Статья в районную газету "Йәйғор". Февраль, 2018
Вложение | Размер |
---|---|
statya_minleyrov_diyaz_7_a_klass_ukyusyhy.docx | 957.76 КБ |
Атанан-күргән уҡ юнған...
Мин Шамонин ауылының 7 “А” класс уҡыусыһы Миңлейәров Дияз. Башланғыс кластарҙа мин атайымдың эшенә барғайным. Унда мин төрлө таштар күреп, таштар донъяһына, уларҙың төрлөлөгөнә, матурлығына хайран ҡалғайным. Шул ҡыҙыҡһыныу мине тикшеренеү эшен эшләргә этәрҙе. Эшемдең исеме “Тәбиғәт мөғжизәһе - таш” тип атала ине. Ул эш менән мин төрлө район, республика, рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеү яулай алдым. Былтыр йәйге каникулда, өләсәйем менән олатайымдарҙа Миәкә районы Нарыҫтау ауылында ҡунаҡта булғанда, минең бер туған ҡустым Малик ташҡа әйләнгән ағас киҫәге тапты. Шул табышты күреп, мин тағын бер тикшеренеү эшен яҙырға булдым...
Быныһы инде, таштар донъяһы түгел, ә ташҡа әйләнгән ағас тураһында булды. Бындай күренеш бик үҙенсәлекле һәм минең үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асырға, таштар донъяһы тураһында белемемде камиллаштырырға ярҙам итте. Шулай уҡ, Өфө ҡалаһында урынлашҡан “Геолгия”, “Милли” музейҙарына мөрәжәғәт итеп, төрлө белгестәр менән аралаштым, ташҡа әйләнгән ағасым тураһында мәғлүмәттәр йыйҙым. Был эшемдең дә һөҙөмтәләрен күрҙем, район, республика кимәлендә үҙемде һынап ҡараным. Бөгөнгө көндә “Тәбиғәт мөғжизәһе - ташҡа әйләнгән ағас” исемле тикшеренеү эшем менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Ломоносов уҡыуҙары”, Бирск ҡалаһында “Совенок” исемле конкурстарында сығыш яһарға әҙерләнәм.
Геолог Зорина Т.В. осрашыу (работает в музее геологии и полезных ископаемых)
Рисуем акварелью: "Романтика старого окна"
В чём смысл жизни. // Д.С.Лихачев. Письма о добром и прекрасном. Письмо пятое
Вода может клеить?
Два плуга
Весёлая кукушка