Вложение | Размер |
---|---|
statya_tuygunovoy_sulpan.docx | 15.12 КБ |
Октябрь айы Шамониноурта мәктәбе балалары өсөн төрлөсараларға бай булды. Әле генә алтын төҫкә мансылған йомарт көҙ миҙгеле һайын үткәрелгән “Көҙгө бал” байрамы гөрләп-шаулап үткәйне...
Уҡыуҙа ла һанатмаған актив уҡыусылар дәрестән тыш сараларҙа ла бик ҙур теләк менән ҡатнашалар. Ошо аҙнала үткән “Халыҡтар дуҫлығы”фестивале беҙгә ошо хаҡта һөйләй.был сараға бөтә класс балалары ла,ата-әсәләр менән берлектә әүҙем әҙерләнделәр. Кемдер төрлө милләт костюмдарын хәстәрләһә,бәғзеләр төрлө милләт аш-һыуҙарын туплаған өҫтәл ойошторҙо, ә кемдәрҙер сығыштарға әҙерләнде... Бер кем дә буш булмағандыр был көндәрҙә. Һәр кем үҙенә тәғәйенләнгән эште ҙур теләк,ҡыҙыҡһыныу менән башҡарҙы. Класс етәкселәре проектив һәм интерактив таҡталар ҡулланып,төплө йөкмәткеле “Халвҡтар дуҫлығы- илдеү ҙур байлығы” темаһына класс сәғәттәре үткәрҙеләр. Был дәрестәрҙә белемдәрен генә камиллаштырып ҡалманылар,ҡыҙыу бәхәс ҡороп,үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлаштылар.Иҫбатлауҙарға таянып бер һығымтаға килделәр :илебеҙҙәге халыҡтың дуҫлығы-илдең киләсәк балҡышы,халыҡтың тыныс көн-күреше. Халыҡтар дуҫлығы булғанда ғына илдең киләсәге бар.
Мәктәптә төрлө милләт балалары белем алыуын иҫәпкә алып,үҙ-ара миләттәр дуҫлығыннығытыу маҡсатында төрлө милләттәр мөхите булдырылды.Балалар кем уҙарзан әҙерләнеп,үҙ милләтенең мәҙәниәтен төрлө яҡтан яҡтыртырға тырышты. Зауыҡ менән биҙәлгән,төрлө милләт костюмдарында сығыш яһаған балаларға ҡарап,һәр кемдең йөрәге ҡыуанғандыр. Сөнки яҡты мәктәп эсендә был көндө,ысыплап та дуҫлыҡ мөхите хөкөм һөрҙө. Һәр баланың,ата-әсәнең,уҡытыусының йөҙҙәре күтәренке кәйеф,шатлыҡ менән балҡый ине.
Жюри ағзаларын балалар халыҡ йолалары,фолькльор куренештәрен сәхнәләштереп ,ҡунаҡсыл халыҡҡа хас икмәк-тоҙ менән ҡаршы алдылар. Өҫтәлдәр аш-һыуҙан һығылып торҙо,әкиәттәгесә күгәрсен һөтөнән башҡа бөтәһе лә бар ине. Жюри ағзалары яғынан да юғары баһа алдылар.Стенгазеталар ҙа баһалаусыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы,бай йөкмәткеле,коллоритлы стегазеталар бер-береһенә тамыла оҡшамағандар ине.
Сығыштарҙан һуң ,һәр класта балаларға тәмле сәй табыны ойошторолдо. Дуҫлыҡ мөхите һеңдерелгән байрамдан һәр кем яҡшы кәйеф менән таралышты. Балаларға әхләки тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеүсе ошондайыраҡ саралар йышыраҡ үткәрелһен ине тип теләргә ҡала. Ә инде сараны ойоштороусылар, мәктәптең тәрбиә эше буйыса урынбаҫары Ғәлиева Наталья Викторовнаға ,класс етәкселәргә,ата-әсәләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тойғонова Сулпан,
Шамонино ауылы,
3б класс уҡыусыһы.
Рукавичка
Сказка об осеннем ветре
Колумбово яйцо
Почему Уран и Нептун разного цвета
Сказка "Узнай-зеркала"