Рухи байлыҡ - тарихи байлыҡ.
Ғәбит Садиҡов
“Рухи байраҡ һинең исемең”, тигән һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған. Сөнки, рух – кешенең матди ихтыяжынан әхлаҡи ҡыҙыҡһыныуҙарҙы өҫтөнлөк иткәндә барлыҡҡа килгән күңел һыҙаты. Үҙен донъяны танып-белеүгә арнағанда, үҙенең тәртибен ҡабул ителгән әхлаҡи нормаларға ярашлы күрһәтеп, кешелек тарафынан быуаттар буйы барлыҡҡа килгән рухи ҡиммәттәргә тартылғанда ғына, шәхес рухилыҡҡа эйә була. Рух кешенең ижади эшмәкәрлегенә йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта ул кешегә үҙен аңларға ғына түгел, ә үҙенең этник төркөмөнә һәм донъя мәҙәниәтенә ылығырға ярҙам итә. Рух кешене юғары бәхеткә яҡынайта һәм уның эске аҡыл тотҡаһы булып тора.[1]
Теманың актуаллеге: халҡыбыҙҙың рухи байлығы булып торған шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеү- беҙҙең бурысыбыҙ.
Тикшеренеү эшенең предметы һәм объекты: башҡорт халҡының тарихи шәхестәре .
Маҡсат: тарихи шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм өйрәнеү, уҡыусылар кимәлендә улар шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Бурыстар:
1) Тарихи материалдар , күренекле шәхестәргә бәйле тарихи ҡобайырҙар менән танышыу ;
2) тарихи шәхестәргә характеристика биреү, улар тураһында мәғлүмәти белешмә әҙерләү .
Фаразлау: башҡорт хандары уйҙырмамы, әллә ысынбарлыҡмы?
Эш методтары :
1) сығанаҡтар менән танышыу, анализлау;
2) башҡорт халыҡ ижадына күҙәтеү яһау;
3) тарихи сығанаҡтарҙы һәм халыҡ ижадын сағыштырыу;
4) ғәмәли эш башҡарыу - сығыш материалдарын әҙерләү, һығымта яһау;
Эшемдең ғәмәли әһәмиәте:
1). Дәрестәрҙә, кластан тыш тәрбиәүи сараларҙа өҫтәмә мәғлүмәт итеп ҡулланыу;
2). Башҡорт халҡы тарихы тураһында тиңдәштәремдең аң-белем кимәлен күтәреү.
Тикшеренеү эшемдең төҙөлөшө инеш, теоретик бүлек, ғәмәли бүлек, йомғаҡлау һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
Вложение | Размер |
---|---|
issledovatelskaya_rabota_sultangareev_a.yu_.docx | 51.92 КБ |
Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательная школа д. Шамонино
муниципального района Уфимский район
Республики Башкортостан
НАУЧНО-ИССЛЕДОВАТЕЛЬСКАЯ РАБОТА
Рухи байраҡ һинең исемең
(тарихи шәхестәр)
Эште башҡарҙы: Солтангәрәев Айрат,
7 класс уҡыусыһы
Ғилми етәкселәр: Миңлейәрова Дилә
Ринат ҡыҙы,Ҡаһарманова Зөлфиә
Ғәбит ҡыҙы, башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусылары
Шамонино
2018
Йөкмәткеһе
Инеш һүҙ ---------------------------------------------------------------------------------3
I. ТЕОРЕТИК БҮЛЕК:
1.1. Тарихты халыҡ яҙа--------------------------------------------------------------------5
1.2. Башҡорт дәүләтселектәре - ханлыҡтары -----------------------------------------6
1.3. Бөйөк Башҡорт хан-------------------------------------------------------------------9
II. ҒӘМӘЛИ БҮЛЕК:
2.1. Ҡыҙыҡһыныуым нимәнән башланды-----------------------------------------11
2.2. Лингвокультурологик һүҙлек менән эш----------------------------------------11
2.3. Минең өсөн яңы, ҡыҙыҡлы булған мәғлүмәттәр-----------------------13
2.4. Башҡортостан Республикаһының Милли музейына сәйәхәт----------13
2.5. Тиңдәштәремдән һорау алыу һөҙөмтәләре----------------------------------14
2.6. Башҡорт халҡының тарихы тураһында мәғлүмәтте таратыуҙа минең өлөшөм-----------------------------------------------------------------------------------------15
Йомғаҡлау------------------------------------------------------------------------------16
Ҡулланылған әҙәбиәт---------------------------------------------------------------17
Ҡушымта-------------------------------------------------------------------------------18
Инеш
Рухи байлыҡ - тарихи байлыҡ.
