Мин иншамда Көйөргәҙе районын данлап йырлайым. Уның матурлығы менән ғорурланам.
Вложение | Размер |
---|---|
инша | 24.36 КБ |
Башҡортостан республикаһы Көйөргәҙе районы Мәғариф бүлеге
Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
“Бахмут ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе”
“Республикамды йырлайым” конкурсы
Таймасова Аделина Юнир ҡыҙы, 11 класс уҡыусыһы
ТЫУҒАН ИЛЕМ
(инша)
Етәксе: Таймасова Айһылыу Насип ҡыҙы,
I категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
2017 йыл
Тыуған илем.
(инша)
Һәр кешенең тыуған ере була,
Тыуған иле була донъяла,
Башҡортостан – тыуған ерем, илем,
Күк Уралда балҡып нурлана.
Донъя гиҙҙем, күпме һыуҙар кистем,
Тик ҡайҙарҙа ғына булһам да,
Гел ашҡынып ҡайтам илкәйемә,
Тыуған нигеҙ, тыуған тупһама.
Бында бар ҙа ғәзиз, ҡәҙерле ул –
Тыуып-үҫкән ер бит бер генә,
Имен-аман булһын ватандаштар,
Башҡортостан – тыуған илгенәм!
(Радик Хәкимйән.)
Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙелегендә “тыуған” һүҙе – “тыуып үҫкән, йәшәгән”, “тыуған ауыл”, “ тыуған ил”, “тыуған төйәк”, “ тыуған тупраҡ, ер” тигәнде аңлата.
Минең тыуған ерем - Башҡортостан. Беҙҙең илебеҙҙә ҡуйы урмандар, тәрән күлдәр, бейек тауҙар, киң яландар бик күп. Ысынлап та тәбиғәтебеҙҙең матурлығы кемде генә һоҡландырмай! Юҡҡа ғына Башҡортостанды “Икенсе Швецария ” тип йөрөтмәйҙәр. Күккә ашҡан Урал тауы, көҙгө кеүек ялтырап ятҡан Асылыкүле, икһеҙ-сикһеҙ урмандарҙа меңйәшәр ҡарағайҙар, йырҙарҙа йырланған, зәңгәр таҫма булып аҡҡан Ағиҙеле ни тора! Илебеҙ Урал итәктәренән башланып китеп Ырымбур далаларына барып тоташа. Силәбе, Пермь, Свердловск өлкәләре менән сикләшеп, Татарстан тигеҙлектәренә тиклем йәйрәп ята. Бер яҡ сиге Урмуртия республикаһына ла барып етә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай ағай үҙенең “Ҡайын япрағы” шиғырында ошондай һүҙҙәр менән данлай:
Картаға ҡарап, еремде:
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным - илем!
Республикабыҙҙың көньяғында урынлашҡан Көйөргәҙе районы минең тыуып үҫкән яғым. Район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә.
Беҙҙең районыбыҙ күренекле шәхестәргә бик бай. Башҡортостандың халыҡ шағиры – Баязит Бикбай, яҙыусылар – Раил Байбулатов, Ғалим Хисамов; шағирәләр – Тамара Ғәниева, Зөһрә Ҡотлоғолдина һәм башҡалар. Пугачев ихтилалына ҡушылып, халҡы өсөн, ере өсөн йәнен-тәнен аямаған батыр - Кинйә Арыҫланов та Көйөргәҙе районынан сыҡҡан. Ысынлап та, Кинйә ауылы бәләкәй генә булһа ла, өс Советтар Союзы геройын тәрбиәләп үҫтергән. Арыҫланов Ғәфиәтулла, Биктимеров Сәлмән, Гайсин Хәсән, Недошивин Вениамин, Хохлов Анатолий, Ҡужаҡов Морат Бөйөк Ватан Һуғышында тыуған ил өсөн һуғышҡандар һәм еңеү яулап ҡайтҡандар.
Күңелдәрҙе моңландырған сәхнә өлкәһендә тырышып хеҙмәт иткән шәхестәребеҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Илшат Йомағолов, Айрат Ҡобағошов. Тыуған яғыбыҙҙың үҫешенә өлөш индергән көслө рухлы шәхестәребеҙҙе һанап бөткөһөҙ.
Көйөргәҙе районы биләмәһендә урынлашҡан иҫтәлекле урындарҙа бик күп. Мәҫәлән, Кинйә мәмерйәһе. Беренсе Кинйәбыҙ ауылынан 500 метр алыҫлыҡта ята. Эргәһендә Ҡарамалы йылғаһы аға. Мәмерйә тарихҡа бик бай. Ул ундан артыҡ ишектәрҙән тора. Бер ишеген борон-борондан кешеләр һыуытҡыс итеп ҡулланған. Сөнки унда бик һыуыҡ. Йәй көндәрендә лә боҙҙар иремәй. Бер ишегенән керһәң бик йыраҡ ара үтергә була. Унда ер аҫты юлы бар. Ололар һөйләүе буйынса Граждандар һуғышы ваҡытында Зәки Вәлиди отряды ҡыҙылдарҙан тап ошо юл менән юл яҙлыҡтырған. Бер ишегендә ер аҫты йылғаһы аға. Ул бер нисә саҡрым барып, тау битләүенән ҙур шишмә булып урғылып сығып ята. Халыҡ был шишмәне Тоҙлогүл тип йөрөтә.
1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ла ҙур роль уйнай. Нисәлер көн Пугачёв, Кинйә Арыҫлановтың кәңәше менән карателдәрҙән йәшеренеп торған. Шулай уҡ: Урта Мотал ауылындағы ҡыҙыл еректәр, улар «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән; Туғай Кинйәһе (Беренсе Кинйәабыҙ) ауылы тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы; Ермолаевка ауылындағы 18 быуат ҡарағайҙары, улар ауылға нигеҙ һалыусы Шотт баяры тарафынан ултыртылған; Бағырлы Усман (әүлиә) ҡәберлеге, Яманһары ауылы; Татырлы (тоҙло)шифалы батҡаҡлыҡ, Яҡут ауылынан 2 км алыҫлыҡта ята; Ҡуяныш йылғаһы һыуһаҡлағысы; Юшатыр йылғаһы һыуһаҡлағысы.
Хәҙерге заманда тыуған илде, туған телеңде һөйөү, уларҙы ихтирам итеү актуаль проблема булып тора. Башта әйтелгәнде райондың һәр кешеһе белеп, ғорурланып йәшәһә, барыһы ла алда – гөл булыр тип ышанам.
Тыуған илгә булған һөйөүҙе ата-бабалар борондан тәрбиәләп килгән. Әгәр беҙ, бөгөнгө быуын йәштәре, тыуған еребеҙгә битараф булып ҡалһаҡ, иртәгә бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. “Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Икенсе яҡта һәйбәт мул тормош, “оҙон” аҡса эҙләп йөрөгәнсе, тыуған төйәгеңдә ғүр итһәң, күпкә уңдырышлы булыр.
Отчего синичка развеселилась
Снежная зима. Рисуем акварелью и гуашью
На горке
Загадочная система из шести экзопланет
Сочные помидорки