Инша
Вложение | Размер |
---|---|
er_yazmyshy_-_bezzen_kulda.docx | 16.56 КБ |
Республиканский конкурс сочинений «Пою мою республику!», посвященный Дню Республики и Году экологии в России
Республика көнөнә һәм экология йылына арналған “Республикама дан йырлайым!” ижади эштәр конкурсы
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда.
Низамутдинова Алсу, 7б класс,
муниципальное бюджетное
общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа с. Павловка
муниципального района Нуримановский район
Республики Башкортостан
Низаметдинова Алһыу, 7-се Б класс уҡыусыһы,
Башҡортостан Республикаһы
Нуриман районы муниципаль районының
Павловка ауылы урта дөйөм
белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем
биреү учреждениеһы
Учитель: Глимова Фаниля Фуатовна
2017
Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда.
Яҙ етеү менән тәбиғәт уяна, үләндәр баш ҡалҡыта, ағастар япраҡ яра, алыҫ яҡтарҙан ҡоштар ҡайта, һайрауҙары менән йәнгә дәрт өҫтәйҙәр. Был Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте – төндө-көнгә, ҡышты-яҙға, яҙҙы-йәйгә, йәйҙе-көҙгә, көҙҙө-ҡышҡа алыштыра. Тәбиғәтте матурлай, әҙәм балаһына йәшәр өсөн мөмкинлектәр бирә. Ә беҙ Алла биргәнгә шөкөр итәбеҙме, тәбиғәтте һаҡлайбыҙмы, шишмәләрҙе таҙартабыҙмы, сыйырсыҡтар ҡайтыуға оялар яһайбыҙмы?
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! Был һүҙҙәрҙе бик йыш ишетәбеҙ. Әммә, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап бөтөрәбеҙме икән? Был һүҙҙәргә киләсәгебеҙ хаҡында ҙур мәғәнә һалынған. Тыуған яҡ тәбиғәте – саф һауа һәм экологик яҡтан таҙа ашамлыҡтар ғына тигән һүҙ түгел әле ул. Ул тыуған яғыбыҙҙың матурлығы ла, йәне лә. Тәбиғәтебеҙҙең таҙа һыулы йылға һәм күлдәрен бысратыу, осһоҙ-ҡырыйһыҙ урмандарҙы киҫеү, химия заводтарының ағыулы газдары менән һауаны боҙоу, авиация яғыулығының ағыулы ҡалдыҡтары – былар әле хәҙерге цивилизацияның тәбиғәткә һалған зыянының бер өлөшө генә. Ҡар иреп бөтөү менән сүп-сар тултырылған тоҡтар, пластик шешәләр, иҫке-моҫҡо кейем-һалымдың теләһә ҡайҙа таралып ятыуы бик тә йәмһеҙ күренешкә әйләнә. Был ауыл, ҡалаларҙы биҙәмәй. Көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн махсус сүп түгеү урындары, контейнерҙар бар. Тик, ниңәлер, күптәр уларға илтеп түгергә күнекмәгән. Тәбиғәтте бысратып үҙебеҙҙең һаулығыбыҙҙы зыян килтерәбеҙ түгелме? Икенсенән, юл буйҙарын, урамдарҙы таҙартыусы хеҙмәткәрҙәрҙең эшенә лә хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Тәбиғәтте бысратыусылар менән көрәште беҙ бөгөндән үк башламаһаҡ, бер нисә тиҫтә йылдан һуң, бөтә тереклек көйөп бөткән сүл уртаһында ҡалыуыбыҙ бар бит. Был турала биологтар, экологтар, химиктар, метеорологтар беҙҙе киҫәтә.
Ҡалҡыулыҡтағы кипкән бесән эскерттәре араһындағы ҡайын ағастары, хуш еҫтәр менән тулған шыршы урманы, һалҡын һәм көмөштәй саф һыулы күлдәр, кескәй генә инештән башлап, ҙур йылғаға табан ағыусы йылғалар – бөтәһе лә тыуған яҡ тәбиғәте.
Дуҫтар, әгәр тыуған яғыбыҙ гел ошондай матур, йәшел булһын, һулаған һауабыҙ саф, таҙа булһын, ҡояш та бөгөнгөләй йылмайып ҡараһын, ағастарҙа ҡоштар һайраһын, һыуҙарыбыҙҙа балыҡтар уйнаһын, бала сағыбыҙ ҡайғы – хәсрәтһеҙ үтһен тиһәк ҡулға–ҡул тотоношоп, араларҙан ел–дауылдар үткәрмәй тыуған еребеҙҙе һаҡлайыҡ, насарлыҡтан яҡлайыҡ.
Красочные картины Джастина Геффри
Бородино. М.Ю. Лермонтов
Вода может клеить?
Знакомые следы
Нечаянная победа. Айзек Азимов