Ғаилә ҡиммәттәре тураһында инша.
Вложение | Размер |
---|---|
Сочинение | 19.95 КБ |
Ғаиләм –минең терәгем.
Ғаилә - йәмғиәттең бер өлөшө. Ғаилә ныҡ, татыу икән, йәмғиәттә ныҡлы һәм көслө тип әйтеп була. Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы,тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Минең уйымса, ғаилә-ул йылы усаҡ, ә усаҡ янына һәр кеше тартыла. Ғаиләләге татыулыҡ ни тиклем көслө булһа, усаҡтан килгән йылылыҡ та шул тиклем сағыуыраҡ була.” Ғаилә тормошо кеше өсөн осһоҙ - ҡырыйһыҙ хеҙмәт һәм һикәлтәле тормош юлы” -ти әсәйем. Минең ата – әсәйемдә шатлык ҡыуаныстарын уртаҡлашып, бер - береһенә терәк булып, аңлашып, ғүмер юлынан етәкләшеп атлаусы кешеләр.
Ғаиләбеҙҙең төп терәге – атай. Атайым бик талапсан киң күңелле сабыр кеше. Уның эше лә бик яуаплы.Ул шофёр булып эшләй. Күп ваҡыты уның юлда үтә. Шуға ла балаларҙы тәрбиәләү әсәйебеҙҙең иңдәренә төшә. Шулай булыуға, ҡарамаҫта, атайым ял иткәндә гел ғаиләһе менән үткәрергә, үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлашырға ярата. «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәрҙә аҙ” тигән мәҡәл нәҡ минең атайым өсөндөр. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, бөтәһелә һәйбәт килеп саға. Уның көслөлөгөнә, уңғанлығына хайран ҡалам.
Атайымдың уң ҡулы әсәйем. Әсәйем һөнәре буйынса уҡытыусы. Уҡытыусы тигән хөрмәтле, яуаплы һөнәргә эйә булыу өсөн иң беренсе сиратта үҙҙеңдә яҡшы сифаттар туплау, балаларҙы ысын йөрәктән яратыу мөһимдер. Беҙҙең әсәйебеҙ ҙә тап шундайҙарҙан.Ул уҡыусыларына тыуған телдең матурлығын, бөйөклөгөн, көслөлөгөн аңларга өйрәтә. Уның эше тыңғыһыҙ булһала ике ҡыҙына тәрбиә бирергә ваҡыт таба. Ул миңә дәрестәремде эшләргә ярҙамлаша. Кәңәштәре менән өйҙәге эштәрҙе эшләргә өйрәтә. Һеңлем менән дә шөғөлләнә. Әсәйем беҙҙең өсөн бөтә яҡлап та өлгө.
Мин үҙем етенсе класта уҡыйым. Дәрестән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөйөм. Өйҙә әсәйемә ярҙамлашам, һеңлемде ҡарарға булышам. Һеңлем беренсе класта уҡый.. Ул бейергә, рәсем төшөрөргә ярата. Ял көндәрендә ғаиләбеҙ менән күңелле ял итәбеҙ. Атайым менән шашка, шахмат уйнайым, әсәйем тәмле ризыктар менән һыйлай. Ҡыш көндәрендә урманға сығабыҙ.Унда санала,саңғыла шыуғалаҡта шыуабыҙ, ҡоштарға ем һалабыҙ. Йәйге каникулды ауылда үткәрәбеҙ, унда олатай менән өләсәй йәшәй.Уларға беҙ йорт эштәрендә булышабыҙ. Ауылда еләккә, һыу инергә йөрөйбөҙ. Мин өләсәйемдең кистәрен ғөбөрҙәтеп һыйыр һауғанын ҡарап торорға яратам. Олатайым кеүек оҫта итеп бесән сабыусы юҡтыр.Уның ҡулында салғы шыжлап- йырлап тора. Артынан тип -тигеҙ бураҙналар ғына тороп ҡала. Байрамдар үткәреү беҙҙең өсөн икеләтә байрам. Сөнки минең өсөн байрам ҡаршылау ул- күңелле мәшәкәттәр, шат тауыштар, бүләктәр, тәмле күстәнәстәр, туғандарың һәм дуҫтарың менән аралашыу. Яңы йыл, тыуған көндәр иң яратҡан ғаилә байрамдарыбыҙ.
Мин үҙемдең ғаиләм менән ғорурланам. Беҙҙең ғаилә бәхетле һәм татыу.Ҡайҙа ғына барһамда мин ғаиләмә ашҡынып ҡайтап. Унда мине наҙлы ҡараштары менән йылытҡан әсәйем, кирәк саҡта яҡлай белгән атайым, шаян һеңлем көтөп тора. Ата-әсәйем беҙҙе тәрбиәләргә күп көс һалалар: кешелекле булырға, кескәйҙәргә ярҙам итәргә, ололарҙы хөрмәтләргә, Тыуған илде, тыуған телде һөйәргә өйрәтәләр.
Ә ер йөҙөндә бөтә ғаиләләр ҙә бәхетле түгел. Ҡайҙалыр аслыҡ, ҡайҙалыр һуғыш бара. Атай терәгенә, әсәй наҙына тилмереүсе йәтим балалар бик күп. Шуға күрә лә, мин уларҙың әйткән һүҙҙәрен тыңлайым, яғымлы итеп өндәшәм. Ата-әсәм минең иң ҡәҙерле кешеләрем. Ел-ямғырҙан һаҡлаусыларым да улар.
Татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар сәләмәт, бәхетле, илгә файҙалы булып үҫәләр. Тимәк, ғаилә –ул ил терәге! Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ундай ил терәге булырҙай ғаиләләр бик күп. Хөкүмәтебеҙ ҙә ғаиләләргә ярҙам күрһәтә. Бының өсөн төрлө программалар уйлап сығаралар.
Киләсәк үткәндәргә ҡарап төҙөлә. Шулай булғас, ғаиләнең дә роле ҙур.Тәрбиәле, сәләмәт, илде һөйөүсе балалар үҫтерегә бурыслы. Шул саҡта, беҙҙең илебеҙ көслө, бай буласаҡ. Ә ул хис шикһеҙ шулай буласаҡта.
Саҙриева Альбина,
Нефтекама ҡалаһы,
6 - сы мәктәп уҡыусыһы.
Астрономы наблюдают за появлением планеты-младенца
Астрономический календарь. Февраль, 2019
Калитка в сад
Как нарисовать черёмуху
10 осенних мастер-классов для детей