Уҡыусы тураһында мәғлүмәт
Авторҙың фамилияһы, исеме: Тайсина Наҙгөл
Класс, йәше, дөйөм белем биреү учреждениеһы : 7 А класс (13 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонин ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Уҡытыусының фамилияһы, исеме, мәктәбе: Миңлейәрова Дилә Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонино ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Адрес: 450521, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Шамонин ауылы, Мостай Кәрим урамы, 36. т. 217-80-01, shamonino_mobu@mail.ru
Вложение | Размер |
---|---|
taysina_nazgol_esse.docx | 17.05 КБ |
Уҡыусы тураһында мәғлүмәт
Авторҙың фамилияһы, исеме: Тайсина Наҙгөл
Класс, йәше, дөйөм белем биреү учреждениеһы : 7 А класс (13 йәш)
Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонин ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Уҡытыусының фамилияһы, исеме, мәктәбе: Миңлейәрова Дилә Ринат ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Өфө районы муниципаль районының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы Шамонино ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе
Адрес: 450521, Башҡортостан Республикаһы, Өфө районы, Шамонин ауылы, Мостай Кәрим урамы, 36. т. 217-80-01, shamonino_mobu@mail.ru
Башҡортостан – нурлы илем, әсәм теле – наҙлы телем!
Һәр кемдең ғәзиз ата-әсәһе берәү генә булған кеүек, тыуған ере – был яҡты донъяға тәү тапҡыр баҡҡан ере лә берәү генә була. Мин дә нурлы илем – яҡты Башҡортостанды берҙән-берем, тыуып-үҫкән, тәпәй баҫҡан төйәгем, тиеп яратам. Илемдең данлы үткәне, сал тарихы, бөйөк-бөйөк шәхестәре – танылған ул-ҡыҙҙары менән ғорурланам. Гүзәл тәбиғәтенә – Хоҙай бүләк иткән ожмах мөйөшөнә һоҡланам. Урман-ҡырҙар, йылға-күлдәр, тау-болондар, сәхрә яландар, һыубаҫар туғайҙар иҫ киткес матурлығы менән күңелемде хисләндерә. Әммә ләкин кескәй йөрәгемдә борсолоу ҡатыш һыҙланыу ҙа юҡ түгел. Сөнки ошондай бай тәбиғәтле ҡуйы Башҡортостан урмандары күпләп ҡырыла, йөҙйәшәр ҡарағайҙар, мәңге йәшел шыршылар, һылыу аҡ ҡайындар ергә ауа, тамырынан юҡ ителә.
Тауҙарҙы шартлаталар, болондарҙы ҡыҙарып йөрөгән ҡырағай хайуан -йәнлектәргә күпләп һунар итәләр, зәңгәр һауабыҙҙы зарарлы завод төтөндәре менән бысраталар...
Яйлап булһа ла, беҙ ошондай һәләкәтте туҡтатырға тейешбеҙ, тип уйлайым.
Мең төрлө балыҡтар йөҙгән таҙа һыулы йылға-күлдәребеҙҙе, шишмәләребеҙҙе ҡоротмаҫҡа, күпләп ағастар ултыртырға бурыслыбыҙ, тип иҫәпләйем. Һәр замандашым – оломо ул, кесеме, һәр береһе үҙе йәшәгән төбәктә ағас-ҡыуаҡтар ултыртһын, шишмәләрҙе, йылғаларҙы һәм күлдәрҙе таҙартһын ине! Эсер һыуыбыҙ, һулар һауабыҙ бысранмаһын, тиеп ҡысҡырғым килә бар доньяға! Тирә-яғыбыҙҙы гөлгә күмеп, сәскәләр үҫтереп йәшәһәк, Башҡортостаныбыҙ тағы ла йәмләнер!
Илем, ерем, тиеп өҙгөләнгәндә, әлбиттә, телем тураһында ла йыш уйланам. Сөнки был изге төшөнсәләр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән. Ил булмаһа, тел дә юҡ, тел булмаһа ил дә юҡ... Беҙ ошо хәҡиҡәтте белеп үҫергә тейешбеҙ.
Бөгөнгө көндә башҡорт теленә ҙур ҡурҡыныс янай. Был ваҡытлыса булһын ине, тиеп юрайыҡ.
Мин дә әсәм телен һаҡлауҙа үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам:туған телемдә китаптар уҡыйым, шиғирҙар ятлайым, ғаиләм менән, туғандарым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп һөйләшәм!
Ошонан сығып шуны әйтер инем: атай-әсәй, тыуған ил, тыуған ер кеүек, туған тел дә берәү генә ул!.. Илебеҙ, телебеҙ беҙҙең яҡлауыбыҙға, һаҡлауыбыҙға мохтаж. Яҡшы уҡыуыбыҙ, тәрбиәле, тәртипле булыуыбыҙ менән беҙ яҡты киләсәккә табан ғорур атлап барабыҙ, ҙур өмөттәр бағлап йәшәйбеҙ!
Сәскә атһын, лайыҡлы шәхестәр килер быуындарҙан күпләп үҫеп сыҡһын һәм тыуған илебеҙҙе, еребеҙҙе дан-хөрмәткә сорнаһын! Һутлы тупрағыбыҙҙан тик файҙалы үҫентеләр шытып сыҡһын! Туған телебеҙҙә халҡыбыҙҙың көйҙәре яңғырап, ҡурай моңдары бар донъяға ишетелһен! Ошо изге теләктәрем, уй-хыялдарым Хоҙайҙың “Амин!” тигән сағына тура килһен ине!..
Акварель + трафарет = ?
Ёжикина Радость
Про пингвинов
Лев Николаевич Толстой. Индеец и англичанин (быль)
Загадка старого пирата или водолазный колокол