Ғәбит Садиҡов
“Рухи байраҡ һинең исемең”, тигән һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған. Сөнки, рух – кешенең матди ихтыяжынан әхлаҡи ҡыҙыҡһыныуҙарҙы өҫтөнлөк иткәндә барлыҡҡа килгән күңел һыҙаты. Үҙен донъяны танып-белеүгә арнағанда, үҙенең тәртибен ҡабул ителгән әхлаҡи нормаларға ярашлы күрһәтеп, кешелек тарафынан быуаттар буйы барлыҡҡа килгән рухи ҡиммәттәргә тартылғанда ғына, шәхес рухилыҡҡа эйә була. Рух кешенең ижади эшмәкәрлегенә йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта ул кешегә үҙен аңларға ғына түгел, ә үҙенең этник төркөмөнә һәм донъя мәҙәниәтенә ылығырға ярҙам итә. Рух кешене юғары бәхеткә яҡынайта һәм уның эске аҡыл тотҡаһы булып тора.[1]
Теманың актуаллеге: халҡыбыҙҙың рухи байлығы булып торған шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеү- беҙҙең бурысыбыҙ.
Тикшеренеү эшенең предметы һәм объекты: башҡорт халҡының тарихи шәхестәре .
Маҡсат: тарихи шәхестәр тураһында мәғлүмәттәр йыйыу һәм өйрәнеү, уҡыусылар кимәлендә улар шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ғорурлыҡ тәрбиәләү.
Бурыстар:
Фаразлау: башҡорт хандары уйҙырмамы, әллә ысынбарлыҡмы?
Эш методтары :
Эшемдең ғәмәли әһәмиәте:
1). Дәрестәрҙә, кластан тыш тәрбиәүи сараларҙа өҫтәмә мәғлүмәт итеп ҡулланыу;
2). Башҡорт халҡы тарихы тураһында тиңдәштәремдең аң-белем кимәлен күтәреү.
Тикшеренеү эшемдең төҙөлөшө инеш, теоретик бүлек, ғәмәли бүлек, йомғаҡлау һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлегенән тора.
I. ТЕОРЕТИК БҮЛЕК
1.1. Тарихты халыҡ яҙа
Ирмен тигән ир батыр
Тыуған илен һөйөр ул.
Ил ҡайғыһын ҡайғы итеп
Иле өсөн көйөр ул.
Шундай ирҙәр ир булыр,
Ил ҡәҙерләп, ҙур булыр,
Дошмандары хур булыр.
Ил батыры көрәштә
Ныҡ күтәреп, ныҡ һуғыр,
Батыр йыҡҡанды күреп,
Артынан күп ил уғыр.
Халыҡ һүҙе
“Һәр кемгә, үҙ автобиографияһы шикелле, туған халҡының тарихын белеү ҙә кәрәк. Шунһыҙ кеше нәҫел – нәсәбен онотҡан, тарихи хәтерен юғалтҡан бер бәндәгә әйләнер ине”-тип яҙҙы күренекле әҙип һәм ғалим Ғайса Хөсәйенов.
Тарихты кеше үҙе тыуҙыра. Уны халыҡ тарихы итеп батыр улдары, аҡыл эйәләре ҡул, зиһен көсө менә яҙа. Ундайҙар ил ағалары, ил азаматтары булып таныла, исемдәре, дандары халыҡ хәтерендә, тарих биттәрендә ҡала. Халыҡтың үткәнен белмәй тороп, хәҙергеһенә төшөнөү мөмкин түгел.
“Халыҡтың милли ғорурлығы уның тарихында ята”, - ти яҙыусы С.Шәрипов.
