Инша
Вложение | Размер |
---|---|
Альтернатив мәктәпте нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ? (Инша) | 17.04 КБ |
Альтернатив мәктәпте нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Киләсәктә буласаҡ мәктәп тураһында уйлауы бик ҡыҙыҡ.
Минеңсә, мәктәп бик ныҡ үҙгәрәсәк.
Беҙҙең буласаҡ мәктәп ҙур һәм яҡты бина булып күҙ алдына баҫа.Тирә яғын матур-матур ағастар, төрлө-төрлө сәскәләр биҙәп торор. Һәр уҡыусының үҙенә сисенеү өсөн айырым шкаф, ә дәреслектәр урынына - компьютерҙар һәм планшеттар. Ашханала меню һәр бер баланың нимә оҡшатыуына ҡарап төҙөлә. Һәр бер класта электрон интерактив таҡталар.
Ҡайһы бер дәрестәрҙе мәктәптән ситтә үткәреү ҡарала. Мәҫәлән, биология дәресен тәбиғәт ҡосағында өйрәнергә була. Үҫемлектәрҙе тотоп ҡарау, йәнлектәрҙе, бөжәктәрҙе тере килеш күреү мөмкинселектәрен булдырыу. Тарих дәрестәрендә ваҡыт арауығында хәрәкәт итеп 3D фильмдарын ҡарау һәм тарихты өйрәнеү. Физкультура дәрестәрен тренажерҙар залында һәм бассейнда үткәреү.
Шулай уҡ, уҡыусылар бишенсе кластан уҡ ниндәй курс буйынса китеүен һайлаясаҡ. Кем дә кем математика һәм информатика менән ҡыҙыҡһына икән – математика курсын, ә кем рус теле һәм литератураны ярата икән – гуманитар курстарҙы һайлай. Уҡыусылар конференцияларҙа ҡатнашып үҙҙәренең уңыштары һәм эш һөҙөмтәләре менән уртаҡлашырҙар.
Мәктәптә тәнәфестәр бик күңелле үтәсәк, сөнки һәр кем үҙенә оҡшаған шөғөлдө таба ала. Ял итеү урындары ла бар. Коридорҙарҙа йомшаҡ диван һәм кресло ҡуйылған. Урамға сығып, саф һауа һулап класташтар менән хәрәкәтле уйындар уйнарға була.
Бына шулай, мин киләсәктәге мәктәпте күҙ алдына килтерәм.
Республиканский конкурс сочинений «Образование будущего»
Альтернатив мәктәпте нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?
Какой вы видите альтернативную школу?
Выполнила: Калимуллина Айсылу,
обучающаяся 9а класса
муниципального бюджетного
общеобразовательного учреждения
средняя общеобразовательная школа
села Павловка
муниципального района
Нуримановский район
Республики Башкортостан
Учитель: Глимова Фаниля Фуатовна
2016
Свинья под дубом
Всему свой срок
Привередница
Учимся рисовать горный пейзаж акварелью
Андрей Усачев. Пятно (из книги "Умная собачка Соня")