йыйырға йөрөйбеҙ. Бында уға тиңдәштәр юҡ. Ҡышын атайымды саңғыла ҡыуып етеп булмай. Әлегә тиклем саңғы ярыштарында ҡатнаша.
Киләсәктә мин атайыма оҡшарға теләйем. Бер донъяға ашмаған теләген атҡарағым килә. Яҡшы саңгысы була алмаған, ә мин булырға тырышам.
Зимовье зверей
Как выглядело бы наше небо, если вместо Луны были планеты Солнечной Системы?
Невидимое письмо
Загадка старого пирата или водолазный колокол
Рисуем белые грибы пастелью