Уның нигеҙен батырҙар: Ашын, Туҡсаба, Мәсем, Иҫкебей, Ҡара Ҡужаҡ, Һары Мәргән, Алдар Иҫәкәев, Күсем Төлөкбаев, Килмәк Норошов, Аҡай Күсемов, Йосоп Арыҡов, Күҫәк Солғолов, Рысай Игембәтов, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Аланйәнғолов Ҡотлоғужин, Кинйә Арыҫланов, Салауат Юлаев, Баҙарғол Юнаев, Ҡаранай Моратов, Муса Мортазин, Әмир Ҡарамышев, Хажиәхмәт Унасов, Муса Гәрәев, Таһир Кусимов, Миңлеғәли Шайморатов, Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, мәғдәнселәр: Исмәғил Тасимов, Надир Үрәзмәтов, 1812 йылғы Ватан һуғышы батырҙары Ҡаһым түрә, Ниғмәтулла Хазиев, Ҡотлогилде Ишемғолов, Аҡкөсөк Тимербаев, Килдейәр Байбулдин, Назарбай Теләпов, Нәсир Наурызов, Ҡыуатовтар, ғилем таратыусылар: Ҡол Ғәли, Сәлихйән Күкләшев, Мирсалих Биксурин, Байыҡ Албаев, Буранбай Ҡотосов, Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, шағир-мәғрифәтселәр: Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов, Ғәли Соҡорой, диндарҙар, шағирҙар, яҙыусылар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре: Зәйнулла Рәсүлев, Ғабдулла Саиди, Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Дауыт Юлтый, Мәжит Ғафури, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мостай Кәрим, Мортаза Рәхимов һәм башҡа бик күптәр тәшкил итә. Күп быуаттар буйына азатлыҡ өсөн көрәшкән башҡорт халҡы үҙендә тыуған иленә тоғролоҡ, яуызлыҡ менән килешмәүсәнлек, эскерһеҙлек, тыуған еренә сикһеҙ мөхәббәт тойғолары тәрбиәләй алды. Башҡорттар азатлыҡты бар нәмәнән дә өҫтөн ҡуя. [2]
Азат рухтан ғына гүзәллек тыуа, гүзәллектән яҡшылыҡ ярала. Шуның өсөн дә һәр халыҡ, һәр кеше үҙ ғүмерендә азатлыҡҡа ынтыла. Башҡорт халҡының да һәр күтәрелешенең маҡсаты рухи азатлыҡ булған. Ерем, һыуым, һауам, тигән ул. Бер ваҡытта ла яуызлыҡ уйлап, мәкерле ниәт менән күтәрелмәгән, башҡаларҙың иркенә ҡул һуҙмаған. Азатлыҡ һөйгән халыҡ башҡаларҙың да азатлығын хуп күргән.[3]
1.2. Башҡорт дәүләтселектәре - ханлыҡтары
Ил көсәйһә, бей хан була.
Халыҡ мәҡәле
Башҡорттарҙа дәүләтселек тарихы үҙенең тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Ул, кешеләр үҙен халыҡ булараҡ танып, йәшәйеш барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп эшләй башлау осоронда барлыҡҡа килә.
XIX быуаттың аҙағында күренекле башҡорт ғалимы, мәғрифәтсеһе М.Өмөтбаев урыҫ тарихи фәнендә тәүге тапҡыр башҡорттарҙың үҙ аллы ханлыҡтары булғанлығы хаҡында яҙып сыға. Башҡорт мөхитендә иң юғары власта тороусыны “хан” тип атағандар. Дәүләтселектең тотороҡло сәйәси берәмеге булып территориаль-хужалыҡ берләшмәһе булған ҡәбилә (ырыу) торған. Ә хакимлыҡтың дилбегәһен урындағы бейҙәр тотҡан. Хан тәхетенә тик ҡаны буйынса хандар нәҫеленә ҡарағандар ғына дәғүә итә алған.[4]
Башҡорттарҙың борон замандарҙа уҡ үҙ дәүләтселегенең булыуын раҫлаған тарихи шәхестәр - Башҡорт хан, Майҡы бей, Бошман бей. Береһе татар-монголдар менән ныҡлы хәрби берләшмәгә инһә, икенселәре баҫҡынсыларға баш һалмаған ажар башҡорттар. Иң мөһимдәренең береһе булып, Башҡорт хан – башҡорт – ҡыпсаҡ дәүләтен төҙөгән әлегә билдәле иң беренсе олуғ шәхесебеҙ. Тимәк, эске һәм тышҡы сәйәсәтте үткәрерлек , үҙаллы мәсьәләләрҙе хәл итерлек дәүләт эшмәкәрҙәре - хандар булған.[5]
Алтын Урҙа ханлығының көсһөҙләнеүе башҡорттарға үҙаллылыҡты көсәйтергә мөмкинлек биргән. Уның составында булыу башҡорттарҙың тулыһынса юғалыуын, йотолоуын белдермәй, ә, киреһенсә, дәүләтселек булып ойоша башлауын дәлилләй. Аҡназар хан миҫалында (ул бер үк ваҡытта ҡаҙаҡтарҙың да ханы була) феодаль ҡоролошло дәүләттәрҙең идара итеү ысулы, юғары ҡатлам менән ябай халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәтенең классик формаһы сағылған: хандарҙың ябай халыҡты иҙеүе Евразиялағы башҡа илдәрҙәге кеүек булған.[6]
Был турала мәғлүмәттәр башҡорт халҡының шәжәрә текстарында, ҡобайырҙарында һаҡланған. Ә күренекле рус шәреҡ илдәрен өйрәнеүсе Н.Н.Березин, В.В.Зернов, 19 быуатта Башҡортостан ерендәге ҡәбер таштарын тикшереп, Туташ хан, Дауыт хан, Килек хан, Байсура хан исемдәрен тапҡан. Ә Мәскәү профессоры В.В.Трепавлов, документтарҙы сағыштырып, хандарҙың йәшәгән ваҡыттарын асыҡлаған. (Ямғырсы хан – 15 быуаттың 80-се йылдары, Тура хан - 16 быуат башы ).[7]
Шуныһы бик характерлы: үҙен йәберләгән өсөн хандарҙан үс алыу тойғоһо түгел, хан булыу теләге лә, йә булмаһа шуға яҡын башҡа төрлө шәхси ынтылыш та түгел, ә сит ил баҫҡынсыларынан яфа сиккән халҡы өсөн йөрәк әрнеүе, олатайҙар үҙҙәренә төйәк иткән илен азат итеп күрге килеү теләге халыҡты изге көрәшкә күтәрә. Халыҡ хандарҙы ил-йорт өсөн йәшәгән , данлы ил батыры итеп күрә, уларҙың образдарында ил-халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртыусы батырҙар характеры дөйөмләштерелә, тарихи үҫешкә бәйле рәүештә, хеҙмәтсән массаларҙың үҙ араһынан сыҡҡан ысын етәксе, “яҡшы хан” тураһындағы идеалдары сағыла.
Ҡеүәтле ҡәбилә берләшмәһе башында хан торған. Әммә,бейҙәрҙең ҡулында ла хандарҙыҡынан кәм булмаған власть булған. Мөһим дәүләт мәсьәләләрен хәл итеү өсөн (ханды тәхеттән бушатыу, яңы хан һайлау, һуғыш йә солох иғлан итеү, халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөү һ.б. мәсьәләләр) ер биләүселәр, хәрбиҙәр, руханиҙар ҡоролтайға йыйылған.[8]
Иң боронғо ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе булып торған “Урал батыр” ҡобайырында ла йыйын тураһында һүҙ бара:
Урал һарайға барған, ти,
Бары халыҡты йыйған, ти,
Ҡасҡан-боҫҡан барыһына
Үҙ йортона ҡайтырға
Урал фарман биргән, ти.
Аранан баш һайлатып,
Урал китмәк булған, ти.
Халыҡтар йыйын ҡорған,
Урал да бергә булған.
Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк, йыйын - ырыуҙың үҙ аллы идара итеү органы, башҡорт халҡына ғына хас милли йыйылыш.
1.3. Бөйөк Башҡорт хан
“... Башҡорт хандың тирмәһе башҡа тирмәләрҙең уртаһында ҡоролған. Тирмә алдында ғына усаҡ яна. Таңғатарҙы оҙата килеүсе егеттәр уны усаҡ аша үткәреп, хан тирмәһенә алып инделәр ҙә ҡара һаҡаллы, сөм ҡара күҙҙренән сая нур бөркөп торған ҡарашлы ир алдына баҫтырҙылар. Был - Башҡорт хан ине”[9], - тип яҙа Илгизәр Диҡҡәт, үҙенең “Башҡорт көсө” исемле китабының “Күк бүре” легендаһында.
Был образ минең күҙ алдымда тороп, тикшеренеү эшемдең барышында миңә көс, дәрт, сәм биреп ярҙам итеп торҙо.
X быуат башында уҡ “Башҡорт” тигән илдең барлығы билдәле. Был илдә күп һанлы ҡәбиләләр һәм ырыуҙар Башҡорт хан етәкселегендә бер берәмеккә ойошҡан, “Башҡорт” этнонимының килеп сығыу варианттары араһында ошоһо башҡаларынан нигеҙлерәк булып тойола.[10]
Тарихи ҡағыҙҙар буйынса Башҡорт хан ҡыпсаҡтар ырыуынан. Башҡорт ханының аҡылы, абруйы үҙ халҡы ситендә генә түгел, ә шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә лә шул тиклем юғары булған. Күп кенә башҡа ырыу, ҡәбиләләр уға яҡынларға һәм хандың ҡанаты аҫтына инергә, уның кешеләре булырға тырышҡан. Бының турала Ғайса Хөсәйеновтың “Ил азаматтары” китабында ла һүҙ бар: “... Башҡорт хандың яу батырлығы, дипломатик һәләте кенәздәр араһында ҙур абруй ҡаҙандыра...”[11]Был иһә, рус тарихи йылъяҙмаларында ла сағылыш тапҡан.
“...Башҡорт хан менән тығыҙ бәйләнештә генә тормаған, күбеһе туранан-тура Башҡорт хандың йоғонтоһонда булған. шуныһы бәхәсһеҙ: Башҡорт берекмәһе эсендә ғәҙеллеккә, сабырлыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа, тыйнаҡлыҡҡа нигеҙләнгән ҡанундар башҡорт халҡы тарафынан тайпылышһыҙ күҙәтелеп, быуындарҙан-быуындарға тапшырылып, был сифаттар XXI быуатҡа тиклем килеп еткән”.[12]
Юғарыла килтерелгән дәлилдәргә таянып, беҙ башҡорт халҡының үҙенең юлбашсыһы Башҡорт хандың бөйөклөгөнә таянып, уны ихтирам итеп, тарих уның исемен милләт исеме итеп алыуы, “Башҡорт иле”, “башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙары” төшөнсәләре лә Башҡорт ханға бәйле булыуы хаҡында һис тә икеләнмәйенсә әйтә алабыҙ.
II. ҒӘМӘЛИ ӨЛӨШ
2.1. Ҡыҙыҡһыныуым нимәнән башланды
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй.
Теләк – эштең яртыһы.
Башҡорт халыҡ мәҡәле
6 класта уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә “Уҙған - ғүмер - ҡалған хәтер”, ”Башҡорт ихтилалдары”, ”Башҡорт халыҡ ауыҙ - тел ижады”, “Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ” бүлектәрендә “хан”, “бей”, “йыйын” кеүек тарихи һүҙҙәр күп осраны. Һүҙлектәр менән эшләп был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнһәм дә, миндә ҡыҙыҡһыныу уянды: кемдәр улар , ни өсөн был һүҙҙәр бөгөн ҡулланылмай. Ошо йүнәлештә мәктәп китапханаһында, гәзит - журналдарҙан, интернет селтәренән мәғлүмәттәр эҙләй башланым һәм күп материалдар таптым.
2.2. Лингвокультурологик һүҙлек менән эш
Кешенең танып – белеү процесын үҫтереүҙә, мәҙәниәтен һәм аң-даирәһен киңәйтеүҙә һүҙҙең мәғәнәһе, тотҡан урыны ҙур роль уйнай. Ошо маҡсаттан сығып, Сәмситова Л.Х., һ.б. авторҙар төҙөгән “Башҡорт фольклоры концептосфераһы” исемле лингвокультурологик һүҙлектән был темаға ҡағылышлы тел һәм мәҙәниәт концепттарын таптым.
Бей - берләшмә йәки ырыу, ҡәбилә башлығы, ул башҡарған йәмәғәт вазифаһы мәғәнәһен үҙ эсенә ала. Ул, бар ырыу йәки ҡәбилә менән идара итеү хоҡуғына эйә булараҡ, башҡаларға ҡарата ғәҙел һәм тигеҙ ҡарашта булырға тейеш. Һәр ырыуҙың мотлаҡ үҙ ҡоролтайын, аҡһаҡалдар ҡоро, шәжәрәһе, тамғаһы, ағасы , ҡошо һәм ораны булған кеүек , ырыу менән идара итеүсе бейе лә булған.
Был һүҙ мәҡәлдәрҙә:
1. Иле байҙың бейе бай.
2. Бей икәү булһа, дау дүртәү.
3. Хәйләһеҙ бей булмаҫ.
Был һүҙ “Урал батыр”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостарында осрай.
1. Бей булам тип ымһынһа,
Берәй илгә бей ҡылып,
Ул егетте арбаһаҡ-
Беҙ Уралды еңербеҙ...
2. Дәмми бейҙән ҡотолоу
Уралдағы халыҡҡа
Таң атҡандай булды , ти.[13]
Хан - дәүләт башлығы. Бынан бер нисә быуат элек ҡайһы бер дәүләттәрҙең башында хан торған. Был дәүләттәрҙең үҙҙәренә күрә ҡанундары булған һәм был ҡанундарға үҙгәреште хан ғына индерә алған.Дәүләттә булған бөтә эштәр ҙә тик хан аша ғына хәл ителгән. Элек ер, ирек, мөлкәт өсөн йыш ҡына дәүләт-ара ыҙғыштар сығып торған, шуға күрә ханды характерлаусы төп һыыҙат булып уның ғәскәргә оҫта етәкселек итеүе торған, уға һуғыш эштәрен белеү зарур булған. Хандың бер нисә ҡатыны булыуы мөмкин. тәхет урыны быуындан быуынға күсә килгән.
Был һүҙ мәҡәлдәрҙә:
1. Ил көсәйһә, бей хан була.
2. Хан башын хан ашар.
3. Халыҡ ҡайғыһын хан сигер.
4. Халыҡ ҡан түгер, хан дан күрер.
5. Хан килә, хан артынан ҡан килә.
Һүҙ эпостарҙа:
1. -Толпар атҡа атланып,
Хандан килгән Янбаймын...
2. -Ай , оло хан, оло хан,
Аҡ урҙаға баш булған.
Туҡһан йортло нуғайҙы
Үҙ ҡулында услаған,
Шундай ҙур хан булған һуң...
Был һүҙ легенда һәм риүәйәттәрҙә бар:
“Бик борон замандарҙа Аҡ диңгеҙ буйының Мәкин тигән ҡалаһында бер хан йәшәгән. Был хандың Күләмәлек-Ҡурҡлыҡ исемле сибәр ҡыҙы булған...”[14]
2.3. Минең өсөн яңы, ҡыҙыҡлы булған мәғлүмәттәр
Яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе мин билдәле тарихсы Йәдкәр Бәшировтың “Башҡорт хан”, Ғайса Хөсәйеновтың “Ил азаматтары” исемле тигән китабынан таптым. Уларҙы мин һанап китәм:
1. Башҡорт хандың һәйкәле Мәскәүҙәге элек В.И.Ленин исемендәге, хәҙер Рәсәй милли дәүләт китапханаһының махсус ғилми залы эргәһендә дәү таш статуя булып баҫып тора.
2. XII быуатта Киев өсөн барған һуғыштарҙың һуңғыһында яу яланында Владимир Давыдович кенәз һәләк булғас, уның тол ҡатыны Башҡорт ханға кейәүгә сыға. Шулай итеп, Башҡорт хан Рюриковичтар нәҫеленән сыҡҡан Святослав Владимировичтың үгәй атаһы була.
3. Башҡорт хандың икенсе ейәне Русҡа ерегә, Мәскәүҙең воеводаһы булып китә. Уның йәшәгән һарайы Мәскәүҙең төп районына нигеҙ булып тора. Уның исеме - Арбат.
Был мәғлүмәттәр үҙенә күрә бик ҡыҙыҡлы һәм минең өсөн, халҡым өсөн әһәмиәтле.
2.4. Башҡортостан Республикаһының Милли музейына сәйәхәт
Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни-тарихи традицияларын һаҡлаусы республика Милли музейына сәйәхәт ҡылып, белгәндәремде киңәйттем, фәнни эшемә өҫтәлмә мәғлүмәттәр туплап, үҙем өсөн яңы асыштар яһаным.”Тыуған яҡтың тарихы”, “Археология” бүлектәрендә республиканың бай үткәне һәм бөгөнгөһө, тарихы, археологияһы һәм этнографияһын төрлө яҡлап күрһәткән экспонаттар менән таныштым.
2.5. Тиңдәштәремдән һорау алыу һөҙөмтәләре
Башҡорт хан – башҡорт-ҡыпсаҡ дәүләтен төҙөгән әлегә билдәле иң беренсе олуғ шәхесебеҙ булған. Шуға күрә тиҫтерҙәрем араһында һорау алыу үткәреп, был турала кем нимә белеүен асыҡланым. Уларға республика “Ағиҙел” журналының сайтында булған һорауҙарҙы еңелләштереп тәҡдим иттем:[15]
1. Урта быуаттарҙа йәшәүсе Башҡорт хандың Рюриковичтар нәҫеленән сыҡҡан Святослав Владимировичтың үгәй атаһы булыуы хаҡында һеҙ нимәләр беләһегеҙ?
2. Мәскәүҙәге данлыҡлы Арбат урамының атамаһы Башҡорт хандың ейәне Арбат исеменән алыныуы хаҡында белә инегеҙме?
3. Көңгөрҙең (Кунгур) Башҡорт хандың ҡыҙы икәнлеге хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
4. Башҡорт хандың тәнһаҡсылары 2 мең яугирҙән торған дружина булыуы хаҡында һеҙ белә инегеҙме?
5. ХШ быуатта хәҙерге Яр Саллы ҡалаһының Башҡорт тип аталыуы хаҡында нимәләр беләһегеҙ?
6. Башҡорт хандың һәйкәле әлеге ваҡытта Мәскәүҙә һаҡланыуы хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
7. Хәҙерге башҡорт телендәге “кеше”, “өлкән кеше”, “егет”, “батыр”, “батыр егет”, “түрә”, “бала”, “йәнтүрә” кеүек бик күп һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең иң тәүҙә хәрбиә дәрәжәне аңлатыуы хаҡында һеҙ белә инегеҙме?
8. ”Башҡорт” этнонимы Башҡорт хандың исеменән алынғанмы, әллә киреһенсәме?
7-8 башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе кластар араһында үткәрелгән һорау алыуҙа 50 кеше ҡатнашты. Яуаптар мине уйға һалды. (Ҡушымта № 1)
2.6. Башҡорт халҡының тарихы тураһында
мәғлүмәтте таратыуҙа минең өлөшөм
Башҡорт халҡы һәм уның тарихы тураһында мәғлүмәттәр бик күп, тик беҙ дәрестәрҙә был турала бөтөнләй аҙ, өҫтәлмә мәғлүмәт булараҡ ҡына ала алабыҙ. Тимәк, ҡыҙыҡһынғанда, үҙ аллы эҙләнеп, белемдәребеҙҙе киңәйтә алабыҙ. Быны минең ошо эҙләнеү эшем дәлилләй: фәнни –эҙләнеү эшенең тезистарын әҙерләнем, тиңдәштәремә мәғлүмәти белешмә тәҡдим иттем.
Башҡортостан республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған “Башҡортостан ынйылары” фольклор-театр конкурс-фестиваленә “Хан күтәреү” йолаһын эҙләп таптыҡ, алған мәғлүмәттәрҙе ҡулланып, өҫтәмәләр индереп, район һәм зона кимәлендә уңышлы сығыш яһаныҡ - еңеүсе булдыҡ. (Ҡушымта № 2)
Тимәк, башҡорт халҡының тарихы тураһында мәғлүмәтте таратыуҙа минең дә, бәләкәй генә булһа ла, өлөшөм бар. Киләсәктә был эште дауам итермен, яңы асыштар яһармын , тип ышанам.
Йомғаҡлау
Шулай итеп, “Рухи байраҡ һинең исемең” исемле тикшеренеү эшемдә, үҙебеҙҙең халҡыбыҙҙың рухи байлығы булып торған шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеү буйынса эш алып барҙым.
Тикшернеү эшемдең алдында ҡуйылған башҡорт хандары уйҙырмамы, әллә ысынбарлыҡмы тигән фаразлауға яуап таптым. Башҡорт хандары ысынбарлыҡта булған, быға дәлил итеп төрлө сығанаҡтарҙан миҫалдар килтерелде. Шуларҙың береһе булып бөйөк Башҡорт хан тора. Башҡорт ҡәбиләләренең Башҡорт хан тирәһендә тупланыуы, дәүләтселектең нығыныуы башҡорт халҡының үҙ аллы үҫешенә булышлыҡ иткән. Был инде Башҡорт ханының ниндәй оло шәхес булыуын, тағы ла бер тапҡыр раҫлай.
Башҡорт ханы һәм уның ишле шәхестәребеҙ бик күп. Беҙ киләсәк быуындары, уларҙың бөйөк тормошон, батырлығын, ҡаһарманлығын онотмай иҫтә тотоп, ғорурланып йәшәргә тейешбеҙ. Сөнки, ғәжәп ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, бик күптәр, бигерәк тә беҙҙең кеүек үҫмер малайҙар өсөн ата-бабаларыбыҙҙың донъяһы фәһемле, үрнәк ул.
Киләсәктә был эшемде дауам итермен тип, ышанам. Үҙем өсөн яңы асыштар яһап, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплап ата-бабаларыбыҙҙың тарихын рухи байраҡ итеп йөрөтөрмөн.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
[1] Сәмситова Л.Х. Башҡорт тел картинаһында мәҙәниәт концепттары.-Өфө: Китап, 2010. - 92-се бит.
[2] Бәширов Йәдкәр. “Бөйөк башҡорт иле”. 132-133-сө биттәр (электрон вариант).
[3] Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт мәҙәниәте (Тормош һабаҡтары). 6-сы класс өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2012. 34-35-се биттәр
[4] Бәширов Йәдкәр. “Бөйөк башҡорт иле”. 127-128-сө биттәр (электрон вариант).
[5] Ғ.Хөсәйенов .Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо.Өфө:Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1998, 238-се бит
[6] И.Аҡманов, М.Ҡолшәрипов Башҡортостан тарихы. 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек, 89-сы бит
[7] И.Аҡманов, М.Ҡолшәрипов Башҡортостан тарихы. 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек, 91-се бит
[8] Бәширов Йәдкәр. “Бөйөк башҡорт иле”. 127-128-сө биттәр (электрон вариант).
[9] Диҡҡәт И. Башҡорт көсө: хикәйәттәр, легендалар / Илгизәр Диҡҡәт. - Өфө: Китап, 2017. - 91-се бит.
[10] Бәширов Йәдкәр. “Бөйөк башҡорт иле”. 126-сы бит (электрон вариант).
[11] Хөсәйенов Ғайса. Әҫәрҙәр. Өс томда, 1-се том. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1998 - 246-сы бит.
[12] Бәширов Йәдкәр. “Бөйөк башҡорт иле”. 118-се бит (электрон вариант).
[13] Сәмситова, Л.Х. һ.б. Башҡорт фольклоры концептосфераһы. Лингвокульторологик һүҙлек / Л.Х. Сәмситова, Г.Р. Ижбаева, Г.С. Әхмәтшина, Г.М. Байназарова, Ә.Н. Килмәкова, Р.М. Ташбулатова. – Өфө: Китап, 2013. – 185-се бит.
[14] Сәмситова, Л.Х. һ.б. Башҡорт фольклоры концептосфераһы. Лингвокульторологик һүҙлек / Л.Х. Сәмситова, Г.Р. Ижбаева, Г.С. Әхмәтшина, Г.М. Байназарова, Ә.Н. Килмәкова, Р.М. Ташбулатова. – Өфө: Китап, 2013. – 220-се бит.
Крутильный маятник своими руками
Отчего синичка развеселилась
Развешиваем детские рисунки дома
Юрий Алексеевич Гагарин
Пока бьют